Бала күңеле лә әсәлә булһа икән...05.06.2018
Бала күңеле лә әсәлә булһа икән...Ҡыштың аяҙ матур көнөндә ҡыҙым менән саф һауала йөрөп инәйем әле тип сыҡһам, подъезд төбөндә иламһырап торған күрше әбейҙе осраттым. “Бәй, уға ни булған, арыу ғына йөрөй торғайны”, – тип уйланым да иҫәнләшеп үтеп киттем.

Ҡыҙымдың бәләкәй сағы ине. Шулай ҙа минең аптырағанымды һиҙҙе шикелле.
– Әсәй, ошо инәй – Виканың өләсәһе. Ул күрше подъездан, минең менән бер класта уҡый. Өләсәһен киләһе аҙнала ҡарттар йортона оҙаталар.
– Ҡайҙан беләһең?
– Вика үҙе һөйләне. Әсәйемдәр миңә пианино һатып алды, ҡуйырға урын юҡ. Өләсәйҙең карауатын сығарып ташлайбыҙ, тине.
– Булмаҫ, буш һүҙҙер, шаяртып һөйләгәндер.
– Юҡ, әсәй, мин, етмәһә, унан: ”Ә һин ниңә өләсәйең менән бергә йоҡламайһың, икегеҙгә бер карауат етмәйме ни?” тигәс, ул миңә: “Кит инде, кеше өләсәй ме­нән бергә йоҡламаҫ инде. Әсәйем быны миңә бер ҡасан да рөхсәт итмә­йәсәк. Әбейҙәр еҫле була, ти”, – тине.
– Кит, булмаҫ, балам, – күңе­лем һаман ышанманы. – Виканың атаһы ла, әсәһе лә – уҡытыусы­лар. Мин уларҙы беләм, һеҙ уҡыған мәктәптә эшләйҙәр. Ундай хәлгә баҙнат итмәҫтәр, моғайын.
Әбейҙе икенсе көн тағы ла осраттым. Оҙон буйлы, төҙ һынлы, мөләйем, ләкин күҙгә күренеп торған борсоулы йөҙлө, етмеше лә тулмаған оло йәштәге апай. Баҡтиһәң, ул Виканың түгел, ә Виканың әсәһенең өләсәһе икән. Һөйләшеп киттек. Мәскәү өлкәһенең бер ауылында үҙ йорто, мал-тыуары менән иркен генә йәшәп ятҡан еренән ошо уҡытыусы ейәнсәре донъяһын һаттырып, аҡсаһына Мәскәүҙә өс бүлмәле фатир һәм еңел машина һатып алып, әбейҙе үҙҙәренә күсереп алып килгән, Вика менән икеһенә бер бүлмә биреп, ике карауат ҡуйғандар. Бүләсәренә 5-6 йәш тулғансы әбей ҙә ярап торған, ҡарашҡан, тәрбиәләшкән, ярҙам иткән. Вика бер аҙ үҫә төшкәс (пианино артына ултырырлыҡ булғас!), әбейҙең дә кәрәге бөткән, өс бүлмәле фатирҙа урынһыҙ ҡалып, артыҡ булып сыҡҡан.
– Башта ашауҙан айырҙылар, һуңынан – бала менән аралашыу­ҙан, һөйләшеүҙән тыя башланылар, Виканы миңә ҡаршы ҡотор­топ, төрлө йәберләү һүҙҙәрен әйттереүҙән дә оялманылар. Шулай итеп мине яйлап үҙҙәренән биҙҙерергә уйланылар. Ғүмерем әллә ни күп тә ҡалмағандыр инде, ниңә баланы улай тәрбиәләй­һегеҙ, күреп үҫә бит, аҙаҡ үҙегеҙгә лә мөнәсәбәте ҡырыҫ булыуы бар, ти торғайным. Минең дәлилгә яуаптары бер булды: “Беҙ һинең йәшеңә етмәйәсәкбеҙ, борсолма...”
Әбейҙе подъезда башҡа осратманым. Оҙатҡандар, тинеләр. Ә һуңыраҡ, үлгән икән, тигән хәбәре килде. Ҡарттар йортонда өс айға яҡын ғына йәшәгән. Ҡайғыһын, юҡһыныуын, йөрәк әрнеүен күтәрә алмағандыр инде.
Йылдар үтте. Вика ла ҡыҙ булып етте. Пианинолы айырым бүлмә ҡыҙ-ҡырҡын, егет-елән төйәгенә әйләнде (ҡыҙҙар тиңдәш булғас, хәбәр ишетелеп тора, күршеләр ҙә ҡыҙыҡһыныусан). Пианинола матур көйҙәр, классик әҫәрҙәр уйнаусы булманы — Вика өйрәнмәне. Кистәре, ял көндәре “даңғыр-доңғор” музыка геүләтеп, кәрт һуғып (бәлки, иҫерткес эсемлектәр ҙә ҡулланып), тауышланып үтә торған булды. Атай-әсәйенең тыйырға маташыуына Вика: “Минең айырым бүлмәм бар, һеҙгә теймәйем, борсомайым, һеҙ ҙә миңә ҡыҫылмағыҙ”, – тип кенә ебәрер ине. Тора-бара, ҡыҙ янына егеттәр килә башланы. Ҡайһыһындыр Вика “гражданлыҡ ирем” тип иғлан итте. Күп тә үтмәне, ҡыҙ әсәһенә бала килтереп тотторҙо. Әсәгә, ә хәҙер инде өләсәйгә, ни эшләргә? Сәскән уңышын урырға ғына ҡалды. Сабыйға урын кәрәк, карауатын, коляскаһын ҡуйырға. Әле улары ла һатып алынмаған. Баланың атаһы ҡайҙалыр юҡ булды, күрәһең, был мәшәҡәттәр уның планына инмәгән... Ни эшләргә? Әлеге лә баяғы булыр-булмаҫ пианинонан ҡотолорға ҡарар иттеләр. Уныһын да һатып булмай, алыусы юҡ, бушлай бирһәң, йәл. Ахырҙа ата-әсә үҙҙәренең бүлмәһенә күсереп ултыртырға булды, ярай, бәлки, был бала уйнарға өйрәнер, тинеләр.
Ә баланы бит әле үҫтерергә, тәрбиәләргә кәрәк. Виканың әсәһенең аяҡ-ҡулы бала менән бәйләнде, эшенән дә китергә мәжбүр булды. Ә ҡыҙҙың әле йәшлек иҫәрлеге үтмәгән, тегендә-бында йөрөү дәрте һүнмәгән, әсәлек хисе лә йүнләп уянмаған. Бөтә мәшәҡәттәрен ата-әсәһенә ауҙарып (сөнки ул шулай тейеш тип һанай), аҙып-туҙып йөрөй бирҙе. Ахырҙа бер эшһеҙ әҙәмде өйөнә алып ҡайтты, буласаҡ ирем, тип таныштырҙы. Меҫкен ата-әсәгә ни эшләргә ҡала? Бөтөнләй яңғыҙ булғансы, парлы йәшәр, тинеләр, бәлки, йүнле генә кеше булһа, балаһын да тәрбиәләшер. Тик Вика был ҡылыҡтары менән сикләнмәне, ата-әсәһенән дә оялманы, берҙән-бер көн “беҙгә айырым фатир кәрәк” тип хәбәр һалды. Фатирҙы бүлешеп, айырым-айырым йәшәргә булдылар.
Йылдар үтә торҙо. Вика ла донъяның әсеһен-сөсөһөн күреп өлгөрҙө. Ирем тип урамдан алып ингән әҙәм ҡатындың балаһы менән уртаҡ тел таба алманы. Бала ла әсәһенә ҡарата мөнәсә­бәтен көндән-көн ҡырыҫлата төштө, үпкәһен белдереп, үҙенсә уның тормош юлын тәнҡитләп, ҡайһы бер йәберләү һүҙҙәренән дә тыйылманы.
Тынғыһыҙ, ығы-зығылы ғаилә­гә инде хәҙер өләсәй булған кеше килеп аяҡ баҫырға ла ҡыйманы, бала бәхетен татымай, йылы һүҙ ишетмәй, ҡайғыһына күмелеп көн итте, сиргә һабышты. Өлкәндәргә ихтирам күрһәтергә күнекмәгән, уларға ерәнеп ҡарарға өйрәнгән Виканың инде хәҙер оло йәшкә еткән атаһы менән әсәһенә лә мөнәсәбәте ҡырыҫ булды. Атаһы­ның, үҙеңә алып, бер аҙ булһа ла әсәйеңде тәрбиәлә, йыуындырып, ашатып-эсереп, дарыуҙарын ваҡытында биреп тор, тип үтене­үен инҡар итеп, ул, киреһенсә, әсәһен ҡарттар йортона юлларға кәрәклегенә күндерҙе. Ир кеше риза булмай ҡайҙа барһын? Шулай ул йортҡа икенсе тапҡыр юл тоторға тура килде был ғаиләгә. Аҙағы хәйерле булһын...

Мәскәү ҡалаһы.


Вернуться назад