Әсәй-атай йә ирекмән бул...12.06.2018
Йыл башынан түләнә башлаған балалар пособиелары физик шәхестәрҙең килеменә һалымдан азат ителде, йәғни аҡса күләменең 13 проценты ҡаҙнаға тотолоп ҡалынмаясаҡ. Өҫтәүенә был һалым төрөн ирекмәндәр ҙә түләмәйәсәк.
Атап әйткәндә, ошо ташламаға быйыл 1 ғинуарҙан ағзаларының һәр береһенең килеме йәшәү минимумы кимәленән 1,5 тапҡырға артмаған ғаиләләргә тәғәйенләнгән беренсе һәм икенсе балаға пособиелар эйә. Балаға йәш ярым тулғансы бирелгән йәшәү минимумы күләмендәге был түләм социаль ярҙам иҫәбенә инә. Мәҫәлән, студент ғаиләләре сабый тыуған осраҡта ла ҡурҡмайынса белем алыуын дауам итә ала.
Ирекмәндәргә килгәндә, уларҙың аҡсалата ла, натуралата ла килемдәре күҙ уңында тотола. Бында һүҙ бушлай ярҙам итеүселәрҙең хәйриә эшмәкәрлеге мәнфәғәтендә торлаҡты ҡуртымға алыуҙан, юл йөрөү һәм туҡланыуҙы ойоштороуҙан, ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙан килгән табыштары тураһында бара. Бындай осраҡта, ирекмәндәрҙең финанс сығымын аҡсалата ҡаплағанда, тейешле сумманан бер тин дә тотолмаясаҡ.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙа бөтәһе 800 меңдән ашыу кеше эшләй. Уларға 3,8 миллион ирекмән ярҙам итә.
Яңы закон буйынса, ил Президенты гранттарына ла физик шәхестәрҙең килеменә 13 процентлыҡ һалым һалынмаясаҡ. Ярыштарҙа һәм конкурстарҙа еңеүселәр, аҡсалата йәки натуралата премия һәм приздар алғанда, был бурыстан азат ителә. Ошондай сараларға барғанда киткән юл, йәшәү, туҡланыу сығымдарын ҡаплаған аҡсанан да һалым тотолмай. Ойошмаларҙың дәүләт етәксеһенең гранты рәүешендә ҡабул итеп алған мөлкәте һәм аҡсаһы ла ошондай уҡ ташламаға хоҡуҡ бирә. Тик шуныһы: былар быйылдан барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә генә ҡағыла.