“Һин бит ҡыҙ кеше, улай ярамай!” Тап ошо һүҙҙәр беҙҙе киләсәктә ысын ҡатын-ҡыҙ булыу теләгенән баш тартырға мәжбүр итә тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Тап ул ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтен быуып, уның матур теләктәренә сик ҡуя. Әлбиттә, тәрбиәсе һәм ата-әсәнең ниәттәре насар түгелдер, шулай ҙа был буласаҡ ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышында мөһим урын алыуы мөмкин.
“Һин бит ҡыҙ кеше, ниңә күлдәгеңде ул хәтлем бысраттың?!”
Һәм бына һиңә егерме йәш. Яңылыштан ғына яңы күлдәгеңә һут түгәһең. Бынан күпме йылдар элек әйтелгәндәр уйҙарыңдан үтә. Һин йәнә лә үҙеңдең ипһеҙ, яман ҡыҙ икәнеңде иҫкә төшөрөп, күңелең ҡырыла. Һәм, әлбиттә, ундай ҡыҙҙы кем яратһын инде – был һинең ҡатын-ҡыҙ яҙмышыңа бәйле мәсьәлә булып ҡалҡа.
“Һин бит ҡыҙ кеше! Биш минут булһа ла урыныңда тыныс тора алаһыңмы?”
Һәм бына һиңә егерме биш. Һин үҙеңде тыныс, һил тормошта йәшәргә мәжбүр итергә тырышаһың. Ғаиләнән тыш башҡа бер нәмә лә, бынан бик күп йылдар элек әйтелгәнсә, һине ҡыҙыҡһындырмай. Әхирәттәр менән ҡайҙалыр барырға ашҡынмайһың. Ижад һәм үҙасыш та һинең өсөн түгел кеүек, сөнки ҡасандыр, кемдер һиңә ҡыҙ кеше булғас, бары тик тыныс ҡына ултырырға тейеш тип өйрәткән, өйҙә булыуҙан башҡа бер нәмә лә кәрәкмәгәнен аңыңа ныҡлап һеңдергән. Яҡшы ҡатын-ҡыҙ булыу өсөн тыныс ҡына бер урында ултырып оригами йыйып, мозаика эшләп кенә үҫергә кәрәк бит...
“Һин бит ҡыҙ кеше! Нисек һин “икеле” алаһың?”
Һәм бына һиңә утыҙ йәш. Һин һаман да, ғәҙәтеңсә, һәр эште идеаль итеп, “бишле”гә башҡарырға тырышаһың. Эштә иң яҡшыһы булыу, бик уңышлы итеп өсөнсө юғары белемде алыу... Иң-иңе булып, тырышып, хатаһыҙ... Һәм яңылыштан ғына берәй нәмә килеп сыҡмай икән, был инде башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Һинеңсә, хаталанырға ярамай, әммә, беләһеңме, идеаль кешеләрҙе бөтәһе лә ҡабул итә алмай шул. Ә ҡатын-ҡыҙ бәхете эштәрҙе “бишле”гә генә атҡарыуҙан ғибәрәтме икән?
“Һин бит ҡыҙ кеше! Ни өсөн малайҙар менән һуғышып йөрөйһөң ул?”
Һине кемдер кәмһеткәндә ҡысҡырырға йәки ҡаршы сығырға түгел, ә йоҙроҡ эләкмәҫ өсөн шым булырға һәм ипле генә йылмайырға кәрәк бит...
Һәм бына һиңә утыҙ биш. Тормош иптәшең һиңә шаяртыу ҡатыш йәмһеҙ һүҙ әйткәндә, һин бары ирекһеҙҙән йылмайып ҡуяһың. Һинең һарыуың ҡайнай, әммә тыштан һәр саҡ тыныс һәм йылмайыусанһың. Әммә һин был хәлеңде аңлап бөтә алмайһың... Ниңә әлегәсә яратҡан кешең һинең кейем үлсәмеңә һәм ауырлығыңа ҡарата шаяртыуҙарын ситкә ҡуймай, һиңә ҡыйын булыуы хаҡында уйламай? Ара-тирә үпкәләтер һүҙҙәрҙе лә ташларға ҡыйынһынмай. Ә һин бит бәләкәй саҡтан шым булырға күнеккәнһең. Ул һине яратһын өсөн шым булырға тырышыу – электән килгән хаталы фекер...
“Һин бит ҡыҙ кеше! Ниңә бүлмәңдә бер ҙә тәртип юҡ ул?”
Һәм бына һиңә ҡырҡ. Ә һинең көнөң өйҙәге тәртипте һаҡларға тырышып үтә. Һин ун биш тапҡыр һауыт-һабаны матурлап һөртәһең, сөнки ситтән ҡарап, уны кемдер майлы йә бысраҡ тип уйлауы бар. Һин ентекләп мөйөштәрҙе, диван аҫтын йыуаһың, йә булмаһа өйҙәгеләрҙән һәр саҡ сынаяҡтарын урынына ҡуйыуын һорайһың. Ә бына уйламаҫтан балалар обойға ла яҙып-һыҙып бөткән, был инде һинең өсөн тотош оло бәхетһеҙлек. Шунлыҡтан йортоң һинең өсөн дә, яҡындарың өсөн дә даими ҡәнәғәтһеҙлек тойоу урынына әйләнә. Ә бит һин таҙалығың менән бары тик һине яратыуҙарын теләйһең...
“Һин бит ҡыҙ кеше! Бөтәһенә лә ярҙам итә алаһың!”
Һәм бына һиңә ҡырҡ биш. Ғүмерең буйы һәр саҡ кемгәлер ярҙам итергә, күңелен күрергә тырышаһың. Күрше инәйгә обой йәбештерергә булһынмы (ә уның һәр саҡ ҡайҙалыр ваҡыт үткәреп йөрөгән өс өлкән улы бар), ауырып киткән әхирәтеңә ауыр пакеттар алып барырға булһынмы. Кемдеңдер балалары менән көн буйына ултырырға ла һин кәрәк. Хатта эштә өмә булған өсөн ирең менән ҡайҙалыр барыу уйынан да баш тартаһың, сөнки һин барыһын да дөрөҫ эшләргә теләйһең һәм, әлбиттә, был күп осраҡта ғаилә мәнфәғәттәрен һуңғы урынға ҡуйыу менән тамамлана. Һиңә башҡалар һалына ала, сөнки һин генә башҡаларға ярҙам итәһең һәм бының өсөн бер нимә лә һорамайһың. Ә ярҙам ҡулы һуҙған осраҡта һәр саҡ баш тартаһың.
Яңы күлдәк, матурлыҡ салоны... Улар хаҡында һин күптән оноттоң йә ваҡытың етмәй. Тыныс ҡына диванға ултырып китап уҡыу бөтөнләй һинең өсөн түгел, башҡаса йәшәй алмайһың да, сөнки һине яратһындар өсөн һин һәр саҡ ярҙам итергә тейешһең...
“Һин бит ҡыҙ кеше! Ниңә ҡысҡыраһың?” Һинең ҡысҡырырға, асыуланырға, үҙ һүҙеңде әйтергә хоҡуғың юҡ. Сөнки был ҡылыҡтар ҡыҙҙарға хас түгел.
Һәм бына һиңә илле йәш. Бөтә әйтелмәгән һүҙҙәр, асыу, үпкәләүҙәр һүҙ менән тышҡа сыға алмайынса һинең эсеңдә йыйыла һәм ауырыуҙар барлыҡҡа килтерә. Иреңә яңы ғаиләһе менән төшкән фотоларын ебәреүенә ҡаршы бер нимә лә, хатта ебәрмә тип тә әйтә алмайһың. Үҙеңдең кисерештәрең хаҡында кемгәлер һөйләү – шулай уҡ башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Етәксеңдең йырып сыға алмаҫлыҡ эш ҡушып, аҙаҡтан премияһыҙ ҡалдырыуына ла бер нисек тә дәғүә белдерерлек хәлдә түгелһең. Әлбиттә, ҡайһы саҡта һинең дә сығырыңдан сығып киткән саҡтарың була. Ғәҙәттә, хәүефһеҙ булған ерҙә, башта – балаларыңда... Ә хәҙер иһә бесәй менән генә, хатта уның да йылыһы етмәй кеүек. Ә һин сабыр түҙәһең, бәләңде һалмайһың, сөнки шул саҡта ғына, бәлки, һине яратырҙар...
“Һин бит ҡыҙ кеше! Нисек һин башҡаларҙы борсой алаһың ул?”
Һәм бына һиңә инде алтмыш йәш. Ғүмерең буйы бер кемде лә ҡайғыртмаҫҡа, борсолдормаҫҡа тигән уй менән йәшәнең. Һәр саҡ бәләкәйҙән өлгөлө ҡыҙ булырға тырыштың. Әммә ахырҙа ауырыу, бәхетһеҙлек һәм яңғыҙлыҡ – дуҫ-ишең. Тормошҡа ашмаған хыялдар... Ләкин үҙеңә һәр саҡ ваҡыт булманы түгелме? Ә һин бары бәләкәйҙән үҙеңде саҡ ҡына булһа ла яратыуҙарын теләгәйнең...
Бәхетле ҡатын-ҡыҙ булыу өсөн бәхетле әсәнең балаһы булыу мөһим, сөнки бары ул ғына һине ысын ҡатын-ҡыҙ булырға өйрәтә ала, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта үҙеңде бәхетле тоймайынса тороп, шат күңелле, матур ҡыҙ бала тәрбиәләү мөмкин түгел. Шуға ла ҡасандыр, ҡайҙалыр һәм нисектер үҙ тормошоңда тәртип буйынса бикле сиктәр ҡуйыр һәм ҡыҙ балаларҙы тәрбиәләр алдынан кескәйҙәрҙең бары өләсәй, әсәй, апай өлгөһөндә тәрбиә алыуын иҫтә тотайыҡ. Үҫеп килгән ҡыҙ бала, һис шикһеҙ, үҙенең атаһы яратҡан бәхетле әсәһен күреп, уның кеүек үк булырға теләйәсәк. Тәбиғи матурлығын һаҡлаған, үҙен яратҡан, гүзәллекте баһалаған бәхетле ҡатын-ҡыҙ... Үҙ күңеле менән гармонияла булған, күҙҙәрендә йәшлек матурлығы сағылған, үҙен үҙе яратҡан, мөхәббәтле ҡатын-ҡыҙ... Һәм тап ошо барлығында үҙенең тәбиғи торошон, тәғәйенләнешен тапҡан ҡатын-ҡыҙ, өләсәй, әсәй, апай, һеңле, ҡыҙ бала...
Ә йылдар дауамында әйтелеп килгән “һин бит ҡыҙ кеше, улай ярамай” тигән хаталы фекерҙе “яратам һине, балаҡайым” тигән һүҙгә алмаштырыу һеҙҙең өсөн дә, үҫеп кенә килгән ҡыҙығыҙ өсөн дә яҡшыраҡ булыр, моғайын.