Ветерандар хаҡында05.06.2018
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 1,6 миллион Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм инвалиды йәшәй. Аныҡлап әйткәндә, инвалидтарҙың һаны 16 691-гә тиң.

Дәһшәтле һуғыш йылдарында һауа оборонаһы объекттарында эшләгәндәр һаны – 80 367. “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” билдәһен алғандар һаны – 105 338. Шулай уҡ Рәсәйҙә бәлиғ булмаған килеш фашизм тотҡоно булған 114 778 кеше көн итә, 198 граждан бәлиғ булған осорҙа тотҡон булған. Тыл хеҙмәтсәндәре – 941 333, һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың тол ҡатындары – 268 128.
Рәсәйҙең Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, былтыр һуғыш ветерандары (тыл ветерандары) уртаса 17 492 һум түләм алған, ә һуғыш инвалидтарының пенсияһы 40 347 һумғаса еткән. Быйыл был суммалар индексацияланған һәм тағы ла артҡан.


Вернуться назад