Күсеүҙә – ярҙам05.06.2018
Бер йыл эсендә Рәсәйгә 120 мең кеше күсеп килгән. Сит тарафтарҙа йәшәгән ватандаштарҙың илебеҙгә үҙ теләге менән күсеп ҡайтыуына булышлыҡ иткән дәүләт программаһы һөҙөмтәле эшләй, унда дәүләтебеҙҙең 66 төбәге ҡатнаша.
Күсеп килеүселәрҙең күпселеге Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән. Улар, нигеҙҙә, Үҙәк, Себер, Урал һәм Волга буйы федераль округтарындағы ҡала һәм ауылдарҙы һайлай. Алдынғылар иҫәбендә – Калининград өлкәһе. Унда программа, пилот проекты булараҡ, 2007 йылда уҡ тормошҡа ашырыла башлаған, ун йыл эсендә төбәккә 10 меңдән ашыу кеше күсеп килгән.
Программа йылдан-йыл камиллаштырыла. Мәҫәлән, никах тарҡалған һәм яңынан уға ингән осраҡта программала ҡатнашыусының статусы һаҡланыу; Украина һәм Белоруссия граждандарынан Рәсәй гражданлығын биреү өсөн рус теленән мотлаҡ имтихан алмау; Рәсәйҙә йәшәү мөмкинлеген срокһыҙға әүерелдереү һәм башҡалар.