Күләме күпме?08.06.2018
Мәғлүм ки, әҙәм балаһы фытыр саҙаҡаһы бирмәһә, уның ураҙаһы ҡабул ҡылынмай, Рамаҙан айында башҡарған изге ғәмәлдәре Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәй.

Уның быйылғы күләме түбәндәгесә билдәләнде:
* матди хәле уртасанан түбәнерәк мосолман өсөн – ғаиләһендәге һәр кемдән 50-шәр һум;
* урта хәлле мосолман өсөн – ғаиләһендәге һәр кемдән 150-шәр һум;
* хәлле мосолман өсөн – ғаиләһендәге һәр кемдән 300-әр һум.
* һаулыҡ мөмкинлеге буйынса ураҙа тота алмаған мосолмандар өсөн фидиә саҙаҡаһының күләме – көнөнә 180 һум (бер айға 5 400 һум килеп сыға).
* зәҡәттең нисәбе – 224 000 һум.
Мәғлүм ки, бындай күләмдәр арпаның, бой­ҙайҙың, хөрмәнең, йөҙөмдөң хаҡына ҡарап бил­дәләнә. Фытыр саҙаҡаһы – фарыз ғәмәл, уны һәр кем үтәргә тейеш. Балалар өсөн ата-әсәһе бирә. Саҙаҡаны иман йортона алып барып тап­шырырға, шул уҡ ваҡытта мохтаждарға, ярлыларға таратырға мөмкин. “Фәҡирҙәрҙе был көндә һоранып йөрөүҙән ҡотҡарығыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.


Вернуться назад