Торлаҡҡа һалымды ауыҙлыҡлайҙар01.06.2018
Элек милек һалымы өсөн халыҡ “тиндәр” генә түләһә, һуңғы тиҫтә йылда уның күләме артҡандан-арта. Ә 2015 йылдан күп кенә төбәктәрҙә был һан йорттоң, фатирҙың баҙар шарттарына яҡынлаштырылған кадастр хаҡынан сығып билдәләнә башланы. Һөҙөмтәлә хаҡтар ныҡ ҡына үҫте.
Әлбиттә, һалымды ҡапыл ғына күтәрмәнеләр. Уны биш йыл буйына яйлап арттырырға хәл ителде. Йәнәһе, шулай итһәң, халыҡтың кеҫәһенә ныҡ һуҡмаясаҡ. Әле Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары ошоға ҡағылышлы закон проектын тикшерергә йыйына. Уның буйынса, һалым күләме үҫешен сикләргә тәҡдим ителә.
Әйткәндәй, шул рәүешле парламентарийҙар ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа һуңғы Мөрәжәғәтнамәһен үтәй. Рәсәй етәксеһе, милеккә һалым ғәҙел һәм граждандарҙың түләргә хәленән килерлек булырға тейеш, тигәйне.
Ҡанунға ниндәй үҙгәрештәр индерелә һуң?
Башта билдәләнгәнсә, төбәктәрҙә милек һалымын йыл һайын 20 процентҡа арттыра барып, биш йылдан маҡсатҡа өлгәшергә уйлағайнылар. Ошо үҫеште 60 процент кимәлендә ҡалдырырға тәҡдим ителә. Йәғни дөйөм хаҡ артыуы 40 процентҡа кәмерәк буласаҡ тип күҙаллана.
Икенсенән, бәғзе бер төбәктәрҙә, мәҫәлән, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһендә был һалым башҡасараҡ иҫәпләнә. Унда быйылдан хаҡты шунда уҡ 60 процентҡа арттырырға йыйыналар ине. Хәҙер был үҫеш тә 10 проценттан артмаҫҡа тейеш. Баш ҡалаға яҡын урындарҙа торлаҡтың кадастр хаҡы бик юғары, һөҙөмтәлә һалым күләме лә күтәргеһеҙ булып сыҡҡан.
Өсөнсө мөһим мәсьәлә: ҡайһы бер торлаҡ хужаларының квитанцияһында кадастр хаҡы яңылыш ныҡ арттырып иҫәпләнгән. Был осраҡта махсус комиссия йә суд аша быны инҡар итергә мөмкин. Әммә ҡабул ителгән ҡарар дәғүәсе файҙаһына булһа ла, ағымдағы йыл өсөн һалымды күрһәтелгән күләмдә түләргә кәрәк. Яңыса сумманы тик киләһе йылдан ғына иҫәпләйәсәктәр. Яңы закон проекты буйынса иһә, хаталаныу иҫбат ителһә, яңылышлыҡ менән түләнгән хаҡты кире ҡайтарып алып буласаҡ.
Халыҡҡа был үҙгәрештәр файҙа килтерһә, урындағы ҡаҙнаға инәсәк һалым иғәнәһе кәмейәсәк. Төбәктәр алты миллиард тирәһе зыян күрәсәк. Шуға күрә Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин, федераль бюджет өҫтөндә эшләгәндә табышын юғалтасаҡ төбәктәргә компенсация билдәләргә тейешбеҙ, тип белдерҙе.