6 – 8 июндә Өфөлә өсөнсө тапҡыр Халыҡ-ара экология форумы һәм “Экология. Технологиялар. Тормош” тигән махсуслаштырылған күргәҙмә ойошторолдо. Йыйын егермеләгән эшлекле мәғрифәтселек сараһын үҙ эсенә алды.
– Кешенең тирә-яҡ мөхиткә тәьҫире көндән-көн нығый бара. Рәсәйҙә 300 тирәһе предприятие экологияға кире йоғонто яһай. Шуларҙың 13-ө Башҡортостанда урынлашҡан. Бөгөн көн ҡаҙағында – төшөмлө генә түгел, иҡтисади һәм экологик яҡтан файҙалы ла етештереү булдырыу, – тине Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Наталья Логунова.
Форумдың эш программаһына һыуҙы таҙартыу һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын ҡайтанан эшкәртеү, ҡала мөхитенең экологик тотороҡлолоғон тәьмин итеү һәм күҙәтеү системаһын үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр индерелгәйне. “Түңәрәк өҫтәл” ултырыштарында белгестәр тау-руда сәнәғәтенең экологик проблемаларын, экологик сәйәсәт һәм хоҡуҡ темаларын күтәрҙе.
Күргәҙмәлә иһә илдең туғыҙ төбәгенән 70-ләп компания ҡатнашты. Унда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса иң яҡшы технология һәм ҡорамал, тауар өлгөләре тәҡдим ителде. Сараға килгән халыҡ таҙа продукция һатып алды, косметолог, диетолог, дарыу үләндәре буйынса белгестәр менән кәңәшләште, оҫталыҡ дәрестәрендә, семинарҙарҙа ҡатнашты.
Халыҡ-ара экология форумы барған көндәрҙә лекциялар уҡылды, тренингтар, балалар фестивале, хәйриә акцияһы үткәрелде, фотокүргәҙмә эшләне.
Был күләмле сара “Йәшел Башҡортостан” республика проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул экологик йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелә. Эйе, беҙгә тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарашты үҫтерергә кәрәк, сөнки ошо ерҙә йәшәйбеҙ бит.