Өләсәйем сәхәр эсә,
Мин дә бергә уянам.
Бигерәк тәмле сәхәр сәйе –
Уянғанға ҡыуанам.
Баллы сәксәк, татлы йөҙөм,
Ҡара емеш, күрәгә...
Сәхәр тәме үҙе башҡа –
Кемгә әле эләгә!
Өләсәйем менән бергә
Мин дә тотам ураҙа.
– Афарин, – тиҙәр ололар, –
Күңелең булыр таҙа.
Тик кискә тиклем түҙмәнем,
Ашаным да ҡуйҙым шул,
Шым ғына өҫтәл аҫтында
Икмәк ашап туйҙым шул.
– Беҙ күрмәһәк, Аллаһ күрә, –
Тине, белгәс, өләсәй, –
Мөслим бала ололарҙы
Алдамай ғына йәшәй.
Шулай ҙа һин афаринһың,
Ашаның төшлөк үткәс,
Әле һиңә биш кенә бит,
Түҙерһең бер аҙ үҫкәс!