Кемдер тыуа, кемдер...03.05.2012
Мөхәббәткә йәш ҡамасау түгел

Башҡортостандың ЗАГС идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр тыуыу тураһында 56 310, никах теркәү тураһында — 38 186, үлем тураһында — 54 558, никахты тарҡатыу тураһында — 17 974, атайлыҡты билдәләү буйынса — 8 165, уллыҡҡа алыу буйынса — 466, исемде алмаштырыу буйынса 2 044 акт теркәлгән.
Мөхәббәткә йәштең күпме булыуы ҡамасауламауына йәнә ышандыҡ. Күмертауҙа 74 йәшлек “кейәү” һәм 71 йәшлек “кәләш”, тиҫтә йыл бергә йәшәгәндән һуң, никахтарын законлаштырырға ҡарар иткән. Ошоға тиклем дә етмеш йәште уҙған бер өлкән пар никахтарын теркәтеүҙе һорап ғариза яҙған.

Дүртенсе урындабыҙ...

Башҡортостан — Волга буйы федераль округында тыуым кимәле буйынса дүртенсе урында. Беҙҙән алда Удмурт Республикаһы, Пермь крайы, Ырымбур өлкәһе килә.
Дөйөм алғанда, республика буйынса былтыр тыуғандар һаны үлгәндәр һанынан 3,2 процентҡа күберәк булған. Халыҡтың тәбиғи артымы — 1374 кеше.

Иҫән-һау үҫтерегеҙ!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 100-сө, 500-сө һәм 1000-се булып теркәлгән сабыйҙарҙы тәбрикләү күңелле йолаға әүерелгән.
Быйыл, мәҫәлән, Һөйөндөковтар ғаиләһендә икенсе булып донъяға килгән сабыйға ошондай бәхет йылмайҙы. Вилдан быйыл ЗАГС-та теркәлгән сабыйҙарҙың йөҙөнсөһө булып, йомшаҡ уйынсыҡ, фотоальбом менән бүләкләнде.

“Алтын ямғыр” яуҙы

Мәләүез ҡала һәм районының ЗАГС бүлегендә Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған тормош юбилярҙарын ҡотлау тантанаһы үтте.
“Алтын ямғыр” тип исемләнгән байрам өлкәндәрҙең күңеленә хуш килде. Мендельсон маршының йәнә улар өсөн яңғырауын биш бәхетле пар тәьҫирләнеп, тулҡынланып ҡабул итте. Оҙаҡ йылдар татыулыҡта, берҙәмлектә ғүмер кисергән парҙар бөгөн дә һоҡланып туйғыһыҙ: дәртле, бер-береһенә ихтирамлы, мөхәббәтле.


Вернуться назад