Йылы яҡ ымһындыра05.06.2018
Берләшкән милләттәр ойошмаһы күҙаллауынса, Рәсәйҙең көньяҡтағы ҡалаларында кешеләр һаны йылдан-йыл артасаҡ, XXI быуат уртаһына улар уртаса өс миллионға күбәйәсәк.
Тәүге сиратта Краснодар миллионлы ҡалаға әүереләсәк. Әле унда 950 мең самаһы кеше көн итә. Сочи халҡының һаны иһә 500 меңгә тиклем күтәреләсәк. Башҡа ҡалаларҙа ла үҙгәрештәр һиҙеләсәк.
Демография мәсьәләһенә килгәндә, БМО күҙаллауҙары “Росстат”тың сценарийы менән яҡынса тап килә. Уның буйынса, Рәсәйҙә халыҡ һаны йылдан-йыл кәмей барып, 2035 йылға 137 миллион самаһы ҡаласаҡ. Демография мәсьәләләрен өйрәнеүсе ғалим-академик Сергей Шульгин әйтеүенсә, һәр консерватив күҙаллау “бер нәмә лә эшләмәһәң, бына ошолай буласаҡ” тигән принциптан сығып төҙөлә, шуға артыҡ көйөнөргә ярамай. Илебеҙҙә демографик хәлде яҡшыртыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, үлем һанын кәметеү өсөн күрелгән сараларҙың күплеген һәм төрлөлөгөн иҫәпкә алғанда, бәлки, был һан уйҙырма ғына булып ҡалыр.
Әйткәндәй, миграция ағымы Мәскәү һәм Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа ла туҡтамаясаҡ һәм 2035 йылда яҡынса 13,5 миллион самаһы тәшкил итеүе ихтимал.
Донъя тенденцияларына килгәндә, БМО белгестәре, 2050 йылға планета халҡының 68 проценты ҡалаларҙа йәшәйәсәк, ти. Бигерәк тә был хәл Африка һәм Азия илдәрендә күҙәтеләсәк. Әммә тыуым артыуға бәйле түгел, ә ауыл кешеләренең яҡшы тормош эҙләп мегаполистарға юлланыуынан. Әлеге ваҡытта был һан 55 процентҡа тиң, йәғни 4,2 миллиард.