Һабанай менән Һөтайҙа, йөҙ йыл элек16.06.2018
Һабанай менән Һөтайҙа, йөҙ йыл элекВаҡиғалар ағышын күҙ алдынан үткәреүгә баҙнат иткәнһең икән, уның бер генә мәлен дә иғтибарһыҙ ҡалдырырға йә оноторға ярамай, ләкин төрлө сәбәптәр хәбәрсегеҙгә һабанай-май көндәренә ҡағылышлы һүҙ әйтеү мөмкинлеген бирмәне. Ә ул арала халыҡта һөтай тип йөрөтөлгән июнь етте. Шунлыҡтан, бер аҙ сурытыбыраҡ булһа ла, илебеҙ тарихында бер быуат әүәл эҙ ҡалдырған ваҡиғаларҙы хәтерҙә яңыртырға тырышайыҡ.

Май айы, айырыуса уның аҙағы, Совет власына ҡаршы баш күтәргән чехословак корпусы менән көрәштә үткән. Элекке хәрби әсирҙәрҙе һәм эмигранттарҙы берләштергән был етди ғәскәри көс үҙен француз армияһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә һәм Совет Рәсәйенә корпусты Көнбайыш Европаға үткәрергә тигән талап ҡуя. Әммә уны, ҡоралдың төп өлөшөн тапшырыу шарты менән, Владивосток аша эвакуацияларға ҡарар ителә. Ә корпус командованиеһы, 20 майҙа Силәбелә үткән кәңәшмәлә, унда Антанта һәм большевиктарға ҡаршы бәғзе ойошмаларҙың вәкилдәре лә ҡатнаша, ҡоралды тапшырмай, Владивостокка ярып үтергә тип тәүәккәлләй. Һәйбәт ҡоралланған, хәрби йәһәттән әҙерлекле, дисциплиналы чехословактар июль аҙағына хәтлем Көнбайыш Себер, Себер, Урал һәм Волга буйының бик күп ҙур ҡалаларын ала. Ошолар иҫәбендә Өфө лә була. Новониколаевскты чехословактар ҡулға төшөргәндән һуң, ваҡытлы Себер хөкүмәтенең Көнбайыш Себер комиссариатын булдырыу тураһында иғлан ителә. Үҙе Владивостокта урынлашҡан был комиссариат Совет хөкүмәтенең декреттарын ғәмәлдән сығара, ҡул аҫтындағы биләмәләрҙә һәммә совет учреждениеларын бөтөрә. Июндә комиссариат ул ваҡытҡа чехословак корпусы баҫып алған Омск ҡалаһына күсә.
Чехословактар корпусы менән көрәшеү өсөн, 13 июндә Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән, реввоенсовет һәм Көнсығыш фронты булдырыла. Был көрәштең артабан нисек барыуы тураһында алдағы “Сәхифәләрҙә” ҡыҫҡаса ғына булһа ла бәйән итә барырға тырышылыр.
Әммә һүҙ ыңғайы шуны ла әйтергә кәрәктер: 8 июндә Һамар ҡалаһында йәшерен рәүештә Учредителдәр йыйылышы (Комуч) ойошторола. Уға большевиктар ҙа инә, ләкин рәйеслекте эсер В.К. Вольский ала. Комуч большевиктарҙан азат ителгән ерҙәрҙә үҙен юғары власть тип иғлан итә, шәхси милеккә хоҡуҡтың тергеҙелеүен һәм “демократик хөрриәттең кире ҡайтарылыуын” раҫлай: дәүләт ҡыҙыл әләме ҡабул ителә; һигеҙ сәғәтлек эш көнө булдырыла, съезд һәм конференциялар үткәреүгә рөхсәт бирелә; земстволар менән ҡала думалары ҡабаттан эш башлай ала. Комучтың эшмәкәрлеге һәм яҙмышы тураһында ла артабан һүҙҙе дауам итербеҙ. Әммә бер аҙға ғына, май айына әйләнеп ҡайтайыҡ. Мәсьәлә Рәсәй тарихында тәрән эҙ ҡалдырған ике шәхескә ҡағыла.
30 майҙа үпкә ауырыуынан Рәсәйҙә марксизмдың тәүге теоретигы һәм уны пропагандалаусы, публицист, фәлсәфиәтсе, әҙәби тәнҡитсе, Рәсәй социаль-демократияһына нигеҙ һалыусы Георгий Валентинович Плеханов вафат булған. Уның атаһы гусар офицеры, әсәһе В.Г. Белинскийҙың яҡын туғаны. Плеханов революцион көрәш менән иртә мауығып киткән. Ун туғыҙ йәшендә “бунтарҙар” тип аталған народниктар түңәрәгенә, торараҡ “Ер һәм ирек” ойошмаһына инә. 1882 йылда “Коммунистик манифест”тың руссаға тәржемәһен баҫып сығара. Ул “Хеҙмәтте азат итеү” төркөмөн ойоштороусыларҙың һәм Рәсәй социаль-демократик эшселәр партияһы программаһының проекты авторҙарының береһе була. 1904 йылда Плеханов меньшевиктарға ҡушыла һәм большевиктарға ҡаршы әүҙем теоретик көрәш башлай. “Социалистик эксперименттар үткәреү” өсөн Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш кимәле ҡәнәғәтләнерлек түгел тигән фекерҙән сығып, ул илдең дәүләт ҡоролошон үҙгәртеп ҡороу эшендә төрлө социаль көстәрҙең ҡулдаш булыуы яҡлы сығыш яһай.
Георгий Валентинович граждандар һуғышына теше-тырнағы менән ҡаршы тора. Рәсәйҙең төрлө сәйәси көстәре вәкилдәре араһында Плехановтың рухи абруйы харап юғары булған. Әйткәндәй, уға Борис Савинков большевиктарға ҡаршы хәрәкәтте етәкләргә тәҡдим иткәс, Георгий Валентинович: “Ғүмеремдең ҡырҡ йылын пролетариатҡа бирҙем һәм, ул хата юлдан барған саҡта ла, уға атмаясаҡмын”, — тип яуап бирә.
Май айында Мәскәүҙә Николай Александрович Второвты үлтерәләр. Ул Ватаныбыҙ сәнәғәтен ойоштороусыларҙың береһе булараҡ билдәле. 1900 йылдан аталы-уллы Второвтар туҡыма, сәй һәм башҡалар менән сауҙа итә. 1912 — 1913 йылдарҙа Второв Мәскәүҙә “Эш ихатаһы” тигән биналар комплексын төҙөй. 1914 йылға ул бик күп банктар, кибеттәр, заводтар, фабрикалар һәм тау ҡаҙылмалары предприятиеларын һатып ала, ә Беренсе донъя һуғышы йылдарында хәрби тәғәйенләнештәге заводтар төҙөүҙе йәйелдереп ебәрә. Шундай предприятиеларҙың береһе — Мәскәү янындағы хәҙер ҙә билдәле “Электросталь” заводы. Матбуғаттың баһаһы буйынса, Второв “империяһының” йыллыҡ килеме 1916—1917 йылдарҙа 100—150 миллион һумға барып етә. Ул ваҡыттағы ҡиммәтле аҡса менән! Второвты билдәһеҙ бер йәш кеше атып үлтерә, шунда уҡ үҙенә лә ҡул һала. Второвты ерләүҙә ҡатнашҡан эшселәр табут янына “Сәнәғәтте күренекле ойоштороусыға” тигән яҙыулы венок ҡуя.
Июндең ун берендә, ВЦИК менән СНК-ның декретына ярашлы, урындағы Советтар ауыл юҡсылдарының улыс һәм ауыл комитеттарын ойоштора башлай. Уларҙың бурысы итеп икмәкте, тәү ҡулланыу әйберҙәрен һәм ауыл хужалығы ҡорамалдарын бүлеү, шулай уҡ хәлле крәҫтиәндәрҙән икмәкте реквизициялау йәһәтенән урындағы аҙыҡ-түлек органдарына булышлыҡ күрһәтеү билдәләнә. Комбедтар, ауылда большевиктарҙың терәк пунктына әүерелһә лә, унда ҡан ҡойғос көрәшкә сәбәпсе була. Ваҡыт үтә килә комбедтарҙың эшмәкәрлеге киңәйә, улар Ҡыҙыл Армия сафтарын тулыландырыуҙа, крәҫтиәндәр араһында ерҙе ҡабаттан бүлеүҙә ҡатнашлыҡ итә.
Июнь айында Рәсәй Республикаһында халыҡ мәғарифын ойоштороуы тураһында положение раҫлана. Ошо ваҡыттарҙа, В.И. Лениндың бойороғо буйынса, Ҡара диңгеҙ флоты караптарын батырыу башлана, ләкин флоттың бер өлөшө, адмирал А.И. Тихменев менән бергә, бойороҡҡа буйһоноуҙан баш тарта һәм диңгеҙгә сығып китә. 19 июнгә Рәсәйҙең ғорурлығы булған Ҡара диңгеҙ флоты йәшәүҙән туҡтай.
...“Гүзәл, ирекле, һис йәмһеҙләнмәгән, шул ҡәҙәре лә һил һәм асылына беҙ төшөнә алмаған тәбиғәт донъяһы менән ығы-зығылы, ваҡ-төйәк, йән көйҙөргөс шик-шөбһә һәм бәхәстәр тулы көндәлек тормош араһында ниндәй ҙур айырма...” (Рабиндранат Тагор, һинд яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре).


Вернуться назад