Их, ҡурайың моңдары...08.06.2018
Их, ҡурайың моңдары...Осраҡлы рәүештә генә класташтарымдың өй тултырып йыйған мәжлесенә барып юлыҡтым. Табын ҡыҙған бер мәлдә тышта шундай матур, күңелгә ятышлы итеп ҡурайҙа уйнай башланылар. “Радиоңдың тауышын аса бир әле, күптән ҡурай моңон ишеткән юҡ”, – тигән үтенесемде белдерәм класташыма. “Радио түгел бит, бажаларым уйнай!” – Ошо яуапты ишеткәс, мин дә тышҡа йүнәлдем. Ғилман ағай Ғәниев Мифтахетдин бажаһы менән ҡунаҡтарға тотош концерт ойошторған икән. Аһәңле ҡурай моңона әҫәрләнгән ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ уларҙы тын да алмай, йотлоғоп тыңлай. Ә мин уйҙарым менән йыраҡта ҡалған бала сағыма йүнәлдем...

Ғилман ағайҙың атаһы Ғәйнулла Сәйетғәле улы Ғәниев заманында атаҡлы ҡурайсы булды. Ул тормош иптәше Мәфтуха инәй һәм ун бер балаһы менән Йылайыр районының бәләкәй генә Һаҡтау ауылында йәшәне. Үҙе ауылдың башланғыс мәктәбендә балалар уҡыта, ә кистәрен күрше Йомағужа урта мәктәбендә ҡурай түңәрәге алып бара торғайны.
Беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа мәктә­бебеҙҙә ҡурай менән ҡыҙыҡһынмаған, унда уй­нарға өйрәнергә теләмәгән бала бик һирәк булғандыр, моғайын. Берҙән, Ғәй­нулла Сәйетғәле улы һәр кемдең күңеленә юл таба белгән, уларҙы үҙенә арбай алған ысын педагог та, яҡшы ойоштороусы ла, ипле һүҙле әңгә­мәсе лә ине. Ҡура­йыбыҙға йүнле иғти­бар булмаған, юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған заманда уҡытыусыбыҙҙың ниндәй оло һәм изге эш башҡарғанын тик бөгөн генә аңланыҡ. Күпме уҡыусыһында милли музыка ҡоралыбыҙға ҡарата ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләп ҡалдырҙы ул! Бик һуңлап булһа ла балалары йөҙөндә ағайыбыҙға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Йәне йәннәттә булһын.
Ғәйнулла Сәйетғәле улының тәржемәи хәле лә бик ҡыҙыҡлы ғына. Атаһы Сәйетғәле олатай кешелек тарихында иң ҡан ҡойғос һәм ҡурҡыныс булған 1914 йылғы Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша һәм әсирлеккә төшә. Ул ваҡытта концла­герҙар булмай әле – тотҡондарҙы урындағы байҙарға таратып бирәләр. Сәйетғәле олатай Австриялағы бай ҡулына эләгә. Аҡ йөҙлө, шоморт-ҡара сәсле һылыу башҡорт егетенә хужаның ҡыҙы ғашиҡ була һәм уларҙы өйләндерәләр. Йәш ғаиләлә ике малай донъяға килә.
Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң хәрби әсирҙәргә тыуған илдәренә ҡайтырға рөхсәт бирелә. Ата-әсәһен, ауылда ҡалған ҡатыны менән ҡыҙын күреп, хәлдәрен белеп китеү уйы менән ҡайҙа йәйәүләп, ҡайҙа ниндәй ылау тап килә – шуға эләгеп ҡайтып төшә Сәйетғәле олатай. Тик ата-әсәһенең, ғаиләһенең бик ауыр хәлдә йәшәүен, бығаса йөҙләп аты, һауын һыйыры булған хужалыҡтың бөлгөнлөккә төшөүен, 1921 йылғы аслыҡ-яланғаслыҡты күреп, Австрияға кире китеү теләгенән дүнә. Ғаиләлә ир ҡулы етешмәгәнен, ҡатыны менән олоғайған ата-әсәһе өсөн терәк-таяныс кәрәклеген яҡшы аңлаған ир намыҫы ҡушмай улай эшләргә. Артабан инде “немец милләтле ҡатыны булған” тигән хәбәр өсөн генә лә башын Себер олаҡтырыр заман тыуа, һәм Сәйетғәле олатай был серен ғүмерлеккә күңел һандығына бикләй. Бары тик 1943 йылда Ғәйнуллаһын һуғышҡа оҙатҡанда ғына: “Ағайҙарыңа ҡаршы һуғышаһың инде, балам... – тип әсенеп әйтеп ҡуя. – Алдашма, урлама, үлектәрҙең әйберенә ҡағыла күрмә!” – тип тә өҫтәй һәм, көслө мулла булараҡ, улына изге доғалар яҙылған бетеү тоттора. Бәлки, ана шул бетеү ярҙамындалыр, Ғәйнулла Сәйетғәле улы яу юлын имен-аман үтеп, 1946 йылда иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
Күп тә үтмәй, яугир егет Мәфтуха Урыҫбаева исемле һылыу ҡыҙға күҙ һала. Улар яҙмыштарын бәйләй. Әрһеҙ егет Темәс педагогия училищеһында уҡытыусы һөнәрен үҙләштерергә лә өлгөрә. Уҡытыусыларға бер урында өс йылдан ары эшләү рөхсәт ителмәгәнлектән, Ғәниевтәр ғаиләһе Һыҙғы (Килсенбай), Аҡсура һәм Ҡайраҡлы (Үрге һәм Түбәнге Ғәле ауылдары), Сәләх, Йомағужа ауылдарына күсенеп, уларҙа йәшәргә һәм эшләргә мәжбүр була.
Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, Ғәйнулла Сәйетғәле улы һәр баланы үҙенекеләй күреп ярата, уларға төплө белем бирергә тырыша. Ул ғына түгел, физкультура дәрестәре өсөн уҡыусыларына үҙ ҡулдары менән саңғылар бөгөп, уларҙы йышып, шымартып бирә. Бер генә бала ла саңғыһыҙ булмай. (Бөгөнгө көн менән сағыштырһаң, ниндәй тәүәккәллек һәм эскерһеҙлек. Бер ҙә генә, аҡса юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырмаған). Ә бит уға ишле ғаиләлә лә эш муйындан булғандыр, ни тиһәң дә, ун бер бала! “Ғәйнулла ағай уҡыусылары менән үҙе лә бала шикелле булды, – тип ихтирам менән хәтерләй, мәҫәлән, элекке уҡыусыһы Миңлеғәле Сайпанов. – Беҙҙең менән бергә саңғыла йөрөр, тауҙан сана шыуыр ине... Барыбыҙҙы ла тигеҙ күрҙе, шуның өсөн дә яраттыҡ үҙен...”
Һәләтле ҡурайсы булараҡ, Ғәйнулла Ғәниев баш ҡала тамашасылары алдында ла йыш сығыш яһай. Үҙенең уҡыусы­ларынан төҙөлгән ҡурайсылар ансамблен дә етәкләй. Әлбиттә, был күренеш республика етәкселәренең иғтибарынан ситтә ҡалмай, һәм Мәғариф министрлығынан уға атҡаҙанған уҡытыусы исемен юллауҙы һорап районға бер нисә мәртәбә мөрәжәғәт итәләр. Тик урындағы етәкселәр генә юғарынан килгән хаттарҙы инҡар итә – йәнәһе, уҡытыусы башы менән шәхси хужалығында йылҡы тота...
Их, ат тотоуҙың анһат түгеллеген, йылҡы йәнле кешенең унһыҙ йәшәй алма­ғанлығын, унан килеп, ауыл ерендә ул йылдарҙа бар таянғаның шул ат булыуын аңлаһалар икән дә бит... Елкәһе еткәндәр генә кеше һүҙенә, тыйыу-сикләүҙәргә, әйләнгән һайын штраф-маҙар менән янауҙарға ҡарамай атлы булды. Бөгөн булһа, берәүҙе генә түгел, тотош өйөрө менән аҫрарҙар ине... Мәфтуха инәй­ҙең: “Атҡаҙанған исемен атланып йөрөй алһаң, мәйелең, атыңды тотон”, – тигән һүҙҙәрендә тормош дөрөҫлөгөн, ҡатыны­ның кинәйәһен яҡшы аңлаған һуғыш ветераны балаһы кеүек күргән атын һайлай.
Алда әйткәнемсә, Ғәйнулла Сәйетғәле улы Йомағужа урта мәктәбендә ҡурай түңәрәге лә алып барҙы. Буран тимәй, ҡар-ямғыр тимәй, әлеге лә баяғы атын егеп, аҙнаһына ике-өс тапҡыр дүрт-биш саҡрым аранан ваҡытында килеп етер ине мәктәпкә. Ҙур класс бүлмәһенә эреле-ваҡлы малайҙар һәм ҡыҙҙар йыйыла ла ике-өс сәғәт буйы ҡурай серҙәренә өйрәнә ине. Бүленгән ваҡытты сәғәт-минут менән һанап тороу юҡ, иң мөһиме – балаларҙың теләге генә булһын.
Унан тыш, ауылдар буйлап балалар менән бергә концерттар ҡуйырға ла өлгөрҙө ағайыбыҙ. Уның өлкәндәрҙән торған халыҡ музыка ҡоралдары ансамблен дә һәр ерҙә көтөп алдылар һәм дәррәү алҡыштарға күмделәр. Ә Ғәйнулла ағай ҡурайы менән сәхнәгә үҙе сыҡһа, тамашасы яңылыштан йүткереп ебәреүҙән дә ҡурҡып, тынып ҡала, аһәңле моң тәьҫирендә ойой. “Урал”, “Сәлимәкәй”, “Уйыл”, “Ашҡаҙар”, “Әрме”, “Ергәйеш” һәм тағы ла бик күп көйҙәр ҡурайсы башҡарыуында айырым бер зауыҡ менән яңғырай торғайны. Бейеү көйҙәрен уйнап ебәрһә, хатта әбей-бабайҙар түҙмәй бейергә төшөр ине.
Әйткәндәй, Ғәйнулла Сәйетғәле улының хәләл ефете Мәфтуха Сәлихйән ҡыҙы ла үҙенсәлекле моңо менән таныш уларҙы белгәндәргә. Туй-мәжлес­тәрҙең ҡото булды был ғаилә пары – уларҙы һорап уйнатып-йырлатырҙар, ҡурайсының дәртле бейеү көйҙәренә рәхәтләнеп бейеп күңел асырҙар ине. Мәфтуха инәй хаҡлы ялға сыҡ­ҡансы һатыусы булып эшләне – ауылдаштарын көн дә кәрәкле тауарҙан өҙмәне.
Ирле-ҡатынлы Ғәниевтәр балаларын бәлә­кәйҙән эшкә өй­рәтеп, кеше­ләргә ҡарата кеселекле, яр­ҙамсыл һәм инсафлы итеп тәрбиәләне. Бөгөн уларҙың барыһы ла үҙаллы тормош ҡороп, һәр береһе һөнәре буйынса эшләй йәки хаҡлы ялда инде. Улдары Ғилман, Әмир, Айбулат ағай­ҙар, кинйә ҡыҙҙары Гүзәл, атай­ҙарының юлын ҡыуып, ҡурай менән дуҫ. Бигерәк тә Ғилман Ғәйнулла улы маһир был тәңгәлдә. Ҡайҙа ғына бармаһын, ҡурайын ҡалдырмай ул – атай аманатына тоғролоғон һаҡлай. Уҡыусылары араһында ла ҡурайҙы ғүмерлек юлдаш итеүселәр байтаҡ. Улар араһында ҡыҙҙарҙың (хәҙер инде урта йәштәге ҡатындарҙың) күп булыуы айырым иғтибарға лайыҡ.
...Ҡурайыбыҙҙың борондан килгән данын һаҡлау, уның артабанғы яҙмышын хәл итеүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы уҡытыусының Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында һөйләгәндәре хаҡында айырым бер китап яҙырлыҡ. Ҡәһәрле һуғыш килтергән ҡот осҡос хәл-ваҡиғалар, юғалтыуҙар тураһында тере яугир ауыҙынан ишетеү бер генә уҡыусыны ла битараф ҡалдырмағандыр, тип уйлайым. Ғәйнулла Ғәниев, Йәнғәле Мозафаров кеүек һуғыш ветерандары ҡулында белем алыу, уларҙың бәйәндәрен тыңлау бәхете тейҙе беҙҙең быуын уҡыусыларына.
Үҙе китһә лә, уҡыусыларының күңелендә мәңгегә тере ысын педагог, оҫта ҡурайсы, йор һүҙле яугир ағайыбыҙ – Ғәйнулла Сәйетғәле улы. Милли музыка ҡоралыбыҙға – башҡорт даны ҡура­йыбыҙға ул һеңдергән һөйөү орлоҡтары бөгөн күкрәп сәскә ата, быуындан быуынға тапшырыла.

Йылайыр районы.


Вернуться назад