Төрөмбәт ауылында йорт һалып гөрләтеп донъя көткән ғаиләләрҙең береһе Келәүсиндәр. Миҙәхәт ағай менән Миңйыһан апай бынамын тигән күркәм йорт күтәреп, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап, ауылдаштарына ла, туғандарына ла матур өлгө күрһәтеп йәшәй.Икеһе лә, оҙаҡ йылдар данлы “Өршәк” колхозында эшләп, бөгөн хаҡлы ялға сыҡҡан. Миҙәхәт ағай һөнәре буйынса – механизатор, техниканы унан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Миңйыһан апай иһә ошо уҡ колхозда ашнаҡсы булып эшләгән. Улар икәүләп Ирғәт, Илдар, Ирина исемле ул һәм ҡыҙҙарын үҫтереп, уларға матур тәрбиә һәм белем биргән.
Ауылдаштары өсөн, ҙур ғаилә булараҡ, күркәм үрнәк улар. Абруйлы апай-ағайҙы һәр саҡ ихтирам итәләр. Ғөмүмән, Келәүсиндәр күп Төрөмбәттә, Миҙәхәт ағайҙар торған ауыл яғында бер урам булып ултырған улар. Һәммәһе лә матур итеп донъя көтә.
Оло улдары Ирғәт күптән башлы-күҙле, айырым йорт һалып сыҡҡан. Атаһынан техника серҙәренә төшөнөп үҫкән эшлекле егет үҙ эшен дә ошо юл менән бәйләгән, трактор алып, ауылдаштарына, фермер хужалыҡтарына баҫыу эштәрендә ярҙам итеп аҡса эшләй. Ҡатыны Әлфинур менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Килен ҡәйнә тупрағынан тигәндәй, хужабикә лә ашнаҡсы булып эшләгән. Бөгөн декрет ялында. Уларҙың оло ҡыҙҙары Алһыу Башҡорт дәүләт университетының дүртенсе курсында белем ала. Азалия менән Илнар – ауыл мәктәбендә, береһе – һигеҙенсе, икенсеһе дүртенсе класта уҡый, бәләкәй Әҙиләгә иһә ике генә йәш. Бөтә балалар ҙа йыр-бейеүгә әүәҫ, төрлө түңәрәктәргә лә йөрөйҙәр. Һәр йәһәттән бәләкәйҙәргә ата-әсәһе һәм оло апайҙары өлгө, сөнки Алһыу мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған.
Келәүсиндәрҙең уртансы улы Илдарҙың да үҙ ғаиләһе бар. Ул Наумкинда мал ҡараусы булып эшләй. Ҡатыны Ғәлиә менән Юлиә һәм Илмир исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Әлегә улар атай нигеҙендә донъя көтә. Берҙәм булғас, эш тә алға бара, балалар тауышы гөрләп торған йортта йәшәүе лә күңелле, ти Келәүсиндәр. Ауыл ерендә мал тотмайынса йәшәп буламы һуң, ҙур ғаилә күпләп мал аҫрай, йылҡы көтә, йыл һайын 100-ҙән ашыу баш ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Йорттарына ла газ үткәрелгән.
Юлиә лә ағай-апайҙарына оҡшап йыр-бейеүгә әүәҫ, мәктәптә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, һүрәт төшөрөргә ярата. Дүрт йәшлек Илмир ҙа апаһынан ҡалышмай, һәр ергә өлгөрә, шуҡ һәм шаян.
Балалар тауышынан гөрләп торған йортта ырыҫ та, бәхет-шатлыҡ та, ҡыуаныстар ҙа бергә килә. Ошондай йәмле, татыу ғаиләгә ҡарап һоҡланмайынса мөмкин түгел. Бар балаларын үҙҙәренә тартып, дәртләнеп донъя көтә Миңйыһан менән Миҙәхәт Келәүсиндәр. Булмыштары, тормоштары дәртле, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Ауыл концерттары, төрлө байрам саралары уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Ә төрлө өмәләр – Келәүсиндәрҙең йолаға әйләндергән эштәренең береһе.
Ауырғазы районы.