Ауыл депутаты13.06.2018
Ауыл депутатыБөгөн улар — ауыл биләмәһе башлыҡтарының иң төп ярҙамсылары. Һәр ауылда, бәләкәйме-ҙурмы, төрлө проблемалар, көндәлек мәшәҡәттәр осрап ҡына тора. Уларҙың барыһын да ауыл биләмәһе башлығы белеп тә, хәл итеп тә өлгөрмәй. Тап ошо осраҡта тәүге ярҙамды ауылдаштарына үҙҙәре һайлаған депутат күрһәтә.

5-се Тоҡтағол һайлау округы депутаты Юлай Кинйәбаев Күсей ауы­лында йәшәй. Ауылдың Абдрахман Ғәлләмов һәм Тоҡтағол урамдары халҡы һәм Тоҡтағол ауылында йәшәүселәр, уға ҙур ышаныс күрһәтеп, депутат итеп һайлай һәм яңылышмай. Әйткәндәй, Юлай Сәлимйән улы Күсей ауыл советына икенсе тапҡыр рәттән депутат булып үтә. Ул иңенә алған бурысты яуаплы башҡара, һайлаусы­лары­ның наказын һәр саҡ үтәргә тырыша, депутатлыҡ вазифаһын лайыҡлы атҡара.
— Беҙҙең урамда күпселек оло йәштәгеләр йәшәүгә ҡарамаҫтан, улар бик дәртле һәм әүҙем, — тип һүҙ алды ауыл депутаты. — Йыл һайын тирә-яҡты таҙартыу буйынса өмәләр үткәрәбеҙ, сүп-сарҙы яндырып, рәткә килтерәбеҙ. Был өмә­ләрҙә халыҡ ихлас ҡатнаша. Ошоға тиклем һайлаусыларҙың һорауы буйынса урам юлына ҡырсынташ түшәнек, был эште күмәк көс менән үҙебеҙ атҡарып сыҡтыҡ. Беҙҙең урам ауылдың үҙәгенән ситтә урынлашҡан. Ҡыш ҡар күп яуғанда, урамдан сыға алмай ултырған саҡтар ҙа йыш була, буран Ирәндек яғынан көслө иҫә. Шунлыҡтан халыҡ ҡар тотоу урыны өсөн урамдың буш ятҡан еренә ағас ултыртырға тәҡдим итте, әле шул эштәрҙе имен-һау башҡарҙыҡ.
Былтыр, Экология йылында, көҙ Юлай Кинйәбаев үҙенең һайлаусы­лары менән ағас ултыртыу өсөн паркты кәртәләп ҡуя. Артабан уны округта йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар матурлап, төрлө төҫкә буяй. Яҙ етеү менән һәр ғаилә паркка төрлө ағас­тар, үҫентеләр ултырта. Күмәк­ләгән яу ҡайтарған тигәндәй, тиҙ арала ҡар тотоласаҡ урынға муйыл, миләш, энәлек, саған ағастары ултыртыла, ҡурай еләге үҫентеһе лә урын ала. Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы уңайынан да урамдың йәш парҙары балалары менән бергә үҙҙәренең ғаилә аға­сын ултырта. Гөлдәр һәм Тимур Замановтар күптән түгел урамға йәм өҫтәп яңы йорт һалып сыҡҡан. Данил улдары һәм Яҙгөл ҡыҙҙары менән улар бергәләшеп ғаилә аға­сын ултыртып, изге теләктәр те­ләгән. “Урамыбыҙға йәм биреп торһон, ҡышын ҡар тотһон беҙ ултыртҡан ағастар. Ҡасандыр улар ҙурайып китер, тотош урманға әйләнер. Йәшеллекте һаҡларға кәрәк”, — ти йәштәр.
Ауыл депутаты өсөн төп сифаттарҙың береһе — ойоштороу һәләте. Был яҡтан да һайлаусылар отолмаған, Юлай Кинйәбаев халыҡ менән эшләй белә. Иң мөһиме — әйҙәүсеһе булғас, уны күтәреп алыу­сылары ла табыла. Әйткәндәй, уның ҡатыны Рәхимә Мөжәүир ҡыҙы – депутаттың уң ҡулы, бар сараларҙы ойоштороусы ла, тормош иптәшенең һәр башланғысын хуплап, ярҙам ҡулы һуҙыусы ла. Кинйәбаевтар ике ул тәрбиәләп үҫтергән, әле улар бәхетле өләсәй һәм олатай ҙа.
Йыр-моңға дәртле, сәнғәт һөйгән Күсей халҡында элек-электән бик матур йола йәшәй. Улар ике йыл һайын биш округка бүленеп, үҙ-ара ярышып, концерт ҡуя. Быйыл да ауылдың биш депутаты Сәриә Йыһаншина, Дәүләт Ишбирҙин, Фаил Игебаев, Вәхит Абдуллин һәм Юлай Кинйәбаев етәкселе­гендә округта йәшәүселәр аҙна һайын үҙ көстәре менән әҙерләгән концерт менән сығыш яһай. Әңгә­мәсемдең округындағылар бигерәк тә йыр-моңға маһир, гармунсылар күпләп йәшәгән урам­дарҙың бе­реһе. Шуға күрә был округтың сығышын һәр кем көтөп ала, онотола барған гармун моңо бары­һының күңелен йәнә моңландырып ебәрә.
Шулай уҡ сәләмәт тормошто, айыҡ йәшәүҙе пропагандалаған спорт сараларында ла әүҙем ҡат­наша Ғәлләмов урамында йә­шәүселәр. Бигерәк тә Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғо­лов призына үткән волейбол ярыштарында уларға тиңләшеүселәр табылмай. Өс саҡрымда урынлашҡан күрше Тоҡтағол ауылына ла йыш бара Юлай Сәлимйән улы. Хәйер, был ауылда йәшәүселәр һаны йылдан-йыл кәмей, әле бында ни бары өс кеше иҫәпләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙенең һайлаусы­ла­рының хәлен белешә, уларҙың һо­рау­ҙарын үтәй, ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Үҙенә ышаныс белдергән һайлаусыларының барлыҡ мәсьә­ләләрен хәл итеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй ауыл депутаты Юлай Кинйәбаев.

Баймаҡ районы.


Вернуться назад