“Ха-ха” менән “һи-һи”һеҙ йәшәмәйек06.06.2018
“Ха-ха” менән  “һи-һи”һеҙ йәшәмәйекФән көлөүҙең кеше һаулығына файҙалы икәнлеген күптән иҫбатлаған. Ҡайһы бер табип рецепт яҙғанда, дарыуҙарға ҡушып, мәҙәктәр, комедия һәм мультфильмдарҙың исемлеген дә индерә, имеш. Белгестәр фекеренсә, көлөү муйын, умыртҡа һеңерҙәрен, мейе күҙәнәктәрен хәрәкәткә килтерә, йөрәк тибешен көйләй икән.


Һиндостанда йәшәгән Майзан Катария тигән кеше хатта көлөү йогаһы техникаһын булдырған. Дауалау сеансы ауырыуҙарҙың 15-20 минут бергәләшеп көлөүенән башлана. Улар тәрән итеп һулыш алып, тәүҙә “хо-хо” һәм “ха-ха”ларын аралаштырырға тотона. Һуңынан ҡысҡырып, тауышһыҙ, бейеп көлөү сиратлаша.
“Ха-ха” менән  “һи-һи”һеҙ йәшәмәйекШвейцарияла ла балаларҙы һауыҡтырыу үҙәгендә бик үҙенсәлекле дауалау ысулын ҡулланалар. Лонау Теодора фонды уларға даими рәүештә табиптар ебәреп тора. Табиптар дарыу урынына төрлө көлкөлө уйын шарттары тарата, укол ҡаҙау урынына флейтала уйнай. Балалар был докторҙарҙы бик ярата икән: кәйефтәре күтәрелә, уйнайҙар, рәхәтләнеп көләләр. Шулай итеп, һауыҡтырыу үҙәктәре сабыйҙар көлөүенә тула.
Билдәле булыуынса, көлөү ғүмерҙе оҙайта һәм тормошто яҡшырта. Ниңә шулай һуң ул? Әлеге һорауға иң тәү Америка психологтары яуап эҙләгән. Тикшеренеүҙәрендә 10 мең кеше ҡатнашҡан. Уларға ҡыҙыҡлы видеояҙмалар ҡарарға тәҡдим ителгән. Тәжрибәгә ике көн ҡалғас, унан биш көн ҡала һәм, тәжрибә бөткәс, белгестәр уларҙың психик һәләтен бер нисә күрһәткес буйынса билдәләгән. Баҡһаң, алда көтәсәк ҡыҙыҡлы хәл тураһында уйлау ҙа организмға яҡшы тәьҫир итә икән.
“Ха-ха” менән  “һи-һи”һеҙ йәшәмәйекТәжрибә үткәрергә ике көн ҡалғас, кешеләрҙәге депрессия күрһәткесе 51 процентҡа, ҡурҡыу – 36, оригиналлек 15 процентҡа кәмегән. Видеояҙманы ҡарап бөткәс, улар өсөн тормош тағы ла күңеллерәккә әйләнгән: депрессия 98 процентҡа, ҡурҡыу – 75 процентҡа, арығанлыҡ 87 процентҡа кәмегән. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: тормошҡа оптимистик ҡарашта булыусылар пессимистарға ҡарағанда төрлө йоғошло ауырыуҙарға ла нығыраҡ ҡаршы тора икән. Тимәк, яңы дауаланыу ысулы – көлөү терапияһы тураһында ла уйларға ваҡыт еткәндер…


Вернуться назад