Ғүмер ҡәҙерен белгәнгә тормошо күркәм05.06.2018
Ғүмер ҡәҙерен белгәнгә тормошо күркәмҒүмер уртаһы ла уҙған,
Ышанмай быға һис тә күңел.
Гөрләп торған беҙҙең йәшлек
Һис тә оноторлоҡ түгел...
Был юлдар Факиһа Таштимерова (Ҡансурина) ижад иткән “Үткәндәргә үкенмәйек” шиғырынан. Шиғырҙарына көйҙәр ҙә яҙа икән. “Байышыма”, “Баймағым”, “Ерем көсө” исемле йырҙары, мәҫәлән, үҙ тыңлаусыларын тапҡан.


Факиһа Нәбиулла ҡыҙы Таштимерова бар ғүмерен Баймаҡтың Байыш ауылы менән бәйләгән, ваҡиғаларға бай тормош юлы кисергән һәм әле лә сәхнәһеҙ йәшәй алмай. Ауылыбыҙҙың хөрмәтле шәхесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ул. Уның шул тиклем ихлас, изге күңелле, эшмәкәр, талымһыҙ булғанына хайран ҡалаһың. Ошо йылдарҙа йәмәғәт эштәренә күпме көс, сыҙамлыҡ һалған да күпме быуынды мәҙәни усаҡҡа әйҙәгән ул?!
Факиһа Нәбиулла ҡыҙы Байыш ауылының “Урғаҙа” мәҙәниәт йортонда үткән хеҙмәт юлы, тынғыһыҙ тормошо тураһында 2013 йылда нәшер ителгән “Байышым — таланттар төйәге” исемле китабында бәйән итә. Ә ғүмеренең һәр минутының ҡәҙерен белеп йәшәүен түбәндәге бала саҡ хәтирәһенән һуң аңланым.
...Факиһа өсөнсө класта уҡып йөрөгән сағында ныҡ ҡына ауырып китә. Уға Сибай дауаханаһында биш ай буйы ятырға тура килә. Табип Венер Сәхәүетдинов аҡыллы, теремек ҡыҙҙың нурһыҙланған йөҙөн күреп, “йәшәйәсәкһең, һылыу, нисек инде бынауындай шәп ҡыҙыҡай аяҡҡа баҫмаҫҡа тейеш”, тип күңелендә өмөт сатҡылары уята. Кескәй Факиһа күҙ йәштәре аша теләмәй генә йылмая. Шундай изге күңелле, оло йөрәкле табиптың был һүҙҙәре ҡыҙсыҡ күңеленә дауа булып яғыла. Шулай бер көн үҙе менән тиҫтер бер малайҙың ошо сирҙән Өфө дауаханаһына ебәрелеп, үлеп ҡалғанын ишеткәс, бөтөнләй бөгөлөп төшә. Гүйә, “йәшәгем килә, ҡотҡарығыҙ, доктор ағай!” тигәндәй табипҡа төбәлә. Бер нисә ҡатмарлы операциянан һуң ҡыҙыҡай мөғжизә менән тере ҡала...
Ҡыҙ өләсәй тәрбиәһендә изгелекте, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын күңеленә һеңдереп үҫә. Мәктәптә тырышып уҡый. Бала саҡта уҡ тәүге шиғри юлдарын яҙа, йырлай, бейей.
Һигеҙенсе класты тамамлағас, Сибай ҡалаһындағы тегеү фабрикаһына эшкә урынлаша. Шул уҡ ваҡытта Сибай халыҡ театрына, хорға йөрөргә ваҡыт таба. Хатта сәнғәт училищеһына барыу теләге менән артабан Өфөгә юллана. Әммә һуңлай...
— Йәшлегебеҙ совет иленең шаулап сәскә атҡан, гөрләп торған сағына тура килде. Комсомол путевкалары менән илдең төрлө төбәктәренә эшкә барып, БАМ-ды, КамАЗ-ды төҙөгән йәштәребеҙҙең батырлығы, эшсәнлеге һоҡландыра ине. Беҙҙең өсөн был романтика булып тойолдо, шул тарафтарға юлланған эшсе йәштәр үҙҙәре артынан әйҙәп торҙо, – ти Факиһа Нәбиулла ҡыҙы.
Дәрте ташып торған ҡыҙҙың да күңеле йыраҡҡа ашҡына башлай. Өфө ҡалаһында эшләп йөрөгән сағында иң яҡын әхирәте менән КамАЗ-ға эшкә барырға ҡарар итәләр. Юлға сығыр алдынан ауыл яғына ҡайтып, туғандарын күреп килергә булалар. Әммә шул ҡайтыуҙан Факиһа ауылда ғүмерлеккә тороп ҡала ла ҡуя. Ишмөхәмәт ауыл хакимиәте рәйесе ҡыҙҙы саҡыртып алып, Байыш ауылы мәҙәниәт йортона художество етәксеһе булырға өгөтләй башлай. “Ярай, бер аҙ эшләрмен дә, оҡшамаһа, китермен”, – тип үҙен тынысландыра. Әммә клубтың бөтмәҫ тынғыһыҙ эше үҙенекен итә, ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Күп тә үтмәй Байыш ауылы егете Айрат Таштимеровҡа кейәүгә сыға, матур донъя ҡороп ебәрәләр. Ҡәйнә менән бергә йәшәйҙәр.
Байыш ауылының ихлас, эшһөйәр халҡына үҙе лә тиҙ арала ылыға Факиһа. Сәнғәт, мәҙәниәт буйынса бер ниндәй ҙә махсус белеме булмағас, эште башлап ебәреүе еңелдән булмай. Ошо мәлдә комсомол ойошмаһының тәрбиәһе – теүәллек, яуаплылыҡ, тәртип яратыу кеүек сифаттары уны ҡотҡара. Был осорҙа клуб хеҙмәткәренә партия күп эш ҡуша, идеологик тәрбиә биреү, аңлатыу эштәре алып барыу, хатта халыҡ иҫәбен алыу, ауыл кешеһенең ҡураһындағы малының һанын теркәп барыу кеүек ваҡ эштәр ҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелә. Шул уҡ ваҡытта комсомол иғәнәһен йыйыусы, тора-бара комсорг, ауыл советы депутаты итеп һайлана. Һайлау алды эштәре, гәзит-журналдарға яҙҙырыу... Башҡарылған эштәрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел.
Ул саҡта хужалыҡ, һәр өлкә етәкселәренең алмаштырғыһыҙ ярҙамсылары иҫәпләнгән була шул мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Көн оҙоно йүгергәндән һуң кисен мәҙәниәт йортонда ла эш дауам итә. Йәштәр клубҡа күпләп йыйыла, концерт номерҙары, спектаклдәр әҙерләй.
Факиһа Нәбиулла ҡыҙы бер ваҡыт шулай уҡ райондан тоҡлап китаптар ташып, китапхана эшен дә көйләп ебәрә. Ауыл халҡы өсөн “Ҡарға бутҡаһы”, “Ҡышты оҙатыу” кеүек күңелле байрамдар үткәрә, “Йәшлек” агитбригадаһын ойоштора. Урып-йыйыу эштәре ваҡытында игенселәр алдында сығыш яһайҙар.
Факиһа Нәбиулла ҡыҙы бәләкәйҙән театр сәнғәтен яратҡанға, айырыуса уны үҫтереүгә әһәмиәт бирә. Уҡытыусыларҙы, совхоз эшсәндәрен, йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе йәлеп итеп, 1977 йылда халыҡ театры ойоштороп ебәрә.
Факиһа Таштимерова ғаилә, тәрбиә темаларына, халҡыбыҙҙың милли ҡиммәттәренә, ауыҙ-тел ижадына айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Ул ойошторған кисә-байрамдар йөкмәткеле лә, фәһемле лә. Мәҫәлән, “Ҡәйнәләр һәм килендәр”, “Алтын туй” исемле матур байрамдарға ауылдың барса халҡы йыйылыр ине. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” сараһын үткәреү өсөн дә ҙур көс һалған ул.
Кескәйҙәр өсөн “Зирәктәр” клубы ойоштороп ебәрә. Байышта балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан, кескәйҙәрҙе йыйып, уларҙы йыр-моңға өйрәтә, концерттарҙа ҡатнаштыра. Ауылда ғына түгел, район, республика, хатта Рәсәй кимәлендә уҙғарылған байрам-фестивалдәргә сыға Факиһа апай.
Үҙемдең үҫмер, йәш саҡтарым да иҫкә төшә. Йылайыр районында уҙғарылған ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов көндәренә барып ҡайтыуыбыҙ – үҙе бер яҡты иҫтәлек. Республика йыйынында беренсе тапҡыр беҙ, өлкән класс ҡыҙҙары, шаян таҡмаҡтар менән сығыш яһағайныҡ. Беҙҙе ошо йыйынға алып барғаны өсөн Факиһа апайыбыҙға ҙур рәхмәт.
Шулай бер ваҡыт үткән быуаттың 90-сы йылдары башында бер төркөм егет-ҡыҙҙар Йәштәр көнөн ҡырҙа үткәрергә булып киттек. Апайыбыҙға идеябыҙҙы еткергәс, билдәләнгән урынға, Көсөклө йыраға, килеп тә етте. Тоҡ кейеп, йомортҡа һалынған ҡалаҡты тешләп йүгереү, башҡа ҡыҙыҡлы ярыштар күңелде күтәреп ебәрҙе. Арҡан тартышып та алдыҡ, хатта “ат сабышы” ла ойошторолдо. Һәммәбеҙгә лә Факиһа апайыбыҙ бүләктәр таратты.
Ҡаҙандағы аш әҙер булғансы, ҡорҙа ихлас ҡатнашыуыбыҙҙы иҫләйем. Шул урында үҙебеҙҙе борсоған, мәҫәлән, ауыл йәштәре ниңә берҙәм түгел, бигерәк тә егеттәр айырым төркөмдәргә бүленеп йөрөй, тиктомалға үҙ-ара бәрелештәр булып ала, хатта клубтың тәҙрәһен ватыу модаға инеп китте, тигән һорауҙарҙы асыҡтан-асыҡ күтәргәйнек. Ауылыбыҙ әллә ни ҙурҙан түгел, берҙәм булырға, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға һәм, әлбиттә, йәшлектең ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, тигәйне апайыбыҙ шул саҡта.
Быларҙы ни өсөн хәтергә алам әле? Апайыбыҙ беҙҙең, йәштәрҙең, яҡын дуҫы, терәге, кәңәшсеһе булған заманында. Ә күпме серҙәребеҙ һаҡлана уның күңел һандығында? Йәш саҡ — тиле саҡ, ниндәй генә хәлдәр булманы. Йәштәр тураһында бер ҡасан да насар һүҙ йөрөтмәне, беҙҙең шуҡлыҡтар, мажаралар ошо клуб эсендә генә ҡалыр ине...
Былтыр 90-сы йылдар йәштәре йәмле йәйҙең бер кисендә ауылыбыҙ клубына “Дискотека-90” кисәһенә йыйылдыҡ. Хатта бик алыҫтағылар ҙа ҡайтып төшкән ине. Факиһа апайыбыҙҙы ла саҡырҙыҡ. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Ошо кисте барыбыҙ ҙа йәшлегебеҙгә әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ. Шул саҡтағы яратҡан йырҙарыбыҙға, гармунға бейенек. Факиһа апайыбыҙҙың ҡасандыр берҙәмлеккә өйрәтеүе беҙҙе тағы ошолай йыйҙы.
Әле лә Факиһа Нәбиулла ҡыҙы мәҙәниәттән айырылмай. Ауылыбыҙҙың барса халҡын, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарын, 1990 йылда ойошторған “Иҫтәлек” фольклор төркөмөнә туплаған. Ошо төркөмгә йөрөгән Әлфиә, Гөлсинә апайҙарҙың, Зифа, Тәнзилә, Рәйсә еңгәйҙәрҙең әхирәте лә үҙе. Ҡайҙа ғына сығыш яһамағандар йәш күңелле апай-еңгәйҙәр! Үҙҙәренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрте менән ауылдаштарын рухландыралар, илһамландыралар.
Былтыр йәй тағы ла бер байрам менән районды шаулатып алды байыштар. Ауыл китапханасыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Сөләймәнова ойошторған “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамына ла ауылыбыҙҙан сыҡҡан һәр быуын ҡыҙҙары йыйылды. Инде нисә йылдар бер-береһенә терәк, кәңәшсе булып мәҙәниәт эшен алып барған Факиһа Нәбиулла ҡыҙы менән Наилә Әхмәт ҡыҙының берҙәмлеген тағы бер тапҡыр тойҙоҡ.
Факиһа апай — ғүмер буйы ауыл халҡына, туғандарына бары тик изгелек, нур таратҡан гүзәл ҡатын. Әгәр ҙә, романтика тип, әхирәте менән йыраҡҡа сығып киткән булһа, ауылыбыҙҙың мәҙәниәт усағы шундай ҡотло ҡулдан, сәнғәт йәнле шәхестән мәхрүм булыр ине... Ул дөрләткән мәҙәниәт усағының йылыһын һаман да тойоп йәшәй байыштар.

Баймаҡ районы.


Вернуться назад