Был йәшелсә ғәжәп файҙалы матдәләргә бай. Унан эшләнгән салат шешенеүгә ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә, аппетитты аса, эсәктәр эшмәкәрлеген еңеләйтә.
Редистан алынған һут аҙыҡ эшкәртеүҙе, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Бигерәк тә ул һимереүҙән, шәкәр диабетынан яфаланғандарға файҙалы.
Йәшелсә шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ла килешә, ашҡаҙан һуты бүленеүен көйләй, шунлыҡтан аҙыҡ эшкәртеү эшмәкәрлеген яҡшырта. Редис организмдан артыҡ холестеринды сығара. Әйткәндәй, ундағы күҙәнәклектәр һарымһаҡ, помидор, сөгөлдөр һәм аҡ күсәнле кәбеҫтәнеке кеүек үк, ә һабаҡтағынан 0,5 тапҡырға күберәк. Табиптар атеросклероздан, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн дә редис ашарға тәҡдим итә.
Был йәшелсәлә эфир майы күп, тап шуға ла уны ашҡаҙандың хроник ауырыуы, бөйән, ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр һәм бәүел ҡыуығы, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғандарға ашау тәҡдим ителмәй.