Ҡанаттар нығытыр мәл13.06.2018
Ҡанаттар нығытыр мәлБәләбәй районына сәфәргә ижади фекерләгән, яңы идеялар менән янған балалар хаҡында белешергә тип кенә түгел, ә уларҙың мөмкинлектәрен барлап, киләсәккә юл асырға ярҙам итә алһаҡ ине, тигән маҡсат менән сыҡтыҡ. Филология фәндәре докторы, профессор Луиза Сәмситова, шағир, тәржемәсе Сергей Янаки, эшҡыуар, Ҡырҡ-Өйлө-Мең башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллиндың мәктәп уҡыусыларына әйтер һүҙҙәре байтаҡ.
Бәләбәй башҡорт гимназияһын Башҡортостан халҡы ғына түгел, беҙҙән ситтә лә яҡшы беләләр. Был белем усағы үҙе үк республикабыҙҙың бәләкәй варианты кеүек. Унда Бәләбәйҙән тыш, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Әлшәй, Миәкә, Дәүләкән, Бүздәк райондарынан башҡорт, татар, сыуаш, мари, урыҫ милләтенән 573 бала белем ала. Улар ҡала кимәлендә генә түгел, республика, төбәк сараларында әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә “Башҡортостан ынйылары” республика конкурс-фестивалендәге сығыштарын маҡтап телгә алалар. Бының сәбәбе лә бар, сөнки балалар милли рухта тәрбиәләнһен тиһәк, тап бына ошондай милли сараларҙа уларҙың эске ынтылыштарын асыу мөһим.


Ҡанаттар нығытыр мәлИҫегеҙгә төшөрөп үтәм, быйылғы сара Башҡортостандың 100 йыллығына арнап ойошторолғайны. Баймаҡ, Белорет, Балтас, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Бөрйән, Әлшәй, Баҡалы, Кушнаренко, Өфө, Ҡыйғы, Илеш, Федоровка, Ғафури райондары командалары ҡатнашҡан. Ошо конкурста Бәләбәй башҡорт гимназияһының “Дарман” коллективы (етәкселәре – Зөлиә Исламова, Нәзирә Фәрхетдинова, Айгөл Борисова) II дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Гимназия уҡыусыһы Вадим Григорьев бабай ролен сәхнәләштергәне өсөн “Сәхнә өмөтө” дипломы менән бүләкләнгән. Ә Ди­нара Вәлиәхмәтова, баһалама ағза­ларының барыһын флешмобҡа йәлеп итеп, “Лидер” номинацияһында билдәлән­гән.
Бәләбәй ҡалаһы башҡорт гимназия-интернатында йәйге каникулда балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә көндөҙгө “Йәйләү” профилле лагеры эшләп килә. “Йәйләү”ҙең төп маҡсаты – туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен, ырыу легендаларын өйрәнеү, халҡыбыҙ шәхестәре, сәнғәт әһелдәре менән танышыу. Сменаның үҙенсәлеге: аралашыу мотлаҡ башҡорт телендә бара, һәр бала бөтә сараларҙа ла ҡатнашырға тейеш. Мәҫәлән, былтырғы “Йәйләү” профилле лагеры Эльвира Алдарова, Гүзәл Өмөтҡолова етәкселегендә бик уңышлы эшләгән.
Сыуаш егете, IX класты тамамлаған Кирилл Апеев тураһында айырым һөйләге килә. Башҡортостан тупрағында тыуған был егет ҡурайҙа уйнай. Милли музыка ҡоралында тәрәнерәк белем алыр өсөн уның сәнғәт училищеһына барырға ла теләге бар. Бер уйлаһаң, иҫ китмәле хәл бит, башҡорт ҡурайы хәҙер башҡа милләт балаларын да арбай. Бәләбәйҙә сыуаш гимназияһы ла бар, әммә Кириллдың тап бында уҡырға теләүе милли мөхиттә, төрлө милләт балалары араһында башҡорт телен өйрәнергә теләүе менән дә бәйле.
Ҡанаттар нығытыр мәлУҡыу йылы аҙағында республиканың иң шәп мәктәптәре араһында бына инде бер нисә йыл рәттән Бәләбәй башҡорт гимназияһы билдәләнеүе юҡҡа түгел, минеңсә. Ю. Гагарин кубогы менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың Рәхмәт хаты менән гимназия директоры Дилбәр Фәтхетдинова бүләкләнде. Был – ҙур ҡаҙаныш, Гагарин кубогы, олимпиада уңыштары һөҙөмтә­һенә ҡарап, мәктәптәге белем биреү кимәле баһалана.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә юғары уҡыу йорттары бихисап. Улар араһында үҙенең ижади ҡеүәһе, студенттарының төрлө өлкәлә, илебеҙҙең генә түгел, донъя кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы менән айырылып торған бер вуз бар – ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Яңыраҡ факультет деканы, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова етәкселегендә студенттар Варшава университетының шәрҡиәт факультетында фәнни стажировка үтте. Бәләбәй башҡорт гимназияһында ул көтөп алынған ҡунаҡ булып сыҡты.
Башҡорт филологияһы факультеты бөгөн милләтебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән уҡыу-уҡытыу үҙәге булып тора. 1992 йылда ғына айырым факультет булып асылһа ла, тамырҙары 1980 йылдарға барып тоташа. Ул ошо йылдарҙа асылған дөйөм тел ғилеме һәм башҡорт фило­логияһы кафедраһы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Юл башында К. Закирйәнов, З. Әб­сәләмов, В. Хажин, Ф. Хисамитдинова, З. Ураҡсин, И. Ғәләүетдинов, Т. Ғарипов кеүек билдәле ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре торған.
Факультеттың иң беренсе деканы филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Ф. Хисамитдинова уны асыуға бик күп көс һалған. Төрлө йылдарҙа декан вазифаһын доцент Ә. Вилданов, доцент Р. Манапов, профессор Ҡ. Кәримов, доцент В. Шәйәхмәтов башҡарған.
Факультет 1992 йылдан алып көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә меңләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте, инглиз, ғәрәп, төрөк, ҡытай телдәре уҡытыусы­ларын әҙерләй. 1993 йылда башҡорт филологияһы кафедраһы үҙе икегә – башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраларына бүленә. Башҡорт теле кафедраһының беренсе етәксеһе – филология фәндәре докторы, профессор, Халыҡ-ара төрки академияһының академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Р. Халиҡова, ә 2001 йылдан педагогия фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Ә. Аҙнабаев булған.
2007 йылда кафедра етәксеһе итеп ул ваҡытта филология фәндәре кандидаты булған, доцент, Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, республиканың мәғариф отличнигы Л. Сәмситова тәғәйен­ләнә. Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһының беренсе мөдире вазифаһы З. Шәриповаға йөкмәтелә, аҙаҡ уны доцент Ә. Вилданов, философия фәндәре кандидаты, профессор Ә. Дәүләтҡолов етәк­ләй. Бөгөн кафедра мөдире вазифаһын филология фәндәре кандидаты, доцент Ғ. Ғәлина башҡара.
1997 йылда факультетта лингвистик дисциплиналарҙы уҡытыу методикаһы кафедраһы асыла. 1999 йылда сит телдәр кафедраһы барлыҡҡа килә. 2011 йылда башҡорт теле һәм лингвистик дисципли­наларҙы уҡытыу методикаһы кафедраһы бергә ҡушылып, башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы тип атала башлай. Уның етәксеһе итеп педагогия фәндәре кандидаты, доцент С. Таһирова билдәләнә.
Бөгөн факультет – университетта ғына түгел, ә республикала иң алдынғы уҡытыу һәм ғилми-методик үҙәк. 25 йыл дәүерендә ул юғары белемле 2,5 мең белгес әҙерләп сығарған. 2005 йылдан алып 2016 йылға тиклем 35 студент Рәсәй һәм Башҡорт­остан Президенты стипендияларына һәм башҡа юғары бүләктәргә лайыҡ булған.
Данлыҡлы факультетты тамамлағандар ниндәй генә өлкәлә эшләмәй: улар – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, инглиз, ҡытай, төрөк, ғәрәп телдәре уҡытыусыһы ла, тәржемәсе лә, архив эшмәкәре лә, радио, телевидение, китап нәшриәте хеҙмәткәрҙәре лә. Педагогик йүнәлеш буйынса уҡыған бакалаврҙарҙың сит илдәрҙең һәм Рәсәйҙең башҡа вуздарында, магистратурала белем алыуҙы дауам итеү мөмкинлеге бар.
Юғары квалификациялы ғилми кадрҙар Рәсәй халыҡтары телдәре (башҡорт теле), фольклористика, белем биреү һәм тәрбиә теорияһы һәм методикаһы (туған тел) йүнәлештәре буйынса әҙерләнә. Милли белем биреүҙе үҫтереү маҡсатында башҡорт филологияһы факультетында егерменән ашыу уҡытыусы-ғалим эшләй. Профессор Л. Сәмситова тарафынан “Башҡортостан Республикаһы мәғариф учреждениеларында башҡорт һәм туған телдәрҙе уҡытыуҙың лингвокультурологик концепцияһы” эшләнгән һәм раҫланған.
Ҡанаттар нығытыр мәлҒилми эштәр, ике кафедранан тыш, Ә. Сөләймәнов исемендәге фольклор һәм этнография ғилми-методик лаборатория­һында, М. Аҡмулла исемендәге уҡыу-методик кабинетында, көнсығыш телдәре кабинетында, компетенциялар үҫтереү үҙәгендә һәм “Башҡорт теле хеҙмәте” лабораторияһында башҡарыла.
“Башҡорт теле хеҙмәте”нең маҡсаты – башҡорт теленә ихтирам уятыу, уның таҙалығын һаҡлау, йәмғиәттә бәҫен күтәреү. Студенттар менән берлектә был ойошмала Өфө ҡалаһында һәм башҡа ҡасабаларҙа йәшәгәндәргә башҡорт теле буйынса консультатив ярҙам күрһәтеү, эш ҡағыҙҙарын, төрлө текстарҙы урыҫсанан башҡортсаға, башҡортсанан урыҫсаға тәржемә итеү, аннотациялар әҙерләү, киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш тотоу һәм төрлө акцияларҙа ҡатнашыу кеүек эштәр башҡарыла.
Факультетта Көнсығыш телдәре кабинеты бик уңышлы эшләй. Ғәрәп, ҡытай һәм төрөк телдәренән асыҡ дәрестәр үткәреү бында күптән традицияға әйләнде. Рәсәйҙәге Иран дәүләте вәкиле, Ҡытай мәғариф министрының урынбаҫары һәм башҡалар факультеттың почетлы ҡунаҡтары булды.
Хәҙерге көндә ғәрәп илдәре бизнес һәм инвестициялар өсөн перспективалы төбәккә әйләнде. Шунлыҡтан ғәрәп телен өйрәнеү кәрәклеге тыуҙы. Шул мохтаж­лыҡты күҙ уңында тотоп, башҡорт-ғәрәп төркөмө туплана. 2014 йылда уның беренсе сығарылышы булған. Оҙаҡламай ғәрәп теле үҙәге эшләй башлаясаҡ.
Уҡытыу процесын ойоштороуҙа бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе М. Аҡмулла исемендәге уҡытыу-методик кабинеты ҙур роль уйнай. Был үҙәктә башҡорт телен уҡытыу, гуманист шағирҙың идеяларын фәнни нигеҙҙә өйрәнеү буйынса эштәр башҡарыла. Факультеттың уҡытыусылары һәм студенттары тарафынан йыл һайын Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре, шағир тыуған Миәкә районында Аҡмулла көндәре, республиканың һәләтле балалары өсөн Аҡмулла олимпиадаһы уҙғарыла.
Милли белем биреү мәсьәләләрен хәл итеүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса китап авторҙары Ә. Сөләймәнов, Ә. Аҙнабаев, Л. Сәмситова, М. Усманова, Р. Әлмөхәмәтов, Р. Дәүләтбаева, Ә. Вилданов, М. Дәүләтшина, С. Таһирова, Э. Рәхимова, шулай уҡ башҡорт мәктәптәре өсөн инглиз теле дәреслектәрен төҙөүсе доцент Ә. Хәсәновтың өлөшө ҙур.
Факультет уҡытыусылары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Дәүләт телдәре советы, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” комиссия ағзалары һәм тел буйынса уҙғарылған республика һәм төбәк-ара конкурс, олимпиадаларҙың жюри ағзалары булып тора (Л. Сәмситова, Ғ. Ғәлина, С. Таһирова, З. Әлибаев, В. Шәйәхмәтов, В. Толомбаев, Г. Нәбиул­лина, З. Хәбибуллина, Э. Рәхимова, Г. Ижбаева, А. Хурамшина).
Инновациялы уҡыу йорттары, белем биреү органдары менән эшләүҙең һөҙөмтәһе – уҡыу-методик белем биреү, уҡыу пландарын төҙөү, һәләтле балалар менән эшләү һәм башҡа саралар.
Факультет шулай уҡ төрлө вуздар – Х. Жу­банов исемендәге Аҡтүбә университеты, С. Байышев исемендәге Аҡтүбә университеты Евразия милли университеты, Көнбайыш Ҡаҙағстан дәүләт университеты (Ҡаҙағстан), Нигде университеты (Төркиә), Таулы Алтай дәүләт университеты (Алтай Республикаһы), М. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты (Саха (Яҡут) Республикаһы), Варшава университе­тының көнсығыш телдәрен өйрәнеү факультеты (Польша), Төньяҡ-көнсығыш педагогия университеты (Ҡытай, Чань-Чунь ҡалаһы) менән килешеүҙәр төҙөй. Факультетта Ҡаҙағстан, Төркиә, Марокко университеттарының докторанттары стажировка үтә. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы һәм Рәсәйҙең башҡа ғилми үҙәктәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыла.
Әлбиттә, башҡорт ғилеменең киләсәге йәштәр ҡулында. Факультет хаҡлы рәүеш­тә үҙенең студенттары менән ғорурлана ала. Улар араһында “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында еңгәндәр, республикабыҙҙың дәүләт органдарында эшләгәндәр байтаҡ, атҡаҙанған уҡытыу­сылар, мәғариф алдынғылары бик күп (Ч. Вилданова, М. Дәүләтшина, Т. Исламова, Л. Ғәҙелйәнова, В. Ситдиҡова, Э. Толомбаева, Р. Алламоратова һ.б.).
Факультетта студенттарҙың ижади һәм профессиональ һәләттәрен үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә. 2009 йылдан алып йыл һайын студенттар араһында “Әсә теле” конкурсы үткәрелә. Уның маҡсаты – студенттар араһында башҡорт теле уҡытыу­сы­һының абруйын арттырыу, башҡорт телен уҡытыуҙың нескәлектәрен өйрәтеү. 2010 йылдан был конкурс университет-ара уҙғарыла башлаған. Ғилми түңә­рәктәрҙә һәм проблемалы төркөмдәрҙә 200-ҙән ашыу студент шөғөлләнә. Йыл һайын йәш тикшеренеүселәр Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара конкурстарҙа, конферен­цияларҙа, олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай. Вуз студенттары – “Джангара ерендә бөтә ер халыҡтары эпостары” халыҡ-ара сәсәндәр фестивале лауреаттары (Ҡалмыҡ Республикаһы, Элиста ҡалаһы), Төрки телдәре һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы (Таулы Алтай Республикаһы, Таулы Алтай ҡалаһы) еңеүселәре, Төрөк теленән Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары (Мәскәү ҡалаһы).
Факультетта тәрбиәүи эш бик әүҙем алып барыла. Ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн “Тулҡын” әҙәби түңәрәге (етәксеһе – доцент З. Әлибаев) эшләп килә. Ай һайын сығарылған “Тулҡын” гәзитендә студент­тарҙың спорт, уҡыу, йәмәғәт эштәре яҡтыртыла. Студенттарҙың тормошо шул тиклем мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтә. Улар ниндәй генә олимпиада, конференция, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашмай! Республиканың йәмәғәт эштәрендә күп кенә студенттар хатта ойоштороусы ла. Ә ниндәй генә әҙәби-музыкаль кисәләр, яҙыусылар, шағирҙар, күренекле кешеләр менән осрашыуҙар уҙғарылмай! Шулай уҡ КВН, Библиотөн, Туған телдәр көнө, Республика көнөнә арналған “Бер ҡанатым – шиғыр минең, икенсеһе – моңло йыр”, Ҡазанда үткәрелгән “Милли хазина”, Халыҡтар дуҫлығы Иҙел (Волга) буйы фестивале, “Төрки алтыны” халыҡ-ара төрки йәштәренең форумы һәм башҡа халыҡ-ара һәм төбәк-ара сараларҙа студенттар еңеү яулай.
Бөтә Рәсәй һәм республика матурлыҡ конкурсында ҡатнашҡан ҡыҙҙарға модель карьераһына юл асыла. Башҡорт филологияһы факультеты ҡыҙҙары “Азия-Себер вице-мисс-2011” (Красноярск ҡалаһы, Л. Закирйәнова), “Мисс Евразия” (Л. Закирйәнова), “Мисс Европа-туризм – 2013” (Румыния, Л. Закирйәнова), “Мисс Рәсәй университеты-2012” (Ставрополь ҡалаһы, А. Вәлиева), Халыҡ-ара “Мисс университет” бәйгеһе (Корея, Рәсәйҙән берҙән-бер вәкил – А. Вәлиева), “Мисс Азия-Себер-2015” (Красноярск ҡалаһы, Г. Шәмсетдинова) һәм “Һылыуҡай” конкурсында призерҙар булған.
Студенттарҙың социаль проекттары ла факультеттың эшмәкәрлегендә ҙур урын биләй. Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортонда шәфҡәтлелек концерты менән сығыш яһау изге традицияға әйләнгән.
“Ҡорос” театрына айырым туҡталып кит­мәй булмай. Ул 2016 йылда халыҡ театры тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Бөгөн ул “Этнофест” халыҡ-ара конкурсында әүҙем ҡатнаша, сит илдәргә һәм республика райондарына гастролгә йөрөй.
Шулай уҡ факультеттың студенттары шөғөлләнгән “Даръя” ҡумыҙсылар ансамбле, “Дарман” халыҡ вокаль егеттәр ансамбле, “Ете ырыу” бейеү ансамбле, Сәсәндәр мәктәбе республикала ғына түгел, ә сит өлкәләрҙә лә танылыу яуланы.
Спорт өлкәһендә лә студенттарҙың ҡаҙанышы ҙур. Мини-футбол, мини-лапта, волейбол, саңғы ярышы, аэробика, өҫтәл шашкаһы кеүек төрҙәрҙә призлы урындар яулай улар. Көрәш буйынса өс тапҡыр ил чемпионы Р. Ғәлимов, армрестлинг буйынса ике тапҡыр ил чемпионы Г. Әхмәтшина, панкратион буйынса Рәсәй чемпионы И. Ҡыямов, грепплинг буйынса республика чемпиондары А. Йәнбирҙин, З. Килмөхәмәтов менән ғорурланалар бында.
Тәү сиратта, фәнни, мәҙәни, тарихи бәйләнештәр, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса берҙәм эшмәкәрлек тураһында әйтеп үтергә кәрәк. К. Жубанов исемендәге Аҡтүбә төбәк-ара дәүләт университеты, С. Байышев исемендәге Аҡтүбә университеты, М. Утемисов исемендәге Көнбайыш Ҡаҙағстан дәүләт университеты, Л. Гумилев исемендәге Евразия милли университеты, Көнбайыш Ҡаҙағстан инновация-технология университеты (Уральск), Ш. Есенов исемендәге Каспий дәүләт технологиялар һәм инжиниринг университеттары менән ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Улар нигеҙендә системалы рәүештә халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциялар үтеп тора. 2017 йылдың апрелендә Көнбайыш Ҡаҙағстан инновация-технология университетында үткән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла БДПУ студенттары юғары кимәл күрһәткән: Рушана Сәмситова – I дәрәжә, Тимур Мөхәмәтғәлиев менән Илмир Сабитов II дәрәжә дипломдарға лайыҡ булған.
Вузда “Төрки тел ғилеменең көнүҙәк проблемалары” тигән дөйөм исем менән дистанциялы лекция һәм семинарҙар уҙғарыла. К. Жубанов исемендәге Аҡтүбә төбәк-ара дәүләт университеты уҡытыу­сылары һәм магистранттары өсөн онлайн-семинарҙар ҡаралған. Былтыр башҡорт филологияһы факультетында С. Байышев исемендәге Аҡтүбә университеты магистранттары ғилми етәкселәре менән “Башҡортостандың төрки халыҡтары: тел, мәҙәниәт һәм тарих”, Ш. Есенов исемендәге Каспий дәүләт технологиялар һәм инжиниринг университеты магистранттары “Башҡорттарҙың рухи һәм матди мәҙәниәте” тигән 72-шәр сәғәтлек фәнни стажировка үткән. Башҡорт филологияһы факультетының һигеҙ студенты Аҡтүбәлә фәнни стажировкала булып ҡайтҡан. Шәп бит!
Факультет уҡытыусылары Ҡаҙағстанда ойошторолған халыҡ-ара симпозиумдарҙа, көнүҙәк һорауҙар буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр эшендә төп сығыш яһаусылар рәтендә. Л. Гумилев исемендәге Евразия милли университеты профессоры Нурбәк Шәйәхмәтов башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһында штаттан тыш профессор булып тора.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Ҡараған­даның “Бала саҡ” университеты менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Мәҫәлән, филология фәндәре кандидаты, доцент Жандос Шекен етәкселегендә Ҡарағанда студенттары, БДПУ-ла былтырғы йыл аҙағында ойошторолған “Халыҡ-ара төрки халыҡтары мәҙәниәте һәм теле фестивале”ндә ҡатнашып, лауреат булып ҡайтҡан. БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында Ҡаҙағстандан 40-тан ашыу егет һәм ҡыҙ магистратурала белем ала.
Сит илдә башҡорт телен пропагандалау буйынса әүҙем эш алып барыла. Мәҫәлән, факультеттың сығарылыш студенты урыҫ егете Вячеслав Чернев Варшава университеты докторантураһында белем алып ҡына ҡалмай, ә поляк студенттарын башҡорт теле серҙәренә төшөндөрә. Был эш ҡаҙаҡ магистранттары Мерей Күпжанов һәм Данияр Избасаров тарафынан Ҡаҙағстанда ла башҡарыла.
Бына ошо факультеттың эске донъяһы менән таныштырҙы ла инде декан Луиза Сәмситова. Ул Бәләбәй гимназияһы уҡыусыларын үҙҙәренә уҡырға саҡырҙы.
Шағир, тәржемәсе Сергей Янаки башҡорт шағирәләренең ижады хаҡында һөйләп, бер нисә тәржемәһен уҡып китте. Ул уҡыусыларҙы тәржемә эшенә лә саҡырҙы.
– Нимә генә тимә, тәржемә эше беҙҙе яҡынайта. Беҙ күп милләтле республикала йәшәйбеҙ. Шуға күрә ижади, әҙәби майҙандарҙа бер-беребеҙҙе таныһаҡ, мәҙәни күперҙәр һалһаҡ, донъя күпкә мәрхәмәтлерәк, яҡтыраҡ булыр ине, – тине һәм шағирәләр Гөлнур Яҡупованың, Лариса Абдуллинаның, Зөлфиә Ханна­нованың әҫәрҙәрен яңғыратты.
Эшҡыуар, Ҡырҡ-Өйлө-Мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллин уҡыусыларҙы милли, этноэш­ҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә, спорт менән дуҫ булырға өндәне.
– Бәләбәй башҡорт гимназияһы ла Мең ырыуы ерендә урынлашҡан. Беҙ, Ҡырҡ-Өйлө-Мең башҡорттары, йылына бер йыйылышып, милли байрам уҙғарабыҙ. Унан тыш, даими рәүештә халыҡтың килеп тыуған проблемаларын хәл итеү өсөн йыйылышып, фекер алышабыҙ, мәҙәни, рухи, дини, спорт саралары ойошторабыҙ. Беҙҙең эштә лә әүҙем ҡатнашып китә ала Бәләбәй уҡыусылары, – тине Филүс Хәлиуллин.
Ике яҡ өсөн дә ҡыҙыҡлы, фәһемле осрашыуҙың һөҙөмтәһе булһын. Киләсәктә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты данын арттырыусылар араһында Бәләбәй башҡорт гимназияһы уҡыусылары булыр, тип өмөт итәйек.

Бәләбәй ҡалаһы.



Телем менән ғорурланам!

Урман буйлап китеп барам,
Һоҡланам ағастарға.
Уға ҡунған ап-аҡ бәҫкә,
Усҡа төшкән һәр ҡарға.

Ары барам, бире барам,
Ҡоштай талпынам, осам.
Күңелдәргә тулған хисте
Шиғыр юлына һалам.

Телем минең ағас кеүек
Үҙ тамырҙарын йәйә.
Сит телде мин өйрәнһәм дә,
Миңә яҡын һин генә.

Туған тел ул борондан
Беҙгә бирелеп килгән.
Күпме ҡаршылыҡ булһа ла,
Сафлығын юғалтмаған.
Зилиә ҠАСИМОВА.


Минең әсәйем

Әсәйҙе яратмаған
Юҡтыр кеше донъяла.
“Ул бит беҙҙең берәү генә”, –
Ти илдә һәр бер бала.
Юлиә МИҺРАНОВА.


Дуҫтарым

Көләс йөҙлө, наҙлы күҙле
Һеҙ бит, дуҫтар, бер генә.
Ярҙам ҡулын һуҙырға һеҙ
Һәр ваҡыт әҙер генә.
Минең дуҫ ҡыҙҙарым:
Яҙгөл, Наҙгөл, Зилиә.
Барығыҙ ҙа шәп кенә,
Шәп кенә, терәк кенә.
Динара ВӘЛИӘХМӘТОВА.


Ауылым урмандары

Беҙҙең ауыл урмандары,
Бигерәк йәмле ҡырҙары.
Йыраҡ түгел, юл буйында
Үҫеп ултыра талы.
Урмандың бер ситендә
Бар бер ҙур матур ялан.
Киләм йәйен шул урынға,
Еләген йыйып алам.
Сулпан ИҘИӘТУЛЛИНА.


Вернуться назад