Ҡайҙа фатир арзан?05.06.2018
Рәсәйҙә 300 меңдән ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар араһында иң арзан фатир – Магнитогорск ҡалаһында.

Күҙәтеүселәр фекеренсә, Рәсәйҙә ғәҙәти торлаҡ уртаса өс миллион һум тора. Магнитогорскиҙа иһә 1,5 миллион һумға тәҡдим итәләр. Брянскиҙа, Түбәнге Тагилда – 1,8 миллион һум тирәһе, йәғни Мәскәүҙән ун тапҡырға осһоҙораҡ. Бында фатир хаҡы 11,2 миллион һумға етә.
Шулай уҡ Махачкала, Орел, Ырымбур, Новокузнецк торлаҡҡа хаҡ ул тиклем юғары булмаған ун ҡала иҫәбенә ингән. Унда “ҡыйыҡ” уртаса 1,9 миллион һум тирәһе тора. Владикавказда, Һарытауҙа, Ҡурғанда фатир хаҡтары ике миллион һумдан саҡ ҡына артығыраҡ.
Мәскәүҙән тыш иң юғары хаҡ – Санкт-Петербургта (6,9 миллион һум), Сочиҙа (6 миллион), Владивосток менән Севастополдә (4,6 миллион).
“Фатирҙар донъяһы” порталы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл беренсе кварталда Рәсәйҙә яңы фатирҙарға хаҡ өс процентҡа ҡыйбатланған. Тикшереү эштәре алып барылған 69 ҡаланың 55-ендә яңы төҙөлөш барған урындарҙа хаҡтың артыуы күҙәтелгән. Илдең ҙур ҡалаларында тәүге кварталда икенсел торлаҡҡа хаҡтар шулай уҡ күтәрелгән.


Вернуться назад