Ҡотлайбыҙ!08.06.2018
Ҡотлайбыҙ!Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында 12 балалы ҙур ғаиләлә тыуған иң оло апайыбыҙ Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы Әхмәто­ваны (Рәхимованы) 70 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ғүмер юлдары ла, хеҙмәт йылдары ла килен булып төшөп, “таш булып батҡан” урында – Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылында үтте. Ишбулды еҙнәбеҙ менән матур ғаилә ҡороу һәм биш балаға ғүмер биреү менән бер рәттән ауыл халҡының йәндәй күреп күҙ төбәп торған ихтирамлы белгесе – фельдшер булды ул. Ҡояштай көләс йөҙлө, шифалы ҡуллы, бал ҡортолай уңған мәрхәмәт туташын һәр йортта өмөт-ышаныс менән үҙ туғанылай күреп ҡаршыланылар.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәтен дә күрҙе Зәйтүнә апайыбыҙ. 42 йылға һуҙылған хеҙмәт юлында “Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән маҡтаулы исемдәргә эйә булды, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Ҙур ғаиләлә иң оло апай булараҡ, ул беҙгә, кесе туғандарына, икенсе әсәй ҙә ине. Аҡлы-ҡаралы, һикәлтәле тормош юлдарында эске ныҡлыҡ, һынмаҫ рух, һүнмәҫ дәрт күрһәткән апайыбыҙ беҙҙең өсөн матур өлгө булды.
Еҙнәбеҙ менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, ауыл, совхоз, район һәм республика кимәлендәге йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаны, балалар үҫтерҙе, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, өләсәй ҡыуанысын кисерҙе ул.
Ҡояш йөҙлө ҡәҙерле Зәйтүнә апайыбыҙ! Туғандарҙың ышанысы, балаларыңдың ихтирамы, бихисап кеше ғүмерен ҡотҡарған өсөн яуған мең-мең рәхмәт һине шулай талмаҫ йөрәкле һәм көслө итәлер.
Хөрмәтебеҙ, һөйөүебеҙ уртаһында тағы ла күркәмерәк ғүмер йылдары кисерергә яҙһын, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Урының һәр байрамыбыҙ, табыныбыҙ, аятыбыҙ түрендә булһын!

Бер туған ҡустылары Ринат, Фирғәт, Мирхәт, һеңлеләре Зәкиә, Зифа, Альбина, балалары Илдус, Мөхәммәт, Рәзидә, килендәре, кейәүҙәре, ейәндәре, ейәнсәрҙәре исеменән Өфөнән Сәйҙә һәм Ришат Рәхимовтар.


Вернуться назад