Тормош бит ул аҡҡан һыу кеүек: бала саҡ, йәшлек, унан инде ҡартлығы ла үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Һөйләйәсәк — геройҙарым – Белорет районының Шығай ауылында йәшәгән Нурбикә менән Инсаф Ҡәнәфиндәр. Ҡәнәфиндәрҙең бергә йәшәүенә 45 йыл да булып киткән. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерҙе аҙ тип әйтеп булмай. Күптәргә өлгө булып, бынамын итеп гөрләтеп донъя көткән, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған Ҡәнәфиндәр нисек танышып киткән һуң?
Яҙмыш йәштәрҙе 1969 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға килгәс осраштыра. Математиканан имтихан биргән көндә танышып китә улар. Егет менән ҡыҙ, уңышлы һынау тапшырып, студент булыу бәхетенә өлгәшә. Сентябрҙең тәүге көндәрендә үк уларҙы — 30 ҡыҙҙы һәм алты егетте – сыуаш ауылына колхозға эшкә ебәрәләр. Нәҡ шул ваҡытта Баймаҡ һылыуы Нурбикә үҙенең егәрлелеге, сибәрлеге менән егеттең күңелен арбай ҙа инде.
Колхозда саҡта егеттәр һалам эҫкертләй, ә ҡыҙҙар иген елгәрә. Йәштәр бер ай самаһы эштә сынығып, дәртле студент тормошонда ҡайнап, дуҫлыҡтарын мөхәббәт хисенә әүерелдереп, яңынан уҡырға ҡайта. Егет менән ҡыҙҙың ауылда башланған һөйөүе дауам итә, улар киноға йөрөй, буш ваҡыттарын бергә үткәрә.
1970 йылда Инсаф ағайҙы армияға алалар һәм Мәскәү өлкәһенә хеҙмәт итергә ебәрәләр. Айырылып тороу ике аралағы хистәргә тағы ла нығыраҡ ялҡын өҫтәй. Ике яҡтан да мөхәббәт хаттары яуа. Ҡышҡы каникул мәлендә Нурбикә апай Мәскәүгә Ленин мавзолейын күрергә барыуы тураһында хәбәр итә. Ваҡыт еткәс, ул апаһынан аҡса алып тороп, һөйгән егете янына юллана. Инсаф ағай Нурбикә апайҙы Мәскәү, Ҡыҙыл майҙан, үҙенең һалдат тормошо менән таныштыра. Өс көн бергә булғандан һуң, ике аралағы тойғоларҙы тағы ла нығыраҡ ышаныслыраҡ итеп, ҡыҙ кире ҡайтып китә. Тарих ҡабатлана тигәндәй, ҡасандыр, 1943 йылда, Инсаф ағайҙың әсәһе лә взвод командиры, ѲӨфөѳ янында һалдаттарҙы пехотаға әҙерләгән ире янына барып, аҙна буйы уның эргәһендә булып ҡайтҡан була.
1972 йылдың декабрендә армиянан ҡайтҡас, Инсаф Хәсән улы Шығай мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай. Улар Нурбикә IV курсты тамамлар алдынан гөрләтеп туй яһай. Шулай итеп, ике йәш белгес ауыл мәктәбендә ең һыҙғанып эшкә тотона. 1974 йылда Нурбикә Әнүәр ҡыҙы математика, хеҙмәт дәрестәрен уҡыта. Йәш ҡыҙҙарҙы хеҙмәткә, аш-һыу, бәйләм-сигеү, тегеү серҙәренә өйрәтеү уға бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Ҡасандыр ул уҡытҡан, бөгөн үҙҙәре өләсәй булған ҡыҙҙар уға әле лә үҙ рәхмәтен белдереүҙән туҡтамай.
Үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусы 38 йыл математиканан белем биреп, 2012 йылда хаҡлы ялға сыға.
Ә Инсаф ағай иһә, 41 йыл ғүмерен балаларға арнап, 2013 йылда пенсияға китә. Шулай ҙа ул буш ятмай, Шығай ауыл Советы буйынса “Росгосстрах” бүлегендә агент булып эшләй, райондың “Урал” гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе лә. Быйыл ул Аҙналы ауылында Ҡәнәфиндәрҙең Шәжәрә байрамын да ойоштора. Бының өсөн әллә күпме архив юлын тапарға тура килә уға. Һөҙөмтәлә туғандарының, биш олатаһының шәжәрәһен төҙөй.
Бәхетле пар дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн оло ҡыҙҙары Айгөл Межгорье ҡалаһында акушер булып эшләй. Сөмбөл ике юғары белемгә эйә. Социаль педагог һәм кадастр инженеры һөнәрен үҙләштергән. Өсөнсө ҡыҙҙары Гөлдәр — Белореттағы “Связной” магазины етәксеһе. Кинйә ҡыҙ Гөлсөм Өфөлә Һаулыҡ һаҡлау министрлығында иҡтисадсы булып эшләй, БДУ-ның математика факультетын, Аграр университеттың иҡтисад факультетын тамамлаған.
Нурбикә апай менән Инсаф ағай икеһе лә хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғариф алдынғылары. Инсаф Хәсән улы мәктәптә эшләгән осоронда профсоюз эшен дә алып бара. Мәғариф идаралығының бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған, Рәсәй профсоюздарының 100 йыллыҡ юбилей миҙалы менән бүләкләнгән. Нурбикә Әнүәр ҡыҙы ла, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тик ултырмай. Шығай ауыл клубының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы. Ҡорама ҡорау, һаҡал, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә алып бара. Был йүнәлеш буйынса ул Өфөлә уҡып ҡайтып, махсус сертификатҡа ла эйә булған. Уның ҡул эштәре һәр ваҡытта ла мәҙәниәт усағын биҙәп тора.
Ял көндәрендә, байрамдарҙа уларҙың өйҙәре шау-гөр килгән бәхетле тауышҡа күмелә. Нурбикә һәм Инсаф Ҡәнәфиндәрҙең татыу, тынғыһыҙ тормош юлы бөгөн күптәргә матур өлгө булып тора. Уларға артабан да ғүмер юлын бергә уҙып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, оҙон-оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәргә насип булһын.
Белорет районы.