Байназар оҫталары13.06.2018
Байназар оҫталарыБөрйән районы оҫталары менән Сибайҙа үткән Милли кейем байрамында танышырға насип итте. Нәйлә Мәсәғүтова менән Әнисә Салауатова бөрйәндәргә хас һөйкөмлөлөк һәм баҫалҡылыҡ менән үҙҙәре бәйләгән һәм теккән селтәр-алмиҙеүҙәрен күрһәтте, уларҙы нисек эшләүҙәре хаҡында бәйән итте.

Әнисә Зәйләғәтдин ҡыҙы был шөғөлгә әсәһе Шәмсиямал инәйҙән өйрәнгән, уның селтәр-ҡашмауҙарын ҡарап, үҙе лә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙа­рының биҙәнеү әйберҙәрен эшләргә тотона. Оҫтаның да­ны ете ауылға етер тигәндәй, ауыл­даштарының башланғысын башҡалар ҙа күтәреп ала. Бөрйән районы ағинәйҙәренә Сибайҙан Асия Солтанова килеп, селтәр, ҡашмау, алмиҙеү эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәткәс, Байназар ауылы ағинәйҙәре бергә­ләшеп селтәр эшләүгә тотона. Биге­рәк тә ҡыш һәр йортта кис ултырыуҙар үтә, унда һәр кем ҡул эшен тотоп килә, бер-береһен өйрәтеп, кәңәш­ләшеп, йырлап ултырғас, эш тә йылдам бара, күңел дә күтәренке була.
Нәйлә Мәсәғүтова әйтеүенсә, уның был кәсепте үҙ итеүенә өс йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Тәүҙә үҙе, аҙаҡ ҡыҙҙары һәм туғандары өсөн селтәр эшләһә, хәҙер һораусыларҙың теләге буйынса башҡара. 2016 йылда Өфөлә үткән “Селтәр” байрамында ҡатнашып ҡайтҡас, күңеле күтәрелеп, йәнә ҡул эшенә тотонған.
— Һуңғы ваҡытта стилләштерелгән сел­тәр һәм алмиҙеүгә һорау ҙур, — ти Нәйлә Ирек ҡыҙы. – Үҙебеҙҙең Бөрйән ырыуына хас тамғалар ҡуйып эшләгән ҡул эшем тиҙ үтә. Шулай уҡ заказ биреүселәрҙең теләген иҫәпкә алырға тырышабыҙ. Бер селтәрҙе ай эсендә эшләргә мөмкин, хаҡы — 7-10 мең һум, алмиҙеүҙәр 1 мең­дән дә арзаныраҡ түгел.
Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай Байназар уңғандары. Ауыл клубы янында эшләп кил­гән фольклор ансамбленә йөрөргә лә, төрлө район һәм ҡалала үткән ҡул эш­тәре күргәҙмәһендә, Милли кейем байрамдарында ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Шулай уҡ уларҙың эше — райондағы һәр сараның йөҙөк ҡашы, ауылдың йә­ме һәм биҙәге. Шуныһы ҡыуаныслы: йыраҡ араларҙы яҡын итеп килгән алтын ҡуллы оҫталар Сибайҙан оло еңеү менән ҡайтты. Әнисә Салауатова “Селтәр” номинацияһында Гран-приға лайыҡ булды, Нәйлә Мәсәғүтова “Алмиҙеү” буйынса беренсе урынды яуланы.

Бөрйән районы.


Вернуться назад