Ағастар дауалай13.06.2018
Ағастар дауалайҠайындың япраҡтары һәм бөрөләре күп төрлө ауырыуҙарға дауа. Мәҫәлән, һыулы вазаға ултыртылған ҡайын ботағы нервы һәм ҡан тамырҙарына файҙалы.
Имән – кешеләр өсөн көслө энергия сығанағы. Уның ҡырында булыу үҙ-үҙеңә ышаныс көсөн, эшләү һәләтен арттыра.
Тирәк – һауаны автомобиль газдарынан, ағыулы матдәләрҙән таҙарта. Ә йәш тирәк япраҡтары иһә тынысландыра.
Миләш – кешегә үҙенең эске донъяһын аңларға ярҙам итә.
Йүкә – көслө энергияға эйә. Ул йортто бәхетһеҙлектән һаҡлай, тигән ышаныу бар. Шуның өсөн баҡсағыҙға ошо ағасты ултыртырға кәңәш ителә.
Өйәңке – кешеләргә битараф ағас. Шулай ҙа япраҡтарын йыйыу һөйөнөс килтерә.
Сейә япраҡтарынан ҡайнатылған сәй йөрәккә дауа. Емеше лә файҙалы. Муйылдың емеше эс киткәндә ярҙам итә, сәскәләрен киптереп, сәй итеп тә эсәләр.
Ҡара ҡарағат – витаминдар ҡаҙнаһы. Хатта сыбыҡсаларынан да яһалған төнәтмә тән тиреһе өсөн файҙалы. Япраҡтарын сәйгә һалалар.
Уҫаҡ ҡайырыһын, ваҡланған ботаҡтарын бешереп, эренле ваҡ һыҙлауҙарҙы дауалайҙар.


Вернуться назад