Рәхәтләнеп йәшәргә хаҡы бар13.06.2018
Рәхәтләнеп йәшәргә хаҡы барБөйөк Октябрь революцияһы “емештәре” – НЭП, коллективлаштырыу осоро, 20-се йылдарҙағы аяуһыҙ аслыҡ, һуғыш афәттәре – барыһын да үҙ елкәһендә татырға тура килә беҙҙең әңгәмәсебеҙгә. Әммә яҙмыш килтергән ауырлыҡтар уны сыныҡтыра ғына, һынауҙарға ҡаршы торорлоҡ көс бирә.


Ауылдан ҡыуманылар, әммә...

Һоҡланыуымды йәшермәй, ҡаршымда ултырған Фәһимә апайға тағы ҡарап алам. Кем ошо теремек, һөйләшкәндә күҙҙәре осҡонланып киткән ханымға 100 йәш бирер ине икән?! Эйе-эйе, йыл башында ул үҙенең оло бер быуатҡа тиң юбилейын билдәләне.
Һүҙҙәрен уйлап, килештереп кенә әйтә. Һис бер яңылышлыҡ ебәрмәй. Тарихи даталарҙа ла яңылышмай. Тормо­шоноң һәр осорон, ваҡиғаларын хәтер һандығынан аҡтара ла аҡтара.
Шишмә районының Түбәнге Тирмә тигән ауылында 1918 йылдың ғинуарында тыуған ул.
— Атай-әсәйемдең өсөнсө балаһы булғанмын. Атайҙың көн-төн мал араһында йөрөгәнен, әсәйҙең бала-саға баҡҡанын яҡшы хәтерләйем. Бәләкәйҙән эшкә егелеп үҫтек. Туғыҙ йәш тирәһе булғандыр, бала ҡарарға тип, мине лә ҡырға алып китәләр. Саҡ ҡына бушаһам, ҡулға ураҡ тоттороп, иген урырға ҡушалар. Бер кемебеҙ ҙә шыңшымай, ҡушҡанды эшләп кенә йөрөйбөҙ.
Дүртенселә уҡығанда булһа кәрәк, беҙҙең ғаиләгә кулак мөһөрө таҡтылар. Малыбыҙ ишле булғас, кулакбыҙ, йәнәһе. Ауылыбыҙҙан ҡыумаһалар ҙа, бар мөлкәтебеҙҙе тартып алып, йортобоҙҙан сығарҙылар. Кемдәргәлер фатирға инеп, бәләкәй генә бүлмәлә йәшәп алып киттек.
Һигеҙенсе класты бөтөргәс, ғаиләлә, исмаһам, бер бала кәмер тип, Өфөгә уҡырға китмәк булдым. ФЗО-ға, буйың бәләкәс, тип алманылар. Шунда бер иғланға тап булдым: тимер юлсыларҙың акушер-туташ мәктәбенә ҡабул итеү башланған икән. Бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Алдылар бит мине. Ятаҡтан урын да бирәбеҙ, тинеләр.

Себерҙе лә күрҙек

Бына шулай башланып китә Фәһимә­нең үҙаллы тормошо. Йәшәргә урын, хат­та стипендия ла булғас, ҡыҙҙың ҡыуа­ныстан түбәһе күккә тейә. Тырышып ғилем тауына үрмәләй. Бер йыл уҡығас, бер төркөм уҡыу алдынғыларын, ҡулда­рына юл билеттары тоттороп, Мәскәүгә экскурсияға ебәрәләр. Улар араһында Фәһимә лә була. Төпкөл ауыл ҡыҙына Мәскәү тиклем Мәскәүҙе күреү ҙур тәьҫораттар, яҡты иҫтәлектәр ҡалдыра. Ә инде 1938 йылда акушерлыҡ мәктәбен бөтөргән йәш белгесте Хабаровскиға эшкә ебәрәләр.
— 18 августа Өфөнән бер ҡыҙ менән поезда Бекен тигән разъезға килеп төш­төк. Ҡуйы томан, ямғыр яуа, әммә йылы ине. Атҡа ултыртып, үҙебеҙ йәшәйәсәк урынға алып киттеләр. Мине “Ашығыс ярҙам” күрһәтеү туташы итеп тәғәйен­лә­неләр. Яңы ғына эшкә төшкән баш та­бип менән таныштыҡ. “30 меңен­се”­ләр­ҙең береһе, йәғни был ҡатын Мәскәү­ҙән ине. Ул саҡтарҙа ашығыс ярҙамдың нисек “тиҙ” күрһәтелгәнен әйтеп тороу кә­рәкме икән? Машина түгел, атын да табып булмай ине. Яҡыныраҡ ара булһа, сумкаңды аҫаһың да йүгерәһең. Йыра­ғыраҡҡа инде беҙҙе тауар поезына ултыртып ебәрәләр ине. Ап-асыҡ хәтер­ләйем: 1942 йылда беҙҙән 82 саҡрымда ятҡан бер ауыл кешеһенә тиҙ ярҙам күрһәтергә ебәрҙеләр. Йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урман аша атҡа ултырып юлға сыҡ­тыҡ. Нисә тәүлек барғаныбыҙҙы иҫлә­мәйем инде... Һуңыраҡ, бала табыу йорто төҙөлгәс, акушерка булып эшкә күстем.
1942 йылда буласаҡ ирем Борис менән танышып өйләнештек. Баҡһаң, ул да мин уҡыған курста белем алған. Тик уны ташлап, минән алдараҡ был яҡтарға килгән икән. Бер ятаҡта йәшәгәнбеҙ, бер юлдан йөрөгәнбеҙ, ә сит тарафта килеп табыштыҡ.
Бер йылдан Клара ҡыҙыбыҙ тыуғас, беҙҙе икенсе урынға күсерҙеләр. Иремдең эш урыны урманда ине. Улар фронт өсөн ағас әҙерләне. Ҡорос ағастарын урмандан ҡырҡып сығаралар ҙа ҡайһыһын эшкәртәләр, күбеһен шул көйө вагондарға тейәп, алғы һыҙыҡҡа оҙаталар. Тимер юл станцияһы ҡырмыҫҡа иләүеләй геүләй: һалдаттарҙы һуғышҡа оҙаталар, яралыларҙы килтерәләр. Уларҙы урынлаштырырға, лазареттарға ебәрергә күп ярҙамлаштым.

Башҡортостан һағындыра ине…

Һуғыштың осо-ҡырыйы булмаҫ төҫлө ине. Шулай ҙа һәр кем, тиҙҙән фашисты дөмөктөрәбеҙ, тигән уй менән йәшәне, шул көндө көттө һәм көтөп алды. Ошо ышаныс йәшәргә көс-дәрт биргәндер, тип уйлайым.
Ниндәй ауыр саҡтарҙа ла Башҡортос­танда ҡалған туғандарым, атай-әсәйем иҫтән сыҡманы. Һатып алып, кейемен дә, ситса тауарын да, ашарға аҙығын да посылка итеп һала инем. Һуғыш аҙағында Америка беҙгә гуманитар ярҙам ебәрә башланы бит. Шул аҙыҡ-түлекте йыям да туғандарға ебәрәм. Аҡсаһын да бүлдем, хәлгә ҡарап.
Оло ҡыҙыбыҙ мәктәпкә барыуға, икенсеһе донъяға килде. Һуғыш бөткәйне инде. Тыныс тормошта рәхәтләнеп йәшә лә йәшә. Тик минең күңелем тынғы тапманы. Тыуған яҡ үҙенә тартты ла торҙо. Әммә ҡайҙа барып морон төртөргә һуң? Хаттарынан белеүебеҙсә, атайым ғаиләһен Шишмәнән Учалы районының Һәйтәк ауылына күсереп килтергәйне. Эйе, унда ла еңелдән булмағандыр инде. Әсәйем ауырып 43 йәшендә генә донъя ҡуйған, тип яҙҙылар. Атайым биш бала менән тороп ҡалған.
Шулай ҙа ҡайтып төштөк тыуған яҡтарға. 1951 йыл ине. Иремә, төҙөүсе булғас, эш тиҙ табылды. Мин дауаханаға барҙым. Ул саҡта үҙәк район дауаханаһы Учалы ауылында ине. Әлегә эш юҡ, булһа саҡыртырбыҙ, тинеләр. Тик ятырға күнегелмәгән бит инде, эргәләге бер магазинға һатыусы булып урынлашып торҙом. Аҙаҡтан, дауаханаға саҡыр­ғас­тар, магазин хужаһы мине эштән ебәрмәй маташты. Яҡшы эшләйһең, бөтә нәмәне юлға һалдың, ебәрмәйем, ти ҙә ҡуя.
Барыбер үҙ һөнәрем мине нығыраҡ тартты. Дауаханаға эшкә урынлашып, утыҙ йылдан ашыу шунда тир түктем. 1985 йылда хаҡлы ялға сыҡтым.

Етеш тормошҡа хаҡлылар

Фәһимә апай һүҙен ҡапыл ғына тамамланы ла:
— Ҡан баҫымын үлсәтеп киләйем әле, — тип икенсе бүлмәләге ҡыҙы янына сыҡты. Шунан етеҙ генә баҫып, дарыуын эҙләп алды ла эсеп тә ебәрҙе.
Эйе, һуңғы йылдар әңгәмәсебеҙ хәтерендә бик аҙ һаҡланған. Улар хаҡында ул һаран ғына, бер-ике һүҙ менән генә әйтеп ҡуйҙы. Фәһимә апай менән бер ваҡытта эшләгән коллегаһы Вәлимә Мөхтәр ҡыҙы Байегетова уның биографияһын бер аҙ тулыландырҙы:
— Тәүҙә пост туташы булып эшләне. Аҙаҡ диета туташы эшен тапшырҙылар, ә инде һуңғы йылдарында туберкулез шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итте (был сирҙең халыҡ араһында күпләп таралған осоронда ауырыуҙар өсөн махсус хеҙмәт ойошторола). Ул ауылдар буйлап йөрөп, сирлеләргә дарыу тарата, хәлдәрен контролдә тота, уның хаҡында гел генә яҡшы фекер әйтәләр ине. Егәрле, тыңлаусан булды. Эш ҡушалар икән, еренә еткереп башҡарҙы. Балаларын да ҡараны, донъяһын да көттө. Борис ағай үҙе төҙөүсе булғас, Учалы ауылында матур йорт һалып сыҡтылар, малын да, ҡош-ҡортон да аҫранылар.
Ире вафат булғас, Фәһимә апай донъя йөгөн бер үҙе тарта. Өс ҡыҙын аяҡҡа баҫ­тыра, уҡыта. Оло ҡыҙы – Клараһы Иркутскиҙа институт тамамлап, геолог һөнәрен ала. Оҙаҡ йылдар шунда хеҙмәт итә. Икенсе ҡыҙы Галина — уҡытыусы, химия һәм биологиянан белем бирә. Шулай уҡ юғары белемле. Ғүмере буйы Уча­лы урта мәктәбендә уҡыта. Иң кесе­лә­ре Людмила — теш ҡуйыу белгесе, Сор­ғот ҡалаһында йәшәй. Биш ейән-ейәнсәре лә юғары белемле, өс бүләһе бар.
Түләбаевтар нәҫелендә оҙон ғүмерлеләр бер Фәһимә апай ғына түгел икән. Уның бер туған һеңлеһе Нәдирәгә — 82, әле Рафиҡ ауылында йәшәй. Ҡалала йәшәгән Нажиҙә туғанына 79 йәш тулған. Хоҙай Тәғәлә уларға бәхетле ҡартлыҡ бирһен. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре менән бергәләп бөгөнгө матур тормошҡа ҡыуанып, матур, етеш тормошта рәхәтләнеп йәшәргә улар бик-бик хаҡлы.

Учалы ҡалаһы.


Вернуться назад