5 - 11 декабрға йондоҙнамә03.12.2011
Аҙнаның аҙағында ай тотоласаҡ, әммә бының тәьҫирен шаршамбы уҡ тоя башларһығыҙ. Ваҡиға ҡатмарлы хәлдәр ниҙелер һайлау мөмкинлеге булмауы хаҡында алдан иҫкәртә. Ыңғай яғы: тап ошо көндәрҙә насар ғәҙәттәрҙән арына, холҡоғоҙҙо төҙәтә алаһығыҙ. Әммә был үҙгәрештәрҙе кинәт, бер ынтылыу менән башҡарыу зарур, юғиһә фәтүә булмаясаҡ.
Юлға йыйынғанһығыҙ икән, барыһы ла шыма ғына бармаҫ, документтарға бәйле төрлө ҡаршылыҡтар тыуыр. Шәхси тормошта уңышлы осор, шулай уҡ көндәлек мәшәҡәттәр ҙә еңел генә хәл ителер.
Дүшәмбенең тәүге яртыһы матди һәм финанс мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы. Иҫәп-хисапта теүәл булығыҙ, һығымталар яһарға ашыҡмағыҙ. Шишәмбе иртәнән алып торлаҡ мәсьәләләрен йәиһә офис мәшәҡәттәрен теүәлләү зарур. Көндөң икенсе яртыһы бушҡа үтер. Шаршамбы – әүҙем көн. Тирә-йүндә тыныс булһа, уңышҡа өлгәшеүегеҙ ихтимал. Кесе йомала шәхси проекттарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Йома ял итһәгеҙ ҙә була. Сәйәхәттән, ниндәйҙер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйыуҙан баш тартыуығыҙ отошло.

Ҡуҙы
(21.03 – 20.04)
Оялсан, ҡыйыуһыҙ булып ҡыланмағыҙ! Әлбиттә, барыһын да һеҙ теләгәнсә күрһәтергә була, әммә бының өсөн күп көс сарыф итергә тура киләсәк.

Буға
(21.04 – 21.05)
Ниндәйҙер эште атҡарып өлгөрмәгәнһегеҙ икән (кредит түләү ваҡытын үткәреп ебәрһәгеҙ йә иһә башланған проектты ташлап ҡуйһағыҙ), ул был аҙнаның мәшәҡәтенә әүереләсәк.

Игеҙәктәр
(22.05 – 21.06)
Һеҙгә еткерелгән хәбәрҙәр ысынбарлыҡҡа бик үк тап килмәй. Күңелегеҙ төшөүҙән бигерәк, проблеманың асылын юғалтырһығыҙ.

Ҡыҫала
(22.06 – 23.07)
Мөмкинлектәрегеҙҙе, дәрәжәгеҙҙе күрһәтеүҙән һаҡ булығыҙ: фекерҙәштәрегеҙҙе юғалтыуығыҙ ихтимал. Улар, һеҙгә нимәнелер иҫбатлайым тип, дошмандарығыҙ яғына күсеүе бар.

Арыҫлан
(24.07 – 23.08)
Ҡалыптарҙан арынырға тырышығыҙ: быға тиклем кеше тураһында бер фекерҙә булһағыҙ, уның бөтөнләй икенсе яҡҡа үҙгәреп китеүе ихтимал.

Ҡыҙ
(24.08 – 23.09)
Тәүге тәьҫорат хаталы булыр. Етди хеҙмәттәшлеккә килгәндә, килешеүгә өлгәшерһегеҙ.

Үлсәү
(24.09 – 23.10)
Реформа үткәреү һәм яңылыҡтарҙы һынап ҡарау өсөн уңайлы осор. Улар сәйәхәткә, күнегелгән ғәҙәттәрҙе үҙгәртеүгә бәйле буласаҡ.

Саян
(24.10 –22.11)
Ҡара бесәйҙе ҡараңғы бүлмәлә табыу бик ауыр, ул унда булмаған осраҡта – бигерәк тә. Хәл-ваҡиғалар һеҙҙе мәғәнәһеҙ ғәмәлдәргә этәрер – бирешмәгеҙ!

Уҡсы
(23.11 – 21.12)
Һаранлыҡ үҙегеҙҙән башҡа берәүгә лә зыян килтермәҫ: йә сифатһыҙ тауар һатып алырһығыҙ, йә тейешленән юғары эш хаҡы һорап, уңайһыҙ хәлдә ҡалырһығыҙ.

Ылаҡ
(22.12 – 20.01)
Аҡланыу — аҙнаның төп бәләһе. Улар ниндәйҙер уңышһыҙлыҡты ҡаплау һымаҡ ҡабул ителәсәк.

Һыуғояр
(21.01 – 19.02)
Ике яҡлы уйын алып барыуға өлгәшерһегеҙ. Барыһы ла фаш ителер, тип көймәһәгеҙ ҙә була: һеҙ – бик хәйләкәр.

Балыҡ
(20.02 – 20.03)
Кәрәкле ғәмәлде эҙләп табыу өсөн күп ваҡыт һәм көс талап ителәсәк. Тәжрибәгеҙ ярҙам итмәҫ, барыһын да яңынан башларға тура киләсәк.
Өмөтбикә.


Вернуться назад