Ни өсөн уны икенсе төрлө “болгар боросо” тип атағандар? ХVII быуат аҙағында София сауҙагәрҙәре был йәшелсәне Рәсәйгә ташый башлай. Борос барлыҡ халыҡҡа оҡшай һәм әлегәсә киң ҡулланыла.Уның бай витамин составы ҡан тамырҙарын нығытырға ярҙам итә, сәс үҫеүен яҡшырта, тирене йәшәртә, хатта күҙҙең үткерлеген һаҡлай. Боростағы матдәләр кешегә депрессив хәлдән сығырға ярҙам итә, көс өҫтәй. Шулай уҡ ул шәкәр диабеты менән толланғандарға ла бик файҙалы. Йәшелсәнең тағы бер үҙенсәлеге — ул аппетитты асырға булышлыҡ итә. Шулай уҡ ҡанды шыйыҡландырып, ҡан баҫымын түбәнәйтә. Унан яһалған майҙы һәм битлекте радикулиттан, артриттан һәм невралгиянан яфаланғанда ҡулланалар.
Составында рутин күп булыуы менән дә борос юғары баһалана. Был иһә организмға файҙалы матдәләр илткән ҡан тамырҙары һәм капиллярҙарҙың ҡартаймауына булышлыҡ итә. Рутин барлыҡ ҡан тамырҙарының һығылмалылығын һәм ныҡлылығын һаҡлай, тап шуға ла борос тромбоздан һәм атеросклероздан иҫкәртеү өсөн файҙаланыла.
Болгар боросо аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнгәндәр, өлкән кешеләр өсөн бик файҙалы. Ул хәтерҙе яҡшырта һәм эшмәкәрлекте әүҙемләштерә. Борос йоҡоһоҙлоҡто бөтөрә, стресс һәм депрессия алды халәтенән ҡотолдора, нервы системаһындағы һәм мускулдар туҡымаһындағы көсөргәнешлекте көйләй.