Мөхәббәтле мөхиттә05.06.2018
Мөхәббәтле мөхиттәЯҙмыш кешене осраштыра, ә инде артабан юлдың нисек дауам итерен һәр кем үҙе хәл итә. Бына Мәләүез ҡалаһы эргәһендәге Тамъян ауылында йәшәгән Әлиә Рамаҙан ҡыҙы менән Зөлфәт Сәйфулла улы Әмировтар, бер-береһе менән осрашҡандарына, бәхеттәрен тап иткәндәренә ҡыуанып, Хоҙайға рәхмәт әйтеп йәшәй.

“Көнгәк” гәзитенә шиғырҙарын баҫтырырға алып килгән Әлиә­нең яҙышыуға һәләтен күреп, гәзиткә эшкә саҡыралар. Буласаҡ йәмәғәте Зөлфәт менән мөхәр­ририәттә танышып, дуҫлашып китәләр. Шулай итеп, бер-береһен тәү ҡараштан, ярты һүҙҙән аңлап торған йәштәр ғаилә ҡора.
Әлиә Стәрлебаш районының Табылды ауылында тыуһа ла, уға өс йәш булғанда атаһы Рамаҙан Ғәли улы менән әсәһе Гөлфара Хәбир ҡыҙы Булатов­тарҙы Йомаҡ мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр, шуға уның бала сағы ошо ауылда үтә.
Татыу Булатовтар ғаиләһе 44 йыл матур донъя көтә. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Уҡытыу­сылар ғаиләһендә үҫкән ҡыҙ бөтә яҡлап та һәләтле булып буй еткерә. Бала саҡтан артист булам тип хыялланһа ла, ата-әсәһе ҡаршы төшә. Шулай булһа ла, ныҡыша торғас, 22 йәшендә яҡындарының фатихаһын алған ҡыҙ Өфө дәүләт сәнғәт институтына юллана. Мәскәүгә төркөм йыялар икән. Имтихан комис­сияһы ағзаһы: “Һеңлем, һиңә нисә йәш?” – тип һорай. “22”. “Йәшең үткән, бар ҡайт, ғаилә ҡор, балалар үҫтер”, – тип, уның ятлап килгән шиғырын да тыңлап тормайынса, сығарып ебәрәләр. Ҡыҙ юғалып ҡалмай, педагогия институтына уҡырға инә. Тыуған яғына ҡайтып эшкә урынлаша, һөйгән йәрен осрата, ғаилә ҡора.
Ғаилә башлығы Зөлфәт тә алтын ҡуллы, һәләтле. Йәш сағынан ағасты һырлап, төрлө әйберҙәр, биҙәктәр эшләргә ярата. Әле ул – “Газпром газ бүлеү Өфө” предприятиеһының Күмер­тау филиалы хеҙмәткәре. Эшендә маҡтаулы, алдынғылар рәтендә. Буш ваҡыттарында ағастан ишек, ултырғыс кеүек төрлө әйберҙәр яһай. Тырыш егет һәр саҡ үҙенә генә ышанып йәшәй, йәғни үҙ көсө менән донъя көтә. Ул электрик та, иретеп йәбештереүсе лә, сәс ҡырҡыусы ла, төҙөүсе лә, балта оҫтаһы ла...
Әле Әлиә “Көнгәк” район-ҡала гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. Республика, Рәсәй гәзит-журналдары менән дә хеҙмәт­тәшлек итә. Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Ғөмүмән, ул йыр-моңға, шиғриәткә ғашиҡ ижад кешеһе.
Тәүге сабыйҙары тыуғас, Әлиә эстән генә улына Сыңғыҙ исемен һайлап ҡуя. Зөлфәт, исем ҡушыуҙың бөтә яуаплылығын үҙенә алып, Әлиә менән алдан кәңәшләшмәйенсә, балаға Сың­ғыҙ тигән исемде яҙҙыртып, таныҡлыҡ алып ҡайта. Шулай итеп, уртаҡ фекерләү уларҙың балаларға исем һайлағанда ла тап килеп ҡуя. “Икебеҙ ҙә, кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тип, һәр ваҡыт үҙ-үҙебеҙ өҫтөндә эшләйбеҙ. Быйыл ҡыш мин тегенсе һөнәренә уҡып алдым. Ә инде Зөлфәттең белмәгән нәмәһе юҡ, килмәгән урыны юҡ”, – ти хужабикә. Улар буш ваҡыттарын ғаилә менән бергә үткәрергә, сәйәхәт ҡылырға ярата.
Әмировтар өйләнешкәс тә өс бала тураһында хыяллана. Иң ҙур байлыҡ, бәхет, шатлыҡ – сабый, тип иҫәпләй улар. Әле береһенән-береһе матур, аҡыл­лы, һәләтле Сыңғыҙ, Азалия, Искәндәр исемле балалары үҫеп килә. VIII класта уҡыған Сыңғыҙ – алдынғылар иҫәбендә, “Йәйғор” өлгөлө бейеү ансамбле солисы. Ансамбль Өфө, Кипр, Сочи, Адлер кеүек ҙур ҡалаларҙа ойош­торолған конкурстарҙа еңеүҙәргә өлгәшкән. 2015 йылда “Байыҡ” телевизион конкурсында иһә Гран-при яулағандар. Ул оҫта бейеүсе генә түгел, шиғырҙар ҙа яҙа, тарих, фәлсәфәүи фәндәр менән ҡыҙыҡһына. V класта уҡыған Азалия ла ижадты ярата, һүрәт төшөрөргә әүәҫ, спорт менән мауыға. Еңел атлетика, саңғы буйынса призлы урындар алып, ата-әсәһен һөйөндөрөп тора. Ике йәш ярымлыҡ Искән­дәр үҙенең йәшенә ҡарата күпкә шуҡ, отҡор, телгә бай, ололарса фекерләүе менән һәр кемде хайран итә. Ул да бейергә, йырларға ярата.
Мөхәббәтле ғаилә мөхитендә үҫкән балалар тәрбиәһенә бер ихатала йәшәгән олатай менән өләсәй мәктәбе лә ҙур йоғонто яһай. Әлиә ауылдан яҡындарын күсереп алып килеп, бер миҙгелдә эргәләренә айырым йорт төҙөп биргәндәр. Рамаҙан ағай баҡса үҫтерергә ярата, ҡош-ҡорт, мал-тыуар үрсетә. Гөлфара апай аш-һыуға оҫта, ҡул эштә­ренә маһир. Уларҙың ҡулынан гәзит-журнал төшмәй, китап уҡырға ла яраталар.
Яҡындарының эргәләрендә йәшәгәне өсөн ҡыуанып бөтә алмай Әлиә менән Зөлфәт, сөнки балалар ололарҙың хәстәрлеген тойоп, яҡшы тәрбиә алып үҫә. Быуындар күсәгилешлеге ошондай мөнәсәбәттәрҙә, туғандарың менән яҡын аралашыуҙа бар­лыҡ­ҡа килә лә инде.
Әйткәндәй, Әлиәнең бер туған ағаһы менән Таңсулпан еңгәһе Тамъян ауылында йәшәй, баҡсалары терәлеп тора. Улар иһә биш бала тәрбиәләй. Былтыр Таңсулпан еңгәһе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Ҡатын – иман юлында.
Әлиә менән Зөлфәт Әмиров­тар, йәш булһа ла, бына шундай башҡорт рухлы, әҙәпле, тәрбиәле ғаилә ҡороуға өлгәшкән. Матур йортта йәшәгән, игелекле, аҡыллы, тәүфиҡлы, инсафлы балалар тәрбиәләгән, ололарҙы хөрмәтләгән ғаиләләр менән көслө лә инде халҡыбыҙ.

Мәләүез районы.


Вернуться назад