Май айында юбилейҙар, иҫтәлекле көндәр03.05.2012
1 — дәүләт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР Министрҙар Советының дәүләт премияһы лауреаты, Ленин, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры Тәлғәт Хурамшинға — 80 йәш (1932)
6 — РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Таһир Сәйфуллинға — 80 йәш (1932)
— Башҡорт дәүләт аграр университетының автоматика һәм электротехника кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, СССР-ҙың спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе Рәшит Шәйәхмәтовҡа — 65 йәш (1947)
10 — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаға — 70 йәш (1942)
15 — Башҡортостандың тәүге актрисаһы, режиссер Сәхибьямал Ғиззәтуллина-Волжскаяның тыуыуына — 120 йыл (1892 — 1974)
17 — физика-математика фәндәре докторы, профессор Роберт Яҡшыбаевҡа — 60 йәш (1952)
18 — дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Әнәс Хәсәновтың тыуыуына — 75 йыл (1937 — 1997)
19 — күренекле рәссам Михаил Нестеровтың тыуыуына — 150 йыл (1862 — 1942)
20 — философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Фәнил Фәйзуллинға — 70 йәш (1942).
26 — яҙыусы, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Йәмил Мостафинға — 85 йәш (1927)
— философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Баязит Ғәлимовҡа — 70 йәш (1942).
— фармаколог, медицина фәндәре докторы, профессор Лилиә Вәлиеваға — 60 йәш (1952)
29 — Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына — 90 йыл (1922 — 1944)


Вернуться назад