Рәжәп НӘБИУЛЛИН: “Ағас ҡырҡыусыларҙың артыуы ғәжәп түгел”03.05.2012
Рәжәп НӘБИУЛЛИН: “Ағас ҡырҡыусыларҙың артыуы ғәжәп түгел”Бер нисә ай элек редакцияла Башҡортостандың урман хужалығы министры менән “тура бәйләнеш” ойошторолғайны. Урманды файҙаланыуға бәйле мөрәжәғәт иткән кешеләр ошо арҡылы һорауҙарына тулы яуап алыу, төрлө мәсьәләне асыҡлау, кәңәшләшеү мөмкинлегенә эйә булды. Һәр хәлдә, әлеге сараға йәмәғәтселек тарафынан ыңғай баһа бирелде.
Шулай ҙа беҙгә урман хужалығы тармағына ҡағылышлы һорауҙар килеүҙән туҡтамай. Ни тиһәң дә, ағасҡа бай төбәктә йәшәйбеҙ, ауыл ерендә генә түгел, ҡалала ла күптәрҙең төҙөлөш буйынса йомошо тап урмансылыҡтарға төшә. Ағас эшкәртеү менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙар ҙа байтаҡ.
Күптән түгел, ихтыяжды иҫәпкә алып, республиканың урман хужалығы министры Р.Б. НӘБИУЛЛИН беҙҙең менән тағы ла әңгәмә ҡорорға ризалашты. Һүҙ башлыса уҙған йылдағы эш йомғаҡтары хаҡында барҙы.
— Рәжәп Байғондо улы, башта министрлыҡ иңенә һалынған бурыстар хаҡында бер аҙ һөйләп үтмәҫһегеҙме?
— Төбәктә урман мөнәсәбәттәрен көйләү йәһәтенән төп документ — Башҡортостан Республикаһының Урман планы. 2018 йылға тиклем иҫәпләнгән был документта өлгөргән ағасты киҫеү, урынына йәш үҫентеләр ултыртыу, “йәшел ҡалҡан”ды һаҡлау, урман фонды майҙандарын ҡуртымға биреү, хужалыҡ тәғәйенләнешендә юлдар һалыу кеүек эштәрҙең йыллыҡ күләме аныҡ билдәләнгән. Министрлыҡ ҡарамағына тапшырылған вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу менән беҙҙең структурала 31 дәүләт бюджет учреждениеһы (урмансылыҡ), 25 дәүләт унитар предприятиеһы, Башҡортостандың урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге, Өфө урман хужалығы техникумы шөғөлләнә. Әле тармаҡта дүрт меңгә яҡын кеше эшләй. Башҡортостан биләмәһенең 6,3 миллион гектарын, йәғни 44 процентын, урман алып торһа, шуның 90 проценттан ашыуы — министрлыҡ ҡарамағында.
Ағас әҙерләү республикала күптән инде урманды файҙаланыуҙың төп төрө булып һанала. Йыл һайын беҙҙә яҡынса 9,6 миллион кубометр ағас киҫелә, шуның сама менән 800 меңе — ылыҫлылар. Урманды файҙаланыуҙың барлыҡ төрҙәре буйынса ла күләмдең йылдан-йыл артыуын билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, былтыр ҡуртымға тапшырылған майҙан 25 процентҡа киңәйҙе.
— Ағас ҡырҡыу буйынса күрһәткестәр нисек?
— Башҡортостанда былтыр 3,14 миллион ағас киҫеп, шул иҫәптән төп тәғәйенләнеш буйынса 2,5 миллион кубометр әҙерләнгән. Урманды таҙартыу маҡсатында ҡырҡылған майҙандың дөйөм күләме 32,9 мең гектар тәшкил итә, унан һатыу өсөн 464,2 мең кубометр ағас алынған. Быйылға тәрбиә ниәтенән 30,6 мең гектарҙы киҫеү күҙаллана, һөҙөмтәлә 485,4 мең кубометр ағас әҙерләнәсәк.
Урманды иң күп файҙаланыусы — урындағы халыҡ. Төбәктә аҙ ҡатлы йорттар һалыу бик әүҙем бара, шуға ла ағас ҡырҡыу күләме артыуына ғәжәпләнәһе түгел. Былтыр халыҡтың шәхси ихтыяждары өсөн 1,7 миллион кубометр, йәғни элгәрге йылдағынан алты процентҡа күберәк, ағас бүленгән.
— Былтыр был тәңгәлдә яңы ҡағиҙәләр индерелгәйне. Улар менән таныштырмаҫһығыҙмы?
— Өй һалырға теләүсе кеше үҙе йәшәгән төбәктәге урмансылыҡҡа ағас биреүҙәрен һорап ғариза яҙа. Гражданды мохтаждар исемлегенә индерерҙән алда уның ер участкаһын урындағы махсус комиссия барып тикшерергә тейеш. Артабан урмансылыҡта төҙөлгән исемлек Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына ебәрелә һәм ныҡлап ҡарала. Ошо уҡ документ республика Хөкүмәтенә һәм район хакимиәттәренә лә бирелә. Ниндәй ағасҡа күпме ихтыяж булыуын һәм мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, министрлыҡ һәр кемгә ағас ҡырҡыу лимитын билдәләй.
Халыҡҡа урман майҙандарын бүлеү һәм ағасты һатып алыу-һатыу хаҡында килешеүҙәр төҙөү урмансылыҡтар тарафынан башҡарыла, барлыҡ мәғлүмәт Урман бүлеү реестрында теркәлә. Кемдең күпме ағас алғанлығы тураһында урындағы хакимиәттәргә лә даими хәбәр ителә, улар иһә үҙ сиратында торлаҡты сафҡа индереү хаҡында отчет төҙөп, республика Хөкүмәтенә йүнәлтә.
Берҙәм мәғлүмәт базаһында ағастың ҡырҡылғандан һуң ниндәй юл үтеүе асыҡ күренә. Әлеге тәртип урмандың тәғәйенләнеш буйынса файҙаланылыуына өлгәшеү һәм ысынлап та мохтаж граждандарҙы ағас менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Һөҙөмтәлә ҡулланыусылар артты, урмандан килгән иҡтисади табыш та күбәйҙе. Миҫал өсөн әйткәндә, былтыр ошо эшмәкәрлектән Рәсәй бюджетына — 128,2 миллион, республика ҡаҙнаһына 104 миллион һум аҡса күсерелгән. Ғөмүмән, урманды файҙаланыуҙан килем алыу планы үткән йылда 16,2 процентҡа арттырып үтәлде.
— Ә эшҡыуарҙарҙың ағасҡа мохтажлығы ҡәнәғәтләндереләме?
— Бәләкәй һәм уртаса бизнес ойошмаларына ағас Башҡортостанда урман мөнәсәбәттәрен көйләү хаҡындағы ҡануниәткә ярашлы бирелә. Эшҡыуарҙар былтыр беҙҙә 526 мең кубометр ҡырҡты. Бында иҡтисади үҫеш кенә түгел, тәбиғәтте һаҡлау тураһында ла хәстәрлек күрелә: үткән йыл эсендә ҡартайған урмандар 5,1 мең гектарға кәмене, шул уҡ ваҡытта ҡиммәтле ылыҫлылар категорияһына 6,7 мең йәш ағас индерелде.
Рәсәйҙең Урман кодексына яңы индерелгән төҙәтмәләр урман майҙандарын күпләп ҡуртымға биреүҙе күҙ уңында тота. Әлегә республикала ағас йығып әҙерләү өсөн төҙөлгән 108 ҡуртым килешеүе ғәмәлдә. Улар буйынса йылына 1,4 миллион кубометр, йәғни 587,9 мең гектар, ҡырҡылырға тейеш. Былтыр арендаторҙар 522,6 мең кубометрҙы әҙерләне, был 2010 йылдағынан 14 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта ағас киҫеү планы яртылаш ҡына үтәлде, сөнки урман хаҡында хәстәрлек күреүҙе оноторға ярамай.
Белеүебеҙсә, Башҡортостандың инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә һәләтен үҫтереү йәһәтенән етди саралар күрелә. Урман хужалығы тармағында ла быйыл һәм киләһе йылда өс инвестиция проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Атап әйткәндә, “Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҙур форматлы фанера заводы асырға һәм республика биләмәһендә ағас эшкәртеү комплексын йәйелдерергә маҡсат ҡуйған, ошо ике проектҡа 960 мең кубометр талап ителә. “Мегастрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иһә МДФ плитәләре етештереү заводы төҙөү өсөн 750 мең кубометр ағас алырға йыйына. Шуныһын билдәләргә кәрәк: инвесторҙар менән килешеүгә ярашлы, тәрәнтен эшкәртеүгә бик ҙур күләмдә япраҡлы ҡартайған ағас бүленәсәк.
— “Йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеү — төп бурыстарығыҙҙың береһе. Был йүнәлештә ниндәй күрһәткестәргә өлгәшелә?
— Ҡырҡыу күләме артҡас, ағас ултыртыу өсөн майҙан да киңәйә. Шуныһын билдәләү урынлылыр: беҙ сәскән үҫентеләрҙең 95 проценты — хужалыҡ өсөн кәрәкле ҡиммәтле тоҡомдан.
Былтыр урманды тергеҙеү буйынса саралар 10545 гектарҙа башҡарылды. Был тотошлай ҡырҡыу өсөн бүленгән диләнкәләрҙең йыллыҡ дөйөм күләменә тиң, тимәк, ҡартайған урманды киҫеү менән урынына яңыһын сәсеү араһында айырма юҡ тиерлек. Ҡуртымға тапшырылған урман майҙандарында ла ағас ултыртыу күләме йылдан-йыл артып килә.
Һуңғы осорҙа орлоҡ һәм үҫенте менән тәьмин итеү мәсьәләләренә етди иғтибар бүленә: сәсеү майҙаны киңәйтелә, тиҙләтеп үҫтереү ысулдары ҡулланыла. Үҫенте хәстәрләү күләме элекке йылдарҙағынан бер ярым тапҡырға артты. Быйыл республика бюджеты иҫәбенә төбәктә ылыҫлы йәш ағас әҙерләү өсөн ете теплица төҙөү күҙаллана.
Былтыр урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡайһы бер граждандар иҫтәлеккә ағас ултыртыу, парк, сквер, аллеялар булдырыу, биләмәләрҙе һәм һыу буйҙарын йәмләндереү эшендә әүҙем ҡатнашты. Республикала 60-тан ашыу парк төҙөлгән, 15 мең самаһы шыршы, пихта, ҡайын, йүкә һәм башҡа ағас ултыртылған. Йәшелләндереү һәм урманды хәстәрләү сараларына ун мең тирәһе кеше йәлеп ителһә, улар араһында дүрт меңгә яҡын студент һәм мәктәп уҡыусыһы бар ине. Ғөмүмән, тирә-яҡ мөхитте ҡәҙерләүгә ынтылыш йәмәғәтселек аңында нығына бара.
— Тәбиғәт байлығын һаҡлау буйынса саралар хаҡында һүҙ ҡуҙғатмау мөмкин дә түгел...
— Эйе, был — иң мөһим бурысыбыҙ. Урманды янғындан, рөхсәтһеҙ ҡырҡыусыларҙан, зарарлы бөжәктәрҙән һәм ауырыуҙарҙан ҡурсалау туҡтауһыҙ бара. Әле республикала ғәмәлдә булған “Урманды 2011 — 2015 йылдарҙа янғындан һаҡлау” маҡсатлы программаһына ярашлы ут һүндереү техникаһы һәм ҡорамалдары алына. Һаҡ кимәлен яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостандың урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге төҙөлдө.
Һөҙөмтә бар, тип тулы ышаныс менән әйтергә була. Былтыр, мәҫәлән, 80 осраҡ буйынса, дөйөм алғанда, 478 гектар урман янды, был унан алдағы йылдағынан 7,5 тапҡырға кәмерәк. Һүндереүҙәге оперативлыҡ 88,8 процент тәшкил итте, иҡтисадҡа һәм ауыл-ҡалаларға зыян килмәне. Янғынға ҡаршы иҫкәртеү саралары тулыһынса үтәлде, ерҙән һәм һауанан патрулләү даими алып барылды.
Һәләкәткә йыш ҡына халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы сәбәпле тарыла. Әле бына тағы ла янғын хәүефе тыуҙырыусы миҙгелгә аяҡ баҫтыҡ, шуға ла махсус план төҙөлдө, техника һәм ҡорамалдар әҙерлек һыҙығына ҡуйылды. Урман майҙандарын ҡуртымға алған ойошмаларҙың уттан һаҡланыу йәһәтенән нисек эшләүен даими тикшерәбеҙ.
Былтыр ағастарҙы һаҡлау һәм санитария-һауыҡтырыу саралары 11 мең гектарҙа үткәрелде. Быйылға һигеҙ мең гектар урманды насар ағастан таҙартыу, 16 мең гектар майҙанды зарарлы организмдарҙың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында тулыһынса ҡырыу планға индерелгән.
— Урман ҡануниәтен боҙоусыларға ҡаршы көрәштә һөҙөмтәләр нисек?
— Был эш менән федераль урман инспекторҙары, урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре генә түгел, “Урман контроле һәм күҙәтеүе мобиль төркөмдәре” секторы ла шөғөлләнә. Былтыр билдәле маршрут буйынса 32 622 патруль ойошторолдо, юридик шәхестәр һәм эшҡыуарҙар 424 тапҡыр тикшерелде. Был закон боҙоуҙың 3 983 осрағын асыҡларға ярҙам иткән, шул иҫәптән рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға бәйле 673 протокол төҙөлгән. Урман хужалығына килтерелгән зыян күләме ҙур ғына — 48,3 миллион һум. Әлбиттә, сара күрелмәй ҡалмай: 291 эш тәфтиш органдарына ебәрелһә, 83 кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылған.
Һуңғы йылда рөхсәтһеҙ урман киҫеү осраҡтары — 19,2, урланған ағас күләме — 19,4, ә зыян 36,5 процентҡа кәмене. Быйыл үҙ иңебеҙгә һаҡлау эшмәкәрлеген тағы ла көсәйтергә, һөҙөмтәлә урман ҡануниәтен боҙоу күрһәткесен түбәнәйтергә бурыс алабыҙ. Инспекторҙарҙың барыһы ла картография нигеҙендәге GPS-навигаторҙар, трекерҙар менән ҡоралландырыла, унан тыш, республика урмандарында урынлаштырылған 18 видеокамера ла өҙлөкһөҙ күҙәтеү алып барасаҡ. “Урман бүлеү реестры” мәғлүмәт системаһын артабан үҫтереү күҙаллана. Республика буйынса Эске эштәр министрлығы, Федераль һалым хеҙмәтенең төбәк идаралығы, Башҡортостан таможняһы менән хеҙмәттәшлекте нығытыу хаҡында килешеүҙәр төҙөлдө.
— Тағы ниндәй уңыштарығыҙҙы билдәләргә мөмкин?
— Ҡануниәтте камиллаштырыу дауам итә: былтыр “Башҡортостан биләмәһендә ағасты ҡабул итеү һәм һатыу пункттары эшмәкәрлеген ойоштороу хаҡында”ғы Закон ғәмәлгә инде, “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында” закон проекты әҙерләнде. Әле бына “Башҡортостанда 2012 — 2020 йылдарҙа урман хужалығын үҫтереү” маҡсатлы программаһы раҫлана, ул уңышлы тормошҡа ашырылған хәлдә, урман хужалығы эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа үҙ урынын яулаясаҡ, тармаҡта килем үҫәсәк, тәбиғәт ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыуға өлгәшеләсәк.
Министрлыҡта белгестәр әҙерләүгә, уларҙың кимәлен күтәреүгә ҙур иғтибар бирелә. Рәсәйҙең урмансылыҡ буйынса юғары уҡыу йорттарында 36 хеҙмәткәребеҙ белем ала, 23 кеше квалификацияһын арттырҙы, 56 белгес һөнәри йәһәттән ҡайтанан әҙерлек үтте. Тармаҡ өсөн юғары һәм урта махсус белем биреүсе мәғариф учреждениеларының сығарылыш студенттары менән даими осрашып торабыҙ, иң һәләтлеләрҙе үҙебеҙгә йәлеп итергә тырышабыҙ. Һөҙөмтәлә былтыр урман хужалығына 126 йәш белгес ҡайтты, шул иҫәптән 20-һе — Башҡортостан дәүләт аграр университетында, 106-һы Өфө урман хужалығы техникумында яңы белем алып сыҡҡан, 16 кеше хәрби хеҙмәтен үтәгәндән һуң эшкә урынлашты.
Әйткәндәй, ведомство ҡарамағындағы ойошмаларҙа былтыр уртаса эш хаҡы 12 650 һум булыр тип күҙалланғайны, ул 13 486 һум тәшкил итте. Быйыл был күрһәткесте 14 500 кимәленә еткерергә ниәтебеҙ.
— Быйылға төп маҡсаттарығыҙ ниндәй?
— Улар аныҡ билдәләнгән. Мәҫәлән, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу иҫәбенә япраҡлы ағастарҙы файҙаланыу күләмен арттырырға, ете теплица төҙөп, урманды тергеҙеү өсөн үҫентене күберәк әҙерләргә, яңы ҡорамалдар һәм техника ярҙамында янғынға ҡаршы сараларҙы даими ойошторорға, ведомство-ара хеҙмәттәшлек менән урман ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын кәметеүгә өлгәшергә, ағас бүлеүҙә ғәҙеллек һәм ябайлыҡ тәьмин итергә, ауыл-ҡалаларҙы киңәйтеү өсөн урман фонды майҙандарының бер өлөшөн муниципаль ҡарамаҡҡа тапшырырға план ҡорғанбыҙ.
— Рәхмәт! Яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Я. Усманов яҙып алды.


Вернуться назад