Иң-иңдәре13.06.2018
Иң еңел ағас – бальза. Ул һыуҙан туғыҙ тапҡырға еңелерәк. Асылда был үҫемлектә ағас матдәһе ете генә процент. Иң ауыры – гваяк. Ул һыуҙан 1,37 тапҡыр ауыр һәм 87 процентын ағас матдәһе тәшкил итә.
Иң бейектә йәшәүселәр – үрмәкселәр. Улар тауҙарҙа 7 500 метр бейеклектә лә йәшәй ала. Был үрмәкселәр ел ни килтерһә, шуның менән туҡлана. Ҡоштар – 4 500 метр бейеклектә, ҡайһы бер күбәләктәр тауҙарҙа 6000 метр бейеклектә йәшәй.
Иң етеҙ ҡоштар тип ҡарлуғастар һанала, әммә уларҙан да тиҙ осоусы ҡарсыға бар. Ул ҡарлуғастарҙы осҡанда ҡыуып етеп тота. Иң йыраҡҡа һәм бейеккә осоусылар – бөркөттәр һәм грифтар.
Иң ҙур тәлмәрйен (уларҙың 250 төрө бар!) – галиафтар. Ул Африка урмандарында йәшәй. Буйы – 90 сантиметр, ауырлығы 3 килограмм. Америкала 600 грамлы “үгеҙбаҡа” бар. Уның ите затлы ресторандарҙа ҡиммәтле ризыҡ һанала.
Иң оҙаҡ йәшәүсе ағас – секвоя (Американың Калифорния тауҙарында үҫеүсе ағас). Ул өс мең йылдан ашыу йәшәй. Күптән түгел Мысыр пирамидаһы менән йәштәш ҡарағай ағастары тапҡандар. Иң ҡарты – 4 600 йыл йәшәгән.