Яңы уҡыу йылына — яңы дәрес03.05.2012
Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡарарына ярашлы, 2012 йылдың 1 сентябренән илдең бөтә мәктәптәрендә лә, атап әйткәндә, IV класс уҡыусыларына “Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре” тигән өр-яңы дәрес уҡытыла башлай. Дәрес алты модулдән тора: “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”, “Православие мәҙәниәте нигеҙҙәре”, “Донъя мәҙәниәте нигеҙҙәре”, “Донъяуи этика нигеҙҙәре”, “Йәһүд мәҙәниәте нигеҙҙәре” һәм “Буддизм мәҙәниәте нигеҙҙәре”. Теләгәнен һайлап алырға мөмкин. Башҡортостан мәктәптәре тәүге дүрт фәнгә өҫтөнлөк биргән. Яңы дәрескә ҡарашығыҙ нисек?

Рәмилә ИШЕМҒОЛОВА, Башҡортостан Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге начальнигы:
— Белем биреүҙәге үҙгәрештәр мәғариф системаһы өсөн яңылыҡ түгел. Был дәрестәр Рәсәйҙең 19 төбәгендә 2010 йылдың 1 апреленән ошоғаса тәжрибә форматында уҡытыла килде. Проект яҡлау тапты. Быйылдан башҡа мәктәптәр ҙә ҡушыла. Республикаға килгәндә, беҙҙә уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр дүрт дәрескә өҫтөнлөк бирҙе. Күп белем усаҡтары (72 процент) “Донъяуи этика нигеҙҙәре” фәнен һайланы. Дәрес аҙнаһына бер тапҡыр уҡытыласаҡ. Шуныһы: был осраҡта һис кенә лә яңы дәрестәрҙе дингә ҡараш менән бутарға ярамай. Донъя мәҙәниәтен, төрлө халыҡтарҙың дингә ҡарашын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән фәндәрҙе бер ниндәй ҙә дин әһелдәре түгел, ә ябай уҡытыусылар уҡытасаҡ.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ, педагогика фәндәре докторы, БДУ профессоры:

— Мәктәптәге үҙгәрештәр заманалар үтеү менән нимәгә алып килер икән? Беҙ бит үҙгәртеп ҡороуҙан бушамайбыҙ. Ярай әле уныһы уҡытыуҙың сифатына йәки уҡыусыларҙың белем кимәленә ыңғай йоғонто яһаһа. Юҡһа, ниндәй генә белем усағына барма, ниндәй генә районға сыҡма, ниндәй генә ҡала мәктәбенә инмә, белем сифаты совет осоро балалары алған белемдән дә түбәнерәк. Бөгөнгө һорауығыҙға килгәндә, дини мәҙәниәтте мәктәп программаһына индереүгә ҡырҡа ҡаршымын. Беренсенән, дин — ул дәүләттән тыш ойошма, дәүләттән тыш сәйәсәт. Дәүләттең, бигерәк тә мәғарифтың дингә сат йәбешеп ятыуын аңламайым. Был фәндәр урынына аҙнаһына бер сәғәт өҫтәп, туған телде, әсә телен өйрәнеүгә ваҡыт бирһәләр, ул ваҡытта Рәсәй педагогикаһы бер аҙым алға атлар ине.

Фәүзиә КИЛДЕҒОЛОВА, өс бала әсәһе, хужабикә, Өфө ҡалаһы:

— Ул балаларҙың башын ниңә ҡатыралар икән? Былай ҙа дәрестәре күп, программа ауыр. Теләге булған кеше ул динде былай ҙа өйрәнә. Унан бит әлеге лә баяғы туған тел дәрестәре зыян күрәсәк. Белгестәр яңы фәндәрҙе төбәк компоненты иҫәбенә атҡармаҡсы. Тимәк, былай ҙа аҙнаһына ике сәғәт кенә уҡытылған башҡорт телебеҙ ҡыҫҡартыласаҡ тигән һүҙ. Дөйөм алғанда, был дәрестәргә бер ниндәй ҡаршылығым юҡ. Һис шикһеҙ, бала донъя мәҙәниәтен дә белергә, өйрәнергә тейеш. Тик ниңә уны, айырым предмет булараҡ, дәрестәрҙе ҡыҫып, уҡыу программаһын боҙоп индерергә?

Сөләймән ВАҺАПОВ, Шишмә районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы:

— Беҙҙең район мәктәптәре бөтәһе лә тиерлек (36 белем усағы) донъя мәҙәниәте нигеҙҙәре дәресен һайланы, Ҡара Яҡуп урта мәктәбендә генә Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре уҡытыласаҡ. Ғөмүмән, дин — ул бит рухи аҙыҡ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа Рәсәй халҡы матди байлыҡты — тәүге, ә рухи мәнфәғәттәрҙе икенсе урынға ҡуйып йәшәне. Бөгөн шуның эҙемтәләрен кисерәбеҙ ҙә инде. Әлбиттә, халыҡҡа иман ҡайта, мәсеттәр төҙөлә. Беҙҙең районда ғына ҡасандыр бер мәсет эшләп килһә, бөгөн егерме өсөнсөһө төҙөлә. Әммә бөтә нәмә бәләкәйҙән һалына. Шуға мәктәптәргә дин дәрестәренең, донъя мәҙәниәтенең индерелә башлауын бер ҙә насар тип иҫәпләмәйем.

Сәғимә МИҢЛЕГӘРӘЕВА, Туймазы районының Төмәнәк урта мәктәбе директоры:
— Беҙ, ата-әсәләр менән берлектә, оҙаҡ ҡына кәңәшләшеп, фекер алышҡандан һуң “Донъяуи этика нигеҙҙәре”нә туҡталдыҡ. Иң мөһиме, был фәндәрҙе һис кенә лә дини йүнәлеш менән бутарға ярамай. Улар тәү сиратта төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Этиканы һайлауыбыҙ ҙа юҡҡа түгел — бөгөнгө йәштәрҙең тәртибе ныҡ аҡһай. Әлбиттә, уҡытып ҡына кешене тәртипле итеп тә булмай. Әммә бәләкәйҙән һалынған аң-белем, зиһен уның күңелендә эҙһеҙ үтмәҫенә ышанабыҙ.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.


Вернуться назад