Эй, ошо аҡсаның күҙе юҡ, бер ҡасан да етмәй, мандып булмай, тип зарланырға яратабыҙ. Ысынлап та, шулаймы? Аҡсаны нисек еткерергә? Килемде нисек дөрөҫ итеп бүлергә, тотонорға? Ғөмүмән, финанс грамотаһына өйрәнеп буламы, әллә ул тыумыштан килгән һәләтме? Ни генә тиһәң дә, кеше тормошон матди байлыҡһыҙ күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Нимә эшләйем тиһәң дә, барыһы ла аҡсаға барып төртөлә. Һәр кемдең етеш йәшәгеһе килә. Социализм, коммунизм төҙөйбөҙ тип оран һалған ваҡыттар күптән үтте. Урамда баҙар иҡтисады хөкөм һөрә. Бөгөнгө махсус битебеҙ көнитмешебеҙҙең ошо яғына арнала.Әлбиттә, һәр кемдең финанс өлкәһендә үҙ алымдары, хәйләләре була. Кемдер булғанын әрәм-шәрәм итмәй, йыя, һаҡсыл тотона, ә кемдер сығымдарын йүгәнләй алмай, аҡсаны күберәк эшләргә тырыша. Кемгә нисек ҡулай инде. Ике ысулды ла ҡулланһаң, тағы ла яҡшыраҡ. Шулай ҙа ныҡлап уйлаһаң, күп кенә осраҡта килемеңде дөрөҫ бүлеп, ҡулланып, экономиялап та, өҫтәмә табыш алып та була. Минең үҙемә килгәндә, аҡса мәсьәләһендә байтаҡ отҡаным бар.
Бер мәл бер бүлмәле фатирымды һатып, ҙурырағын алырға ҡарар иттем. Баҙар хаҡтарын өйрәнеп, минеке кеүек торлаҡты Өфөлә 1 миллион 800 мең – 2 миллион 100 мең һум тирәһенә тәҡдим итеп булғанын белдем. Ҡомһоҙ күренмәйем, теләгемә еңел генә ирешәйем тип, белдереүҙә хаҡты 1 миллион 750 мең һум тип ҡуйҙым. Етмәһә, тәүге ҡыҙыҡһынған уҡ һатып алыусы йәш башҡорт ғаиләһе булып сыҡты. Ура, фатирымды үҙебеҙҙең милләттәштәргә һатам! Әммә улар сауҙа килешеүен бер аҙ кисектереп тороуымды үтенде. Ризалаштым. Сираттағы тапҡыр һөйләшкәндә, кәрәкле сумманы еткерә алмауҙары сәбәпле, хаҡты 60 мең һумға кәметеүҙе үтенделәр. Ләкин улай эшләһәм, артабан торлаҡты ҙурайтырға финанс хәлем етмәйәсәк. Фатирҙы һатыу ғәмәле шулай һауала аҫылынып ҡалды. Кәңәшләшкән риэлтор яңынан иғлан бирергә, хаҡын да арттырыбыраҡ ҡуйырға тәҡдим итте. “Һеҙ нимә! Мин бит кешегә вәғәҙә иткәнмен. Уңайһыҙ булыр”, – тинем. Ул миңә: “Был – бизнес, сауҙалашыу! Фатирыңды ҡасан кемгә күпмегә теләйһең, шулай һата алаһың”, – тип яуапланы. Ахырҙа шулай эшләнем дә. Яңы иғланда хаҡты 1 миллион 800 мең һум тип билдәләнем. Йәнә һатып алыусылар килде. Торлаҡты оҡшаттылар, килештек. Ғаилә башлығы өмөтләнеп ҡарап: “Ә ташлама яһамаҫһығыҙмы икән?” – тине. “Әлбиттә! Алһағыҙ, хаҡын 30 меңгә төшөрәм”, – тигәйнем, ҡыуанып китте. Һөҙөмтәлә фатирҙы 1 миллион 770 мең һумға һаттым. Күренеүенсә, тәүге варианттағынан 20 меңгә ҡыйбатыраҡҡа...
Бынан ниндәй һығымта яһарға була? Алыу-һатыу эшендә сауҙалашырға кәрәк. Реаль хаҡты ҡуйғансы, артығыраҡ итеп билдәләп, һуңынан уны төшөрһәң, кеше ҡәнәғәтлек кисерә. Юҡҡа ғына баҙарҙа һатыусылар “алыр булһағыҙ, ташлама яһайым, шунса ғына хаҡҡа бирәм” хатта “һеҙҙең өсөн генә” тимәй бит.
Йәнә тормошомдан миҫал. Бер осор поезда йыш юл йөрөргә тура килде. Күп сауҙа селтәрҙәренеке кеүек, “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең дә бонус программаһы бар. Уның сайтында теркәү үтеп, ташламаларҙан файҙаландым. Теркәлгән өсөн генә лә күпмелер күләмдә бонус яҙыла. Ә юл йөрөп ҡайтҡандан һуң билетты ташламайһың. Бер ай үткәс, ундағы мәғлүмәтте электрон рәүештә программаға тапшыраһың. Тағы ла күпмелер ваҡыттан һуң, сәйәхәтеңдең оҙонлоғона, түләнгән хаҡҡа, вагондың тибына ҡарап, һинең иҫәбеңә бонус күсерелә. Шуныһы отошло: йыйылған мәрәйҙәрҙе “Рәсәй тимер юлдары” партнерҙарының магазиндарында, ҡунаҡханаларында, банктарында ғына түгел, сираттағы тапҡыр юл йөрөгәндә бушлай премиаль билет алырға ла тотонорға мөмкин. Минең һәр өсөнсө-дүртенсе сәфәремдең береһе шулай бушлай булды. Бонус балдары етмәһә, ниндәйҙер станцияға тиклем – премиаль, артабан өҫтәп түләп китә алаһың. Хәҙер бит билет алыуы ла мәшәҡәтле түгел, интернет аша онлайн заказ ғына бирәһең. Һиңә кәрәкмәгән осраҡта үҙеңдең бонус иҫәбеңә программала теркәлгән башҡа кешегә лә билет алып биреү мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, сит яҡта уҡыған йә эшләгән балаңа, туғаныңа.
Өҫтәмә аҡса табыу мәсьәләһенә килгәндә инде, төрлөсә маташып ҡараным. Ял, отпуск мәлдәрендә ҡайҙалыр тир түгеп, төп хеҙмәт ваҡытынан тыш кискеһен өҫтәмә рәүештә эшләп. Барыһы ла һәйбәт. Шулай ҙа иң ҡулайлыһы – интернетта табыш алыу. Дөрөҫ, беҙ был ысулға һағайып ҡарайбыҙ. Йәнәһе, алданып ҡалыуыбыҙ бар. Улайһа, мутлашыусылар ҡәҙимге тормошта ла йыш осрай. Бары һаҡ булырға кәрәк. Ә виртуаль киңлектә төрлөсә аҡса эшләргә була. Мин үҙем онлайн-һорау алыуҙарҙа ҡатнашыу юлын һайланым. Хәҙер беҙҙең телефондар ҙа интернетҡа тоташҡан, электрон почта асҡанбыҙ – хатта юлда китеп барғанда ла ошо эшеңде башҡарырға мөмкин. Шул рәүешле элемтә бәйләнеше сығымдарын ҡапларлыҡ ҡына табыш алырға була.
Былар шәхси тормоштан алынған бер нисә генә миҫал. Һанай китһәң, күп инде улар. Әлбиттә, иң беренсе финанс грамотаһы нигеҙҙәрен өйрәнергә кәрәк. Аҡса эшләү, тотоу тәртибен белмәһәң, ҡаҙнаң төпһөҙ кеҫә кеүек булып, барыһы ла елгә осоп торасаҡ. Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу ҙа был юҫыҡта ярап ҡалыр.
Аҡса һанарға өйрән. Юҡ, тура мәғәнәлә генә түгел. Юғиһә минең тома һуҡыр өләсәйем дә, күрмәһә лә, усындағы аҡсаның нисә тинлек, һумлыҡ икәнен генә айырып ҡалмай, күпмеһен магазинда тотонасағын, күпмеһен иртәгәгә ҡалдырасағын һанап, билдәләп ҡуйыр ине. Тимәк, һәр беребеҙ ошо һуҡыр кешеләй генә була алабыҙ.
Планлаштыр. Хәҙер бөтә энергия сығанаҡтарына ла иҫәпләү приборҙары ҡуялар. Шулай осһоҙораҡ була. Уттың, һыуҙың, газдың “аҡҡанын” тикшереп торабыҙ. Аҡса ла шулар кеүек “ағып” бөтөүсән. Шуға күрә килем менән сығымды ғына түгел, милек, һаҡлам, кредит, бурыс кеүек нәмәләрҙе лә күҙ уңында тоторға кәрәк. Бөгөнгө менән генә йәшәү ҙә дөрөҫ түгел. Шәхси ҡаҙна керем-сығымын киләсәккә лә планлаштырып ҡуйыу мотлаҡ. Мәҫәлән, бер айға, ярты йылға, бер йылға. Йәғни күпмелер ваҡытҡа бюджет төҙөп ҡуйыу ҡамасауламаҫ.
Хыял хыялда ғына ҡалмаһын. Аныҡ уйһыҙ план төҙөп булмаясаҡ. Шуның өсөн алдыңа маҡсат ҡуйырға кәрәк. Теләк-хыялдарыңды асыҡ билдәлә: миңә нимә кәрәк? Ҡасанға? Ул күпме торасаҡ? Әммә ул мираж булып ҡалмаһын, алдыңа алғас, таш яуһа ла, тайпылмайынса уға табан бар.
Ҡулаҡсанан банк картаһына күсәбеҙ. Бөгөнгө заманда финанс системаһы виртуаль киңлеккә күсә бара. Банк картаһы, электрон янсыҡ, криптовалюта... Әммә кеше тере организм булып ҡала. Беҙгә аҡса ҡағыҙын үҙ күҙебеҙ менән күреү, ҡулда ҡыштыр-ҡыштыр килгәнен, уны һанау ләззәтен тойоу бик мөһим. Шуға ла виртуаль аҡсаны ла ҡәҙимге кеүек ҡабул итеп, уны юҡҡа-барға тәләфләмәҫкә өйрәнергә кәрәк.
Бары үҙеңдең аҡсаңды тотон. Кредит аҡсаһы – бик ымһындырғыс нәмә. Ул беҙҙе әйбер алырға ҡотортоп ҡына тора. Банктарҙың был тәҡдиме ҡайһы бер бигүк кәрәкмәгән тауарҙы һатып алырға, хеҙмәтте ҡулланырға этәрә. Ысынлап та, аҡсаны эшләп алғансы, бурысҡа алыуы еңелерәк. Әммә ҡайтарыуы күпкә ауырыраҡ – шуны оноторға ярамай. Үҙең тапҡанды ғына файҙаланырға өйрәнеү иң дөрөҫө булыр. Шул саҡта балаларыңа мираҫҡа бурыс түгел, милек ҡалдырырһың.
Үҙеңдең ваҡытыңды һәм хеҙмәтеңде ҡәҙерлә. Ваҡыт – хеҙмәт – аҡса. Тормошта ваҡытты ғына түгел, шул ваҡыт эсендә башҡарылған хеҙмәтте лә дөрөҫ баһаларға кәрәк. Сәйәхәт итәһеңме, яратҡан кәсебең менән шөғөлләнәһеңме, балалар менән уйнайһыңмы – былар барыһы ла һинең хеҙмәтең. Әгәр ҙә был ваҡытты аҡса табыр өсөн тотонаһың икән, уны ла тейешенсә баһала. Һәр минут-сәғәтеңдең ҡәҙерен белһәң, аҡсаны һәм ваҡытты бушҡа тотонорға-сарыф итергә теләмәҫһең.
Бүләктәрҙе алдан уйла. Күп осраҡта тыуған көн йә башҡа байрам айҡанлы берәйһенә бүләк алырға тура килһә, һуңғы мәлдә йүгерә-йүгерә магазиндар буйлап сабабыҙ ҙа күҙгә беренсе күренгәнен алып ҡуябыҙ. Һөҙөмтәлә икеләтә арттырып хаҡ түләйбеҙ. Ә бит шул уҡ 23 февралдең, 8 Марттың, Яңы йылдың тәғәйен көнө бар, уларға алдан әҙерләнергә була бит.
Магазинға исемлек төҙөп бар. Сер түгел, һатып алыусы мөмкин тиклем күберәк аҡсаһын ҡалдырһа, сауҙа нөктәләренә шул тиклем яҡшыраҡ. Бының өсөн төрлө ымһындырғыс саралар уйлап табыла. Һөҙөмтәлә икмәк-һөт алам тип магазинға ингән кеше, күҙе ҡыҙып, сумка тултырып тауар алып сыға. Ике-өс тапҡыр артығыраҡ финанс түгә. Шуның өсөн был маҡсатта өйҙән сығыр алдынан нимә кәрәклеген теүәл билдәләп, исемлек төҙөү ҡулай. Артабан инде тик уның буйынса һатып алырға.
Һатыулаш. Һатыулашырға магазин баҙар түгел тип уйлайбыҙ. Хата фекер. Әлбиттә, супермаркеттарҙа аныҡ хаҡтар ҡуйыла, ә бына бәләкәй шәхси киосктарҙа, бутиктарҙа ташлама хаҡында белешергә мөмкин. Ғәҙәттә, магазин хужаһы, ҡайһы бер осраҡта һатыусы ла, клиенттың теләгенә ҡаршы бармай, хаҡты төшөрә.