Байымай ҡайҙа барһын?!06.06.2018
Ике иҫәр йомаҡ әйтешә икән.
– “Л” хәрефенә башлана, “А” хәрефенә бөтә – ул ни була?
– Танк! – ти икенсеһе шунда уҡ.
– Ай-яй, бик тиҙ таптың, – тип аптырай икенсеһе. – Ә нисек белдең?!
* * *
Табип кабинетына сибәр бер ҡыҙ килеп инә:
– Сисенегеҙ, – ти уға табип.
– Ниңә? – тип ҡып-ҡыҙыл була ҡыҙ. – Минең бит ҡолағым ауырта.
– Улайһа, һеҙ яңылыш ингәнһегеҙ. Мин бит күҙ врачы.
* * *
Егет менән ҡыҙ ресторан ҡырынан уҙа.
– Ой, ниндәй тәмле еҫ килә! – ти ҡыҙ.
Егет шатланып:
– Һиңә оҡшанымы? Теләһәң, әйҙә тағы бер ҡат уҙайыҡ.
* * *
Ир телевизор һатып алып ҡайта.
Ҡатыны:
– Был телевизорҙың тартмаһына ниңә рюмка төшөрөлгән?
– “Йыуырға кәрәк” тигән һүҙ ул.
* * *
Бер егет танышынан:
– Аҡса алғансы мең һум биреп тор әле, – тип һорай.
– Ә ҡасан эш хаҡын бирәләр?
– Белмәйем. Һин эшләйһең бит, үҙең белергә тейеш.
* * *
– Ирең ниндәйерәк кеше?
– Ҡояш кеүек.
– Асыҡ йөҙлө инде, улайһа?
– Юҡ, кис етһә, юҡҡа сыға ла иртән генә ҡайтып керә.
* * *
Бер ирҙең ҡатыны бик ҡаты ауырый, түшәктә үлергә ята.
– Ҡара әле, ҡояш нисек матур итеп байый, – ти ул, тәҙрәгә ҡарап.
– Байымай ҡайҙа барһын, байый! – ти уға ире. – Һин иғтибарыңды ситкә йүнәлтмә, эшеңде бел…
* * *
– Ҡатын-ҡыҙ менән ни тураһында һөйләшәһең инде?
– Уның матурлығы хаҡында.
– Әгәр ул сибәр булмаһа?
– Ул сағында башҡа ҡатын-ҡыҙҙың ҡотһоҙлоғо тураһында.
* * *
Яңы ғына кейәүгә сыҡҡан ҡыҙы әсәһенә:
– Әсәй, һин әбиткә бешергән ашты атайым оҡшатмаһа, уны ни эшләтәһең?
– Атайыңдымы?
– Ашты.
– Кисен йылытып бирәм.
* * *
Ире – ҡатынына:
– Гәзиттә йөҙ йәшкә тиклем йәшәү серҙәре аңлатылған мәҡәлә баҫылған.
– Кит әле! Ҡайҙа, мин дә уҡып сығайым.
– Ы-һы, биргән ти берәү!
* * *
Бер ир магазинға инеп, ҡысҡырыбыраҡ:
– Шырпы кәрәк ине, – тигән.
– Үкермәгеҙ әле, мин ҡолаҡһыҙ түгел, – ти һатыусы, асыуланып.
– Тоталар ҙа ҡысҡыралар. Һеҙгә ниндәйе кәрәк, фильтрлымы, фильтрһыҙымы?
* * *
Балыҡҡа барыр алдынан ҡармаҡтарын әҙерләй башлаған ирен күреп, ҡатыны ҡыҙып китә:
– Шул балыҡтың нимәһен яратаһыңдыр инде…
– Һөйләшмәүен.
* * *
Ресторанға килгән ир официантҡа:
– Был аш миңә кер порошогы һалынған һыуҙы хәтерләтә.
– Сәйер. Был беҙҙең иң яҡшы ризыҡтарыбыҙҙың береһе. Ғәфү итегеҙ, һеҙ кер порошогы һалынған һыуҙы йыш эсәһегеҙме?