Табип тигән бөйөк исеме бар13.06.2018
Табип тигән бөйөк исеме барДауахана юлын һәр кем юҡ-юҡта тапай. Табипҡа инер алдынан бөтәһе лә унан яҡшы хәбәр алып сығырына ышана һәм өмөтләнә... Изге лә, ауыр ҙа, кеше ғүмере өсөн яуаплы һөнәрҙе үҙ иткән, уны намыҫлы аҡлаған, яҡындарының, таныш һәм таныш түгел кешеләрҙең һаулығын тикшереүҙән тыш, дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәләтенә эйә булған, дауалау процестарын яҡшы белгән табиптар алтынға бәрәбәр.


Белорет районының Йөйәк ауылында ғүмер иткән Абдулла Мөхәмәт улы Миһранов – был исемде ғорур йөрөткән, ауылдаштары араһында хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ кешеләрҙең береһе.
Ул 1938 йылдың ҡарлы-буранлы февраленең һуңғы көндәрендә Йөйәк ауылында һигеҙ бала тәрбиәләнгән ғаиләлә донъяға килә. VIII класты тамамлағас, урта белем алыу маҡсаты менән Инйәргә уҡырға бара. Эргә-тирә ауылдарҙан йыйылған башҡорт балалары менән мәктәп ятағында татыу йәшәйҙәр. X класты тамамлағандан һуң, Белорет медицина училищеһының фельдшер бүлегенә уҡырға инә.
Ул ваҡытта уҡыу йылы башында студенттарҙы картуф алырға ебәрер булалар. Сермәндә ошондай эш мәлендә училищеның ул мәлдәге директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Аркадий Михайлович Мулуков килеп, Өфөләге медицина училищеһына хәрби медиктар әҙерләү өсөн студенттар йыйыуҙары, уҡыуҙы тамамлағанда уларға кесе лейтенант дәрәжәһе биреләсәге тураһында хәбәр итә.
Йәшлек дәрте урғылып торған егет, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, баш ҡалаға юллана. Уҡыуын тамамлау менән Һарытауҙа элемтә батальоны часында фельдшер булып хеҙмәт итә.
Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, юғары белемле табип булыу, үҙ ғүмерен башҡаларҙың һаулығын ҡайғыртыуға арнау ниәтендә, Башҡортостан дәүләт медицина институтының дауалау бүлегенә һынау тота. Уҡыу йортоноң III курсында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия университетында уҡып йөрөгән ауылдашы Рәсимә Шәйәхмәт ҡыҙы Әбдрәхимова менән сәсен сәскә бәйләй.
Ҡулына диплом алған йәш белгес Абдулла Миһрановты Асы участка дауаха­наһына баш табип итеп ебәрәләр. Биш йыл эшләгәндән һуң, ете йәшлек улдары Илдарҙың һәм ике йәшлек ҡыҙҙары Айһылыуҙың киләсәген ҡайғыртып, ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалыға күсәләр. Байтаҡ эш тәжрибәһе булған табипты ҡуш ҡуллап үҙәк район дауаханаһына терапевт итеп алалар. Бер нисә айҙан Абдулла Мөхәмәт улының үҙ эшен яратып башҡарғанын күргән баш табип уны Өфөгә рентгенолог һөнәренә уҡырға ебәрә. Теүәл дүрт айҙан сертификатлы белгес өр-яңы рентген кабинетында эш башлай. Шул уҡ ваҡытта терапевт та була.
Һигеҙ йылдан һуң, 1974 йылдың август айында, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Бала саҡ эҙҙәре һаҡланған Йөйәктә өй һалып ингәс, яңы ғына төҙөлгән Инйәр дауаханаһына рентгенолог, тулы булмаған ставкаға терапевт булып эшкә урынлаша. Биргән антына, һөнәренә ғүмер буйы тоғро ҡалған, табип эшенең ауырлығына бер ҡасан да зарланмаған Абдулла Миһранов ике ауыл араһын көн дә электричкала йөрөп эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Миһрановтар гөрләтеп донъя көтә. Малын да аҫрайҙар, умартаһын да тоталар. Ял, байрам мәлдәрендә олатай-өләсәй йортона ҡунаҡҡа килгән ейәндәрен эшкә өйрәтергә, үҙ белгәндәре менән уртаҡлашырға, уларға башҡорт рухын һеңдерергә тырышалар.
Йөйәк ауылының иң беренсе фельдшеры, тәүге табибы Абдулла Мөхәмәт улының балалары ла уның юлын һайлаған. Улдары Илдар, атаһы кеүек, медицина универ­си­тетының дауалау факультетын тамамлаған. Бөгөн Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауа­ханаһында терапевт-кардиолог булып эшләй.
Ҡыҙҙары Айһылыу Өфө медицина кол­леджының акушерлыҡ бүлеген тамамлағас, ете йыл Инйәр дауаханаһында эшләгән. Унан һуң медицина университетын тамамлап, әлеге көндә Өфөнөң 3-сө ҡала клиник дауаханаһында өлкән шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына эйә, ике тапҡыр “Социалистик хеҙмәт алдынғыһы” миҙалына лайыҡ булған хеҙмәт ветераны Абдулла Миһранов башлаған табиптар династияһына ейәндәре Кәрим, Дамир һәм Айҙар ҙа ҡушылыр тигән өмөт ҙур.

Белорет ҡалаһы.


Вернуться назад