Балалар изгелеген күрергә яҙһын01.06.2018
Балалар изгелеген күрергә яҙһынРеспублика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған бер төркөм күп балалы әсәгә лайыҡлы бүләк – “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.

Был наградаға биш һәм унан күберәк сабыйға әсә булған хәстәрлекле, яуап­лы, уңған, сәлә­мәт тормош алып барған, тәрбиә эшендә өлгө булып торған ҡатын-ҡыҙҙар тәҡдим ите­лә. Башҡорт­останда һигеҙ меңгә яҡын кеше ошо юғары бүләккә лайыҡ инде.
Бөгөнгө тантанаға республика төбәктәренән килгән дүрт тиҫтәнән ашыу әсә араһында йорт хужабикәләре, уҡытыусылар, почтальондар, мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәре, ауыл эшсән­дәре һәм башҡа һөнәр эйәләре бар ине. Дүртөйлө районынан Ләйсән Финаис ҡыҙы Аҡсурина “Хәстәрлек” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләй. Үҙе лә – күп балалы әсә, шул уҡ ваҡытта, һөнәренә ярашлы, ошондай уҡ ғаиләләрҙең йәшәйешен, проблемаларын да яҡшы белә. Ул тиҫтә йылдан ашыу эшләү дәүерендә үҙен яуаплы, булдыҡлы хеҙмәткәр итеп күрһәткән, һөнәри уңыштары өсөн маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған.
Һис шикһеҙ, күп бала тәрбиәләгән, ил өсөн лайыҡлы алмаш үҫтергән һәр әсә “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ. Ғөмүмән, был награда – донъяла нин­дәй генә ҡаҙаныштар булмаһын, әсәлек бурысын үтәү тормоштағы иң лайыҡлы һәм маҡтаулы ғәмәлдәрҙең береһе икәнлеген таныу ул. Шул уҡ ваҡытта йәш быуын вәкил­дәренең киләсәктә йәмғиәт өсөн файҙалы, булдыҡлы, маҡсатлы кешеләр булып үҫеүе лә – тап әсәләр ҡулында. Шуға ла донъялағы һәр әсәгә балаларының изгелеген күрергә яҙһын, тип әйтке килә.



Вернуться назад