Донъя йәмләр зат бул05.06.2018
Донъя йәмләр зат булҠатын-ҡыҙҙың көсө – уның көсһөҙлөгөндә, тибеҙ. Әммә шундай һорау тыуа: нисек ирҙәренә иңдәш-яуҙаш булған сая ҡыҙҙарға көсһөҙ булып өйрәнергә һуң? Уйлап ҡараһаң, был – беҙҙең халҡыбыҙ ғына түгел, ә башҡа милләт гүзәлдәре өсөн дә мөһим һорау. Ғөмүмән, ергә ҡатын-ҡыҙ итеп яратылған көсһөҙ затҡа нисек иң ҡырыҫ тормош шарттарында ла һығылмалы, нәзәкәтле, мөхәббәтле булып ҡалырға? Әгәр ҙә был юҫыҡта тәжрибә булмаған осраҡта, яңылышмай ғына ниндәй алтын урталыҡты һайларға һуң? Түбәндәге кәңәштәр ошо юлда һеҙгә ярҙам булыр тип уйлайбыҙ, әхирәттәр.


1. Ҡатын-ҡыҙға тәү сиратта үҙенең көслө заттың яҡлауына мохтаж булыуын таныу зарур, сөнки беҙ күп осраҡта донъя ығы-зығыһы менән ҡатмарландырылған заманда көсһөҙ булып ҡалыуҙы өнәмәйбеҙ, бәлки, теләмәйбеҙ йәки эшләп ҡарамайбыҙ. Был донъяла бары көслөләр генә бирешмәй тигән фекер нығынған тормошсан аңыбыҙҙа. Әлбиттә, эшләргә, тырышырға, түҙергә, булдырырға кәрәк. Килеп сыҡмаһа, һин даланһыҙ. Донъяға көслө ҡатын-ҡыҙ идара итә, ә көсһөҙҙәре белемһеҙ, юғары эш хаҡы алып та эшләмәй, улар йә иҙән йыуа, йә өйҙә хужабикә, шулай бит? Ә тәрәндән уйлап ҡараһаң, үрҙә һаналған “эшләргә, тырышырға, түҙергә, булдырырға” кеүегерәк ҡылыҡһырламалар ғаилә башлығы булыр ир-атҡа ҡағылышлы түгелме һуң? Уларҙың был донъялағы тәбиғи тәғәйенләнешенә хас. Ә ҡатын-ҡыҙ – матурлыҡ, нәзәкәтлек өлгөһө. Ошо хаҡта ваҡыты-ваҡыты менән иҫкә төшөрөп, көсһөҙ, нескә зат булыуыбыҙҙы ҡабул итһәк һәм онотмаһаҡ ине.
2. Ярҙам һорау сараһыҙлыҡтан булмаһын. Ниндәйҙер эште бергә башҡарыу, бергәләшеү уйы менән кемдәндер итәғәтле итеп ярҙам һорарға өйрәнеүҙең бер генә хилафлығы ла булмаясаҡ. Һеҙҙең кеүек нәфис, матур күңелле, ипле затҡа яҡынығыҙ йә танышығыҙ ихлас күңелдән ярҙам итергә риза буласаҡ. Әлбиттә, кемдер өсөн был бик ауыр һәм уның принциптарына тура килмәгән кеүек тойолор. Әммә яныңда яҡындарыңдың терәген, ярҙамын тойоу үҙеңде ҡатын-ҡыҙ булараҡ матур һәм бәхетле, наҙлы итеп тойорға мөмкинлек бирәсәк. Яҡын кешеңдән матур күлдәк алып биреүен һорау йә булмаһа үҙең булдыра алған хәлдә лә сөй ҡағыуын үтенеүе яратҡан кешеңдең күңелендә бары ярҙам итергә теләк, яҡынлыҡ тойғоһо ғына уятыр, моғайын.
3. Үҙ-үҙеңде яратыу һәм йөҙ-ҡиәфәтеңә һәм эске торошоңа иғтибарлы булырға өйрәнеү – нескә затҡа хас сифат ул. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, үҙеңә даими иғтибар бүл. Һинең өсөн иң мөһиме физик көс түгел, ә матурлыҡты тыуҙырған эске көстөң булыуы. Был көс-ҡеүәтең күберәк булған һайын, ҡатын-ҡыҙ тәғәйенләнешеңде аңлау һәм бурыстарыңды үтәү, үҙең булып ҡалыу күпкә еңелерәк тойолор.
4. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр. Әҙәм күрке – сепрәк. Матур күлдәктәргә, итәктәргә өҫтөнлөк бир, сөнки гүзәл затҡа тәғәйен был кейем ысын мәғәнәһендә нәзәкәтлек, серлелек, еңеллек, бәхет өҫтәй, уның ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтен асырға ярҙам итә. Матур күлдәк кейеп, ауыр, килбәтһеҙ сумкалар күтәреп, йәмһеҙ итеп атлау, йүгереү ҙә килешмәй. Тимәк, һин үҙеңде күбәләктәй тойоп, йөҙөп кенә атларға тейешһең. Ә был күркәм эш ғәҙәтеңә әйәләнеп китһә, һинән дә бәхетле һәм матур зат булмаҫ.
Онотма, беҙ – матурлыҡ тыуҙырыр зат, ә уны тәү сиратта үҙебеҙҙең күңелдә һәм йөҙ-ҡиәфәтебеҙҙә булдырырға тейешбеҙ. Шул саҡта ғына йәшәү темпы үҙгәрер, ирекһеҙҙән үҙеңә ҡарата иғтибар һәм хәстәрлек тойорһоң. Ә әйләнә-тирәләгеләр, бигерәк тә көслө зат, һинең көсһөҙ матур заттан булыуыңа иғтибар итер һәм һеҙгә ҡарата булған мөғәмәләһен ыңғай яҡҡа үҙгәртер.
Ә бит, уйлап ҡараһаң, көсһөҙ булыу өсөн әллә ни күп кәрәкмәй. Ҡайһы саҡта ярҙам алырға теләйһең икән, бары бер аҙға туҡтап ҡалырға, ир-егеттәрҙән алға сығып йүгермәҫкә кәрәк. Мәҫәлән, урамға сығыр алдынан яҡын кешеңдән алда һонолмай, бер аҙ тәртип һаҡлап, әкрен һәм ипле йөрөү йә кейемеңде алыр алдынан бер аҙға туҡтап алыу көслө затта иғтибарлылыҡ, ярҙам итеү тойғоһо уятыр. Йә булмаһа, ҡабаланып китеп, ауыр сумкаға үрелер алдынан уйланып ҡалыу, шулай уҡ ир-егеттә ярҙам итеү теләген, һис шикһеҙ, уятасаҡ һ.б.
5. Көсһөҙлөктө кемдеңдер ҡорбаны булыуҙан, буйһоноуҙан да айырырға өйрәнер кәрәк, сөнки, башкөллө буйһоноу һәм бәйләнгәнлектән айырмалы рәүештә, гүзәл заттың көсһөҙлөгөнөң күп кенә ыңғай яҡтары бар. Нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ – ул үҙенең баһаһын һәм был донъялағы тәғәйенләнешен нескә тойған, хәстәргә һәм ярҙамға лайыҡ гүзәл зат. Тап ошондай көсһөҙ булыу торошо уны бәхетле һәм матур ҡатын-ҡыҙ итә. Ә кемгәлер эске бәйлелек, бәйләнгәнлек һәм буйһоноу – ул түбән үҙ баһаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың торошо. Эске инаныу, ҡатын-ҡыҙ көсө менән көслө заттың иғтибарын һәм ихтирамын тойоу күп осраҡта һәр кемдең үҙенән тора.
6. Үҙеңде иркәләп алыу ҙа ҡатын-ҡыҙ өсөн бер ҙә артыҡ түгел. Үҙеңә ҡарата талаптарҙы ла кәметеү хилаф булмаҫ. Көн буйы ниндәйҙер һөҙөмтә артынан ҡыуып түгел, ә мәлдең матурлығын, йәмлелеген күреп, эштең барышынан йәм табырға өйрән. Был мөмкинлек, һис шикһеҙ, эске матурлығыңды күрергә һәм тойорға өйрәнгәс асылыр.
Был ябай ғына кәңәштәр матурлыҡҡа табан һалынған ышаныслы һәм ысын мәғәнәһендә гүзәл аҙымдар, яңы көн һулышы һәм йәшәү рәүеше булһын ине. Гүзәл зат өсөн көсһөҙ булыу – ул бәхет сығанағы. Ҡатын-ҡыҙҙың көсһөҙлөгө, наҙлылығы ир-егетте көс-ҡеүәтле итә, кемгәлер ярҙам итеү һәм хәстәрлек күреү һеҙҙең яратҡан кешегеҙгә ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға, эшләргә, тырышырға, булдырырға, “иң ҙур мамонттарҙы ла йығып”, һөйгәнен ҡулында күтәреп йөрөтөү өсөн нығыраҡ ышаныс өҫтәй, ныҡлыҡ бирә. Ҡатын-ҡыҙға тәғәйенләнмәгән артыҡ көс уны ир-егеттәргә хас итә, мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлыҡ тыуҙыра.


Вернуться назад