Балдай тәмле бала саҡ03.05.2012
Олоғайыуҙың юғары нөктәһенә еткәндә, зиһене айыҡ кеше бала сағын йышыраҡ хәтерләй, уны идеалләштереп ләззәт таба. Мәшһүр Лев Толстой әйтеүенсә, кешенең бар ғүмере бала саҡта, ә артабан дауам иткәне ана шул ғүмер таңында булған ал таңлы, бай сәскәле, саф күңелле мәлде хәтерләп йәшәүгә ҡайтып ҡала. Бәхетле бала саҡ! Балдай тәмле бала саҡ...

Тирмән быуаһында балыҡ уйнай

Йәйҙең иң аҫыл мәле. Егән йылғаһының Сәлморон тауын урап аҡҡан урынында беҙҙең Ҡотлоғужа тирмәне. Түбәндәрәк — Яңы Ҡарамыштарҙыҡы. Атайым Хәбибнәжәр — Ҡотлоғужалағы “Ҡыҙыл ялан” колхозының бер уҙаманы — ошо тирмәндә мөдирлектә. Үҙ-үҙемде белә башлағандан хәтергә һеңеп ҡалған күренештәр ошоға бәйле.
Йәштәшем Фәнир менән балыҡ һыйлайбыҙ. Һыу өҫтө тыныс, көмөш тәңкәләр туҡтауһыҙ һикерешә, ә балыҡтың беҙгә тартылыуы барыбыҙҙы йүгерергә мәжбүр итә. Өйгә инеп, бер ус иген алып сығабыҙ ҙа һыуға ташлайбыҙ. Балыҡтар шунда уҡ ашап бөтөрә. Бирмәй торһаң, ҡул тәңгәленә һикерә башлай.
Бер мәл үҙемдең ҡуласа яғына төшөп барыуымды самалап, үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырыуымды һиҙмәй ҡалдым. Нисек булғандыр, быуа ситенә ике ҡуллап йәбешеп эләгеп торғаным әле лә хәтерҙә. Артымда ҡуласа шығырҙауы, шарлауыҡтың геүләүе ҡолаҡты яра. Тәндәрем әле лә сымырҙап ҡуя.
Ике туған Ишбулды һәм Зинур ағайҙарым ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, улар тартып алды. Нимәгә тотоноп ҡалғанмындыр, нисек упҡынға осмағанмындыр! Мин быны ғүмерҙә лә аңлай алмам.

Еҙ самауыр янында

Ауыл тирмәне ирҙәрҙең гәпләшер урыны булды. Саманан тыш ҙур, һары еҙ самауыр йылҡылдап тора. Һыуы тулы, өҙлөкһөҙ ҡайнай. Янында күпереп бешкән ҙур әпәй. Күмәкләп ултыралар сәйгә, ашыҡмай һөйләшәләр. Он еҫе танауҙы ҡытыҡлай, мәтрүшкә сәйе ололар янына саҡыра. Улар һаман гәпләшә, ҡул эштәре бөткән. Кемдер мөшкәнән аҡҡан йылы ондо усында һыпырып ҡарай, теленә һала, тирмәнгә күҙ ташлай ҙа яңынан самауыр янына ҡунаҡлай. Бына ҡасан булған имен тормош.
Атайым әле йорт эсендә, әле быуала, әле ҡаралты эсенә инеп юғала. Мин аттар янында.
Бер саҡ йән-фарман һыбайлы килеп етте. Атынан төшмәй генә ирҙәрҙе саҡырырға ҡушты. Бер һүҙен аңламаһам да, мин дә йүгереп индем. Ирҙәрҙең йөҙҙәренә борсолоу сыҡты.
“Война!” — тип ҡысҡырҙы һыбайлы. Тағы нимәлер һөйләне. Атайым да килеп етте.
Шул көн булһа кәрәк, еҙ самауыр иреп төштө. Һыуы ағып бөткән, ә эсендәге ҡуҙы көслө булған икән.

Атайымдың көслө ҡулдары

Кискә табан ауылға юл тоттоҡ. Сәлморон итәгенән, Егән яры буйлап ат юлынан атайым йүгерә-атлай. Мин уны һуғышҡа барырға ашыға тип уйлайым. Һыңар ҡулымды эләктереп алған да һыпырта ғына. Артта ҡала башлаһам, күтәреп ала. Мине күкрәгенә ҡыҫҡан хәлдә лә тиҙ атлай. Үҙе һөйләй: “Ошо Сәлморон Егәнде ҡыр тибеп, урау юл һалдырған. Ул Урал тауының башланғысы ғына. Эсе тулы байлыҡ, аҡ ҡом тулып ята”.
Ҙурая төшкәс: “Сәлморонға болот ҡундымы, ямғыр туҡтауһыҙ ҡоя”, — тигәнде күп ишеттем. Айыу һыртына оҡшаш был тау боронғолар серен күндәм һаҡлай.
Атайымдың мине башҡаса етәкләп йөрөткәне булманы. Бер генә тапҡыр һәм берәгәйле булған икән.

Һуғышҡа китә ирҙәр

Беренсе класҡа барасағымды көтөп ала алмайынса йөрөгән мәл ине. Ул ошо һуғыш башланған йылға тура килде. Кәнсәләр янындағы берҙән-бер ҡара тәрилкә туҡтауһыҙ һөйләй. “Война” һүҙе йыш ишетелә, ләкин урыҫса белмәгәс, аңлар хәл юҡ. Ололарҙың йөҙөнә ҡайғы һыҙаттары ятты. “Һуғыш” һүҙен йыш ҡабатлайҙар.
Кемдер әйтә, имеш, радионан һөйләүселәр кәнсәләр ҡыйығында, һалам баш аҫтында ултыра. Беҙҙеңсә, улар ошо тәрилкә артына йәшеренгән кеүек.
Һуғышҡа оҙатыуҙарҙың беренсеһе ауыл ҡапҡаһы төбөндә, боронғо зыяратта үҫкән йөҙйәшәр ҡайындар ышығында булды. Яҙмыш шаһиттары был ҡайындар, нәҙек ботаҡтарын моңһоу һәлендереп, гармун тауышын, ир-ат йырын шым ғына тыңлап торғандай. Беҙ, ғәмһеҙҙәр, сыр-сыу киләбеҙ, ә инәй-апайҙар илай. Ҡушарлап егелгән аттар ҙа бышҡыра-бышҡыра борсола һымаҡ, баштарын борғолап, артҡа ҡарай.
Көҙгә табаныраҡ йәнә бер һуғышҡа оҙатыуҙы ҡарарға килгәнем хәтерҙә. Гармунсы ҡайғылы көйҙәрҙе һыҙҙыра, башҡалар йырлай.
Бер ағай арбанан төшөү менән, ҡулдарын киң һуҙып, ҡысҡырып ебәрмәһенме:
“Ниңә былай ҡайғыға төштөгөҙ? Хәсрәтләнмәгеҙ, әйләнербеҙ ҙә ҡайтырбыҙ. Әйҙәгеҙ, бер ҡанат ҡағып алайыҡ!”
Һәм китте бейеш. Йыр туҡталды. Бар халыҡ шарҡылдап көлдө, ҡайғы-хәсрәт онотолдо. “Аҡҡош ҡанат ҡаға”, тиеште ауылдаштар.
Баҡһаң, ағай Аҡҡош ҡушаматлы булған икән. “Ҡасандыр изге ҡошто атып алып ашаған”, — тип һөйләнеләр. Һыңар ҡоштоң, парын юғалтҡас, ауыл өҫтөндә осоп йөрөгәнен күптәр күргән. Һуғыштан ҡайта алманы ул ағайыбыҙ ҙа.

Йә уттарға, йә һыуҙарға...

Беҙ — йырлап үҫкән быуын балалары. Шатлыҡлы йырҙар ҙа булғандыр. Әммә моңло-зарлыһы ныҡ хәтерҙә. Һары сәскәле, ҡайынлы, ҡараңғы төнлө, томанлы йырҙар. Бер сама эсеп алған ағайҙар нисек кенә батыр булып күренергә тырышһа ла, һағышлы, айырылышыу, хушлашыу йырҙарын һуҙмай ҡалманы.
Ҡатын-ҡыҙҙың ауыҙ тултырып, ғәм халыҡ алдында йырламаҫын беләбеҙ. Беҙҙең кеүек малай-шалай ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Әммә бер көн...
Айыуҙай йыуан аҡ ҡайын ышығына баҫып, бер апай йырлай ҙа йырлай. “Һин китәһең, мин ҡаламын, үҙең менән алып кит, йә уттарға, йә һыуҙарға һалып ҡына мине кит”.
Үҙәк өҙгөс тауышты ишетеп, бар халыҡ геүләүҙән туҡтаны.
Үкһеп илаған тауыш һәм кемдеңдер был йәш ҡатынды йыуатыуы ғына ишетелә.
Яугирҙәр ҡатындарын утҡа һалып китте. Дүрт йыл барған һуғыш күптәрҙең башын ашаны, ваҡытынан алда ҡартайтты.
(Дауамы бар).
Фәрит ВАХИТОВ.


Вернуться назад