Барҙа башҡорттарын барлай ул08.06.2018
Барҙа башҡорттарын барлай улБеҙҙең ғәйнәләр төбәге Барҙала Ҡадирйән Зыятовтың исемен белмәгән кеше юҡтыр. Был ғәжәп тә түгел. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүе, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы уға танылыу килтерҙе. Ул үткән йыл район Советы ҡарары менән “Барҙа районының почетлы гражданы” тигән юғары исемгә лайыҡ булды.
Ҡадирйән Сәйет улы хеҙмәт юлын райондың ауыл хужалығы идаралығында агрохимик булып башлай. Төрлө тәжрибә үткәрә, ашлама индереп кенә иген культураларының уңышын күтәреп булыуҙы иҫбат итә.


Ун йыллап мәҙәниәт бүлеген етәкләгәндә, гүйә, клубтарға йән керә. Бөтә мәҙәниәт учреждениеларына сәхнә костюмдары тектерелә, музыка ҡоралдары, биш автобус һатып алына. Удик, Усть-Тунтор, Танып, Константиновка ауылдарында мәҙәниәт йорттары асыла, йәш белгестәрҙе эшкә йәлеп итеү, хеҙмәткәрҙәрҙең квалифи­кацияһын күтәреүгә лә тейешле иғтибар бүленә. 1981 йылда КПСС-тың район комитеты ҡарары менән Ҡадирйән Зыятовты тәүҙә — район башҡарма комитеты секретары, һуңынан социаль мәсьәләләр буйынса рәйес урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Мәктәптәр, поликлиникалар, балалар баҡсалары төҙөүгә, халыҡ ижадын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә ул. Юғары партия мәктәбен тамамлағандан һуң, уны халыҡ контроле комитеты рәйесе итеп ҡуялар, ә бер йылдан Карл Маркс исемендәге колхозға рәйес итеп тәғәйенләйҙәр. Тап шул саҡта ул халыҡ мәнфәғәте өсөн айырыуса күп изге эштәр башҡара. Яуаплы, намыҫлы етәксе бер эштән дә ҡурҡмай, ваҡытын да йәлләмәй.
— Өс йыл ярым эсендә ун ике фатирлы йорт, Солтанайҙа, Усть-Ашапта — мәктәп, Танып-Нарадкала — юл, тирмәндәр, келәттәр, Тулва йылғаһы аша күпер һәм башҡа мөһим социаль объекттар төҙөлдө. Колхоз малсылыҡ, үҫемлекселек өлкәһендә лә ҙур уңыштарға өлгәште. Сусҡа балалары, быҙауҙар һимертеү буйынса беҙ районда ғына түгел, өлкә социалистик ярыштарҙа ла алдынғы урындарҙы бирмәнек, — ти ул.
Уның артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге район Ҡулланыусылар союзы менән бәйле. Ойошма рәйесе булғанда, ул кооперацияны һаҡлап ҡына ҡалмай, ә уның үҫешенә, алға китешенә лә ҙур өлөш индерә. Барҙа райпоһы өлкә ярыштарында ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә лә еңеүҙәр яулай.
— Ул йылдарҙа илдә шәкәргә ҡытлыҡ ине. Мин Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовҡа ошо татлы аҙыҡ менән ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттем. Әйткәндәй, үтенесемде кире ҡаҡманылар. Шулай итеп, район мәктәптәре һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары шәкәрле булды, — тип еңел булмаған осорҙо хәтерләй ул.
Земство йыйыны рәйесе, ЗАГС бүлеге начальнигы — был Ҡадирйән Сәйет улы үткән баҫҡыстар. Бөгөн хаҡлы ялда ла ул әүҙемлеген юғалтмай, эшһеҙ ултырыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай. Ун йылдан ашыу дәүләт учреждениелары профсо­юзының район комитетын етәкләй. 2012 йылда уның исеме төбәктең Почет таҡтаһына индерелде. Күп йылдар район башҡорттары ҡоролтайы, ветерандар советы, урындағы пенсионерҙар советы, аҡһаҡалдар советы рәйесе булды.
Инициативалы етәксе, йәмәғәт эшмәкәре хеҙмәттәштәре, ауылдаштары абруйын да яуланы. Бынан тыш, ул – бынамын тигән ир, хужа, атай ҙа. Ҡатыны Лидиә Иҙиәт ҡыҙы менән матур донъя ҡороп, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улар ҙа бөгөн бар тырышлығын һалып, төбәк мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итә. Әүҙемлек, оптимизм, маҡсат менән йәшәү кеүек сифаттар уларға ғүмере буйы халыҡ өсөн изге эштәр башҡарған, ҙур тормош тәжрибәһенә эйә булған атайҙарынан күскән.

Пермь крайы.


Вернуться назад