Милли байрамдың күңелле ауаздары, әллә ҡайҙарға таралып, һәммәһен “Ватан” этно-паркындағы “Башҡорт тирмәһе”нә саҡырҙы. Иркен майҙанда ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға күңел асһа, тирмә эсендә сәй табыны әҙерләнгәйне.– Иғтибарҙы күберәк балаларға йүнәлтергә тырыштыҡ. Ҡалала үҫеп килгән йәш быуынға матур йолаларҙы, йыр-бейеүҙе, уйындарҙы өйрәтке килә, – ти сараның ойоштороусыһы, “Башҡорт тирмәһе”нең хужабикәһе, шәхси эшҡыуар Сәрүәр Аслаева.
Изге ниәтте “Селтәр” милли кейем студияһы һәм Дим районының “Тулған ай” фольклор ансамбле ағзалары шунда уҡ күтәреп алған. Милли кейемдәр, күстәнәстәр тултырылған ауыр-ауыр юл сумкаларын йөкмәп, баш ҡаланың төрлө тарафынан килеп еткәйне улар. Уйындарҙы ойоштороуҙы, йолаларҙы үтәүҙе лә үҙ өҫтәренә алдылар. Кескәйҙәрҙең генә түгел, осраҡлы килеп юлыҡҡан башҡа милләт вәкилдәренең дә был йор һүҙле, шаян ағинәйҙәр эргәһенән киткеһе килмәне.
Балалар үҙ һөнәрен күрһәтә башлағас, ниндәй матур, аҡыллы алмаш үҫә, тип һөйөндө ололар. Рәми Ғариповтың, Рәшит Шәкүрҙең туған тел тураһындағы шиғырҙарын һөйләгән, халыҡ йырҙарын йырлаған, башҡорт көйҙәренә бейегән ҡыҙҙар, шаян таҡмаҡтар әйткән, сүрәләрҙе яттан белгән малайҙар – барыһының да сығышы күңелдәргә май булып яғылды. Сәрүәр Аслаева уларға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләп ҡуйғайны.
Байрам аҙағында ағинәйҙәр йылдың уңышлы, имен килеүен теләне, һәммәһен майлы тары бутҡаһы менән һыйланы.
Халҡыбыҙ һәр заманда ла берҙәм булһын, быуындар араһындағы бәйләнеште өҙмәһен өсөн, боронғолар ошондай матур байрамдар уйлап сығарған. “Башҡорт тирмәһе”ндә уларҙы киләсәктә лә даими уҙғарырға ниәтләнәләр.
– Башҡорт ҡатын-ҡыҙы бөгөн милли сараларҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә, ә ир-уҙамандар араһында тарҡаулыҡ тойола. Ошо хәлде төҙәтергә теләп, быйыл аҡһаҡалдар йыйынын ойошторорға уйлайбыҙ. “Кәкүк сәйе” оло сара алдынан әҙерлек булды, – ти Сәрүәр Ғилметдин ҡыҙы.