“Барыһын да кисерә, түҙә...”03.05.2012
“Барыһын да кисерә, түҙә...”Нисек кенә сәйер тойолмаһын, ат тураһында күберәк һөйләй, хатта хыяллана башланыҡ. Был — техника, Йыһанға ынтылған заманда!
“Атай, ысын атмы ул?” — тип һораны бер малай атаһынан, һүрәттә еңел машина эргәһендә торған хайуанҡайҙы күреп. Машина менән уны шаҡ ҡатыра алмайһың... Малай нимә?! Аттың йәшәп килеүенә ышанысын юғалтмаған оло быуын вәкилдәре лә юртаҡтарҙың иң-иң фырт автомобилдән дә ҡиммәтерәк торғанын белеп бөтмәй. Ошо йәһәттән мин “Аҡбуҙат” ипподромының элекке директоры, Мәләүез районында һәм Ишембайҙа партияның ҡала комитеты секретары вазифаһын башҡарған, йылҡысылыҡты үҫтереүгә күп көс һалған Әҙһәм Ғәни улы Шәрәфетдиновтың әйткән һүҙен әле булһа онотмайым. “Аттар өсөн тотош тормошомдо бирер инем”, — тигәйне ул.
Башҡорт халыҡ ижадында ла ат образы мифологик күренештәр менән тығыҙ бәйләнгән, шуға ла культ кимәленә күтәрелгән. Мәҫәлән, Хәйбулла районындағы Турат (Ильяс) ауылының исеме “Турат тауы итәге”нән килеп сыҡҡан. Легенда буйынса, унда һоҡланғыс толпар — ҡанатлы ат — ерләнгән. Нуриман районының Күлләр ауылындағы Ҡариҙел шишмәһенең килеп сығышын да ҡанатлы ат типкән ерҙән урғылған инеш менән бәйләйҙәр. Ҡасандыр Салауат ҡалаһының осонда урынлашҡан Алаҡай ауылы исеме лә бында үрсегән ала төҫтәге аттарҙан киткән.
Халыҡ эпостарында, йырҙарында ат — киң таралған образдарҙың береһе, батырҙарҙың айырылмаҫ юлдашы. Шуға күрә йырҙа ла тиккә генә:
“Ҡайҙа ғына бармай,
ниҙәр күрмәй,
Ир-егеткәй менән ат башы”, —
тиелмәй. Һуғыш йылдарында образдың йәнләнеп китеүе — тәбиғи күренеш. Был осорҙа Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары араһында тиҫтәләгән йырҙар, мәҡәлдәр ижад ителә. Уларҙа йылҡы малына булған һөйөү, уны ҡәҙерләү, тәрбиәләү мотивтары көслө. Бына ошо шарттарҙа әҙәбиәттә ат тураһындағы боронғо халыҡ йырҙары (“Ерән ҡашҡа”, “Аҡбуҙ атым менеп”, “Ҡара юрға” һәм башҡалар) заманға яраҡлашҡан. Ғәйнан Әмириҙең “Ерән ҡашҡа атҡайым”, “Ҡара юрға” шиғырҙары — башҡорт атлыларының уй-хистәрен сағылдырған әҫәрҙәр. Уларҙың халыҡсанлығы һис тә ғәжәп түгел:
“Һай, ҡара юрғам,
Вай, ҡара юрғам,
Фашист яуҙары өҫтөнә
Атыл, ҡара юрғам”.
Ат образы Мостай Кәрим шиғырҙарында ла һиҙелерлек урын ала. Улар араһында “Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була, ир ҡанаты ат була” тигән йыр юлдары эпиграф итеп алынған “Минең атым” исемле шиғыры айырылып тора.
Ат тураһындағы халыҡ мәҡәлдәре кеше тормошо, уның башҡарған эше, холоҡ-фиғеле менән тығыҙ бәйле. Миҫал итеп бер нисә мәҡәлде генә килтерәйек: “ат алыу — ҡатын алыу түгел” (уңмаһаң, ташлап булмай), “ат һатһаң, ауылың менән, ауылың менән булмаһа, бүрегең менән кәңәш ит”, “атты ҡамытҡа үлсәп алмайҙар, ҡамытты атҡа үлсәп алалар”, “ат — әҙәмдең ҡанаты”, “ат ҡәҙерен белмәгәнгә, йәйәүлек бирер язаһын”, “ат тешенән билдәле, егет түшенән билдәле”, “ат юлда һынала, егет яуҙа һынала”. Ошондай мәҡәлдәрҙең асылын 1838–1902 йылдарҙа йәшәгән урыҫ тарихсыһы Филипп Нефедовтың “Движение среди башкир перед Пугачевским бунтом”, “Салават — башкирский батыр” исемле яҙмаларынан өҙөк ап-асыҡ иҫбатлай. “Х быуатта уҡ, Башҡорт ерҙәрен Фаҙлан менән Ибн-Дастан йөрөп өйрәнгәндә, улар башҡорттарҙың атҡа ҡарата мөнәсәбәтен күреп хайран ҡалған. Ҡорал менән еңел эш иткән етеҙ, ҡыйыу һыбайлылар бәжнәктәрҙең, Кама болғарҙарының һәм башҡа күрше халыҡтарҙың ҡотон алған...” Башҡорт һәм ат образдары Л. Толстой, Мамин-Сибиряк, Салтыков-Щедрин, Глеб Успенский, М. Лоссиевский, Н. Ремезов кеүек урыҫ яҙыусыларының да иғтибарынан ситтә ҡалмаған.
Бер ваҡыт башҡорт теле тураһында һүҙ барғанда, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ул саҡтағы рәйесе Румил Тәлғәт улы Аҙнабаев: “Телде бик һаран беләбеҙ. Бына “ат” һүҙен генә алайыҡ. Уның бит егермеләгән синонимы бар”, — тигәйне. Мин, ҡыҙыҡһынып, һүҙлектәрҙә, белешмәләрҙә соҡоноп, бының дөрөҫлөгөнә ныҡлы инандым. Йыбанмай ғына һанап китәйек. Гәзит уҡыусылар өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр. “Дөлдөл” (мифологияла ел кеүек елә, ҡош кеүек оса торған ат), “толпар” (әкиәттәге ҡанатлы, әлеге көндәрҙә бик яҡшы, етеҙ ат), “арғымаҡ” (яҡшы тоҡомло йүгерек ат. Арғымаҡтың билдәһе — аҙ утлар, күп юшар), “ерәнсәй” (ерән төҫтәге ат), “көрәнсәй” (“Ерәнсәй ҙә менән, ай, Көрәнсәй юрғалайҙар тура юл менән”. Халыҡ йырынан), “юрға” (юрғалай йөрөшлө ат, йәғни, етеҙ, йылдам хәрәкәтле), “ҡола” (үҙе һары, ҡойроҡ-ялы ҡара), “ҡоласай”, “ҡолан” (ишәк ҡойроҡло ҡырағай дала аты), “ҡолон” (йылҡы малының балаһы), “ҡолоҡай”, “ҡолоҡас”, “ҡолонсаҡ”, “туры” — ҡараһыу-ҡыҙыл төҫтәге ат, “юртаҡ” — шәп, шәп юртыусан ат, “айғыр” — бестерелмәгән йылҡы малы, “алаша”, “байтал”, “ҡарат” (вороной), “бүртә” (караковый), “ҡарайғыр” (вороной жеребец). Бына бит, нисек кенә яратып, һоҡланып, ғорурланып атамағандар йылҡы малын!
Ат ғүмер баҡый ир-егеттең, ғаиләнең терәге, ярҙамсыһы булған. Ошо йәһәттән 1970 йылдарҙа Ишембай районы Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән Марс Шаһиев менән әңгәмәне хәтергә төшөрәм. “60–70-се йылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙа йылҡы малын аҫрау ҡәтғи рәүештә тыйылды. Был хәл урман-таулы төпкөлдә йәшәүсе халыҡ өсөн ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Юлдар насар йә бөтөнләй юҡ тиерлек. Техника менән үтерлек түгел. Ә кешегә утынын да, бесәнен дә ташырға кәрәк. Күптәр урманда кәсеп итеп көн күрә. Шуны аңлап, Маҡар, Ҡолғона яҡтарында халыҡҡа йәшертен генә ат тоторға рөхсәт иттек”, — тип һөйләгәйне ул.
— Мин үҙем аттан төшмәнем, ауыл Советына ҡараған барлыҡ ауылдарҙы ла һыбай йөрөп урай инем, — тип хәтерләгәйне ул йылдарҙы Ҡолғона ауылы Советы рәйесе булған Хөҙә ағай Әхмәтйәнов (хәҙер мәрхүм инде).
Атҡа ҡарата ихтирамды мин боронғо гәйнә ырыуы башҡорттары төйәк иткән Пермь өлкәһенең Барҙа районында ла күрҙем. 1991 йылда урманлы, бейек-бейек тауҙар араһында ултырған ауылдарҙа һәр ихатала тиерлек ат тоталар ине. Сана, арба, ҡамыт, ыңғырсаҡ, дилбегә кеүек кәрәк-яраҡты үҙҙәре яһай. Аҡлыш, Төнгүк, Күперле-Башал ауылдарын үҙ эсенә алған Муса Йәлил исемендәге колхоздың рәйесе Рәфҡәт Көсөкбаев башҡорт халҡының борондан килгән шөғөлө — тоҡом аттарын үрсетеү эшен башлап ебәргәйне. Яҡшы нәҫелдән булған юртаҡтар һәм йөк аттары һатып алғандар.
— Воронеж өлкәһенән ете атҡа заявка биргәйнем. Алдан һайлап ҡуйған булғандар. Етеһен дә бер күҙ ташлау менән белдем. Яңылышманым, — тип маҡтанып та алғайны Көсөкбаев. Маҡтанһын. Хаҡы бар. Ферма, аҡрынлап үҙҙәренең тоҡом аттарын үрсетеп, уларҙы башҡа өлкәләргә, сит илдәргә һатып, арыу ғына өҫтәмә табыш алған. Ат спорты клубы асҡандар. Һабантуйҙарҙа ат сабыштыралар, ҡымыҙ бешәләр. Шуға иғтибар иткәйнем: сабышҡа аттарҙы беҙҙәге кеүек өс-дүрт саҡрымға ғына түгел, ә егермеләп саҡрымға ҡыуалар.
— Ипподромды өс урап, юртаҡ сабыш дәртенә кереп тә өлгөрмәй бит ул, — тип көрһөнгәйне бер саҡ Әҙһәм Ғәни улы ла Өфө ипподромында ат сабыштырғанда. — Тик егерме саҡрымдан һуң ғына аттың таһыллығы, сыҙамлығы беленә.
Бынан ике йыл самаһы Ишембай урамдарында һәм Тәйрүк буйҙарында өйөр-өйөр аттар ҡарауһыҙ йөрөнө. Уларға ҡарап йөрәк әрнене. Тибендә йөрөйһө урынға, улар асфальт тапаны, ихата төбөндә үҫкән дегәнәк, ҡый үләндәре ашаны. Хужаларын белмәйем, белергә лә теләмәйем. Күрәһең, кәсеп өсөн үрсетелгәндер был аттар. Башҡортса әйткәндә, “хужаһыҙлыҡ” тип атала ул хәл. Шөкөр, һуңғы ваҡытта ҡараусыһыҙ өйөрҙәр күренмәй. Бәлки, эш ыңғай йүнәлеш алғандыр. Үткәндәргә әйләнеп ҡайтһаң, Ишембай районы хужалыҡтарының күбеһе өйөр-өйөр ат үрсеткән бит. Сит өлкәләрҙән тоҡомло юртаҡтар, йөк аттары ла алғандар. Нәҫел арттырғандар. Был изге эшкә, бәлки, хәҙер ҙә тотоноусылар булыр.
...Техника атты ҡыҫырыҡлап сығарҙы, әлбиттә. Әммә кешегә аттан айырылыуы еңел түгел. Уны хатта иң тиҙ йөрөшлө машиналар ҙа алыштыра алмай. Бөйөк яҙыусы, үлеп ат яратыусы Фолкнер ҙа бит ҡасандыр әһәмиәте әле лә юғалмаған һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған: “Мин кешенең үлеүе тураһындағы уйҙы кире ҡағам”, — тигән ул. Унан аттар яҙмышы хаҡында һорағас, Фолкнер шулай яуап биргән: “Ат түҙер. Уның хужалыҡтағы әһәмиәте хәҙер түбәнерәк, әлбиттә. Шулай ҙа кеше йәшәгәндә ул да йәшәйәсәк. Ат кешегә беҙ белгәндән дә күберәк яҡшылыҡ килтерә, күңелен йылыта, кешенең психологик һәм әхлаҡи тәбиғәте өсөн яуап бирә. Ат йәшәйәсәк! Ул бөтөн үҙгәрештәрҙе лә кисерәсәк һәм кеше үҙгәргәнгә тиклем йәшәйәсәк”.
Камил АҘНАЕВ.
Ишембай ҡалаһы.


Вернуться назад