Ир кисмәҫлек йылға юҡ03.05.2012
Ир кисмәҫлек йылға юҡАлтмыш туғыҙынсы йылдың ифрат ҡоро килгән көҙө ине. Райондағы кескәй генә колхоздарҙың яртыһын уҡмаштырып, ҙур “Бөрйән” совхозы итеп ойоштороп маташҡан мәл. Баҫыуҙа, фермаларҙа оҙон көн буйы йөрөп, арманһыҙ булып, күҙ бәйләнгәс кенә өйгә ҡайтып йығылдыҡ. Әле генә беренсе синыфҡа аяҡ баҫҡан Азат менән алтынсы йәшен ҡыуған Илдар балалыҡтың сөсө йоҡоһонда рәхәтләнә.
Әсә, ата өсөн балаңдың ошондай ғиффәтле хәлен һаҡлауҙан да мөҡәддәсерәк бурысы булмайҙыр ул. Балалар игелекле, егәрле, яуаплы кешеләр булып үҫһен өсөн беҙ хәл ҡәҙәренсә тырыштыҡ, хәҙер, икенсерәк аҙым, бүтәнерәк маҡсаттар ҡуйып, хеҙмәт һәм намыҫ юлынан балаларыбыҙ атлай, ейән-ейәнсәребеҙгә лә юғары рух һәм матур киләсәк насип итһен.
Һүҙ башындағы йылдарҙан алып ғаиләләребеҙ ғәмәлдә бер-береһенән айырылғаны юҡ. Яҙмышҡа рәхмәт, әлеге Азат менән Дилбәр, балалыҡта, үҫмерлектә бер-береһен юғалтмай йөрөп, буй еткергәс, ғаилә ҡороп ебәрҙе. Бына әле Ғәбитовтар өсөн — оло ул, Ҡотлоғәлләмовтарға кейәү булған Азат Исмәғил улы Ғәбитовҡа май айының тәүге көндәрендә илле йәш тула. Әммә әҙәм балаһының кемлеген ғүмер үткәргән йылдары ғына билдәләмәй. Азатҡа ҡарата халыҡтың “Иллеләге — ил ағаһы” тип әйтеүе раҫҡа сыға. Ул ошо ғүмерендә тауҙай эштәр башҡарып өлгөрҙө. Бөрйән районында ҡанат нығытҡан зыялыларҙан беренсе булып техник фәндәр докторы исемен алды. Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Ғәбитовтың ғилми хеҙмәттәре АҠШ-тың биш, Бөйөк Британияның — ике, Германияның — ике, Швейцарияның өс ҡалаһында, йәнә Франция, Италия, Австрия, Финляндия, Австралия һәм бүтән дәүләттәрҙә лекция итеп уҡылған. Азат — 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография, 15 уйлап табыу авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. “Ер күрке — иген, ир күрке — ғилем” тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән.
Ә ғаиләһе... Һәммә кеше һоҡланырлыҡ. Тормош иптәше Дилбәр — әлегә медицина фәндәре кандидаты. Докторлығын да йәһәтләй. Оло улдары Азамат, нефть техник университетын “ҡыҙыл” диплом менән тамамлап, аспирантураға ла инеп, хәҙер Көнбайыш Себерҙә нефть сығарып йөрөй. Ҡыҙҙары Йәмилә — медицина университетында. Әйткәндәй, өлкән балалары мәктәпте алтын миҙалға бөтөрҙө. Саматтары — мәктәптә.
Ашҡаҙар менән Ағиҙел
Йөрәктауҙа табышҡан;
Яҡшы егет, яҡшы ҡыҙ
Шулай килеп табышҡан,
Ир иткәнде пар иткән,
Айырылмаҫҡа ҡауышҡан,
— тигән һүҙ ҙә Азат менән Дилбәр тураһындалыр ул.
Балаларыбыҙ, иншалла, еңел-елпе, уйын-көлкөлө һөнәргә ҡыҙыҡманы. Азат үҙе лә, ғаиләһе лә илдең терәге, беҙҙең ғорурлығыбыҙ булып йәшәйҙәр. Иҫән-һау, ғүмерле булһындар.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ғәбитовтар менән
Ҡотлоғәлләмовтар.


Вернуться назад