Күп тиҫтә йылдар буйына халыҡты социаль яҡлау, шул иҫәптән өйҙә хеҙмәтләндереү функцияларын беҙҙең илдә фәҡәт дәүләт органдары башҡарып килде. Бөгөн иһә яңы иҡтисади шарттарҙа сифатлы ярҙам күрһәтеүгә ихтыяж арта бара. Шуға күрә инвалидтарҙың һәм өлкән йәштәгеләрҙең тормошон еңеләйтеү, уларға уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыуға ирешеү өсөн был өлкәгә дәүләттеке булмаған ойошмалар йәлеп ителә.
Ошо проектты республикала тәүгеләрҙән булып Стәрлетамаҡта халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге эләктереп ала. Шулай итеп, 2014 йылдың июлендә ҡалала “Ветеран” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы барлыҡҡа килә. Бөгөн өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса өс бүлектә 110 социаль хеҙмәткәр 1200-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.
Дәүләттеке, коммерцияға ҡарамаған ойошма... Нисек кенә атама, был эште башҡарған кешеләр иңендә ҙур хеҙмәт ята. Кешене тәрбиәләү бит робот һымаҡ уның иҙәнен йыуыу, өҫтөн алмаштырыу, дауаханаға йөрөтөүгә генә ҡайтып ҡалмай, оло кеше бигерәк тә йылы һүҙгә, әңгәмәгә мохтаж. Шуға бындай хеҙмәттәшлек барыбер ҙә күңел талабына барып тоташа. Һеҙ һүрәттә күргән Фәймә Ҡәйепҡолованы инәй-бабайҙар бигерәк тә ана шул йылы һүҙе, үҙҙәрен аңлағаны өсөн ярата.
– Фәймә Фәрит ҡыҙы быйылғы йылдың иң яҡшы социаль хеҙмәткәре булып танылды, – тип маҡтап телгә ала ойошма етәксеһе Лилиә Атйетәрова ла. – Биш йыл эсендә ул баҡҡан кешеләр тарафынан тик йылы һүҙҙәр генә ишетәбеҙ.
Фәймә ханымдың Стәрлетамаҡта төпләнеүенә лә оҙаҡ түгел, быға тиклем ғаилә Ейәнсура районында йәшәгән. Тик ауылда мәктәп ябылып, хеҙмәт урынһыҙ тороп ҡалғас, Ҡәйепҡоловтар ҡалаға күсенеп китә. Шул мәлдән алып ул үҙен ололарҙы тәрбиәләүгә бағышлай ҙа инде.
– 15 инәй-бабайым бар, күберәге шулай ҙа гүзәл заттар. Оло кешеләр бит, килеп ингәс тә иң башта хәлдәрен һорашам, тормош тураһында әңгәмә ҡорабыҙ. Үпкәләп тә китәләр, шунан арҡанан һөйөп оҙатып ҡалалар, – тип эше менән таныштыра Фәймә Фәрит ҡыҙы. Күрәһең, социаль хеҙмәткәр булыу өсөн физик эшкә маһир ғына түгел, психолог та, донъяуи хәлдәр тураһында хәбәрҙар ҙа булырға тейешһең.
Ғәҙәттә, беҙ социаль хеҙмәткәр тип нәҡ ололарҙы ҡараған белгесте күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә бит улар инвалидтар, балалар менән дә эшләй. Фәймә Ҡәйепҡолова, мәҫәлән, өс бала ҡарай.
– Ҡайһы бер малай-ҡыҙҙарым әле балалар баҡсаһына бармаған, ҡайһыларын ата-әсәләре сирләп киткән саҡтарында күҙ-ҡолаҡ булып торорға ҡалдыра. Балалар менән эшләүе, әлбиттә, яуаплыраҡ – бер аҙымын да иғтибарҙан ысҡындырмайһың, – ти ул эш үҙенсәлеге хаҡында.
...Йәмғиәттә әлмисаҡтан бындай һөнәр эйәләренә мохтажлыҡ булған һәм буласаҡ та. Башҡалар ҡурҡҡан, сирҡанған, иренгән, ваҡыттарын бүлә алмаған эштәрҙе атҡарыуҙы үҙ бурысы итеп алған социаль хеҙмәткәрҙәргә шул уҡ йәмғиәттең дә йылы һүҙе күберәк булһын ине. Йылы һүҙгә һәр кем мохтаж бит.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.