Рәсәйҙә автомобилдәргә “Ш” билдәһен ҡуйыуҙы кәрәк түгел тип таптылар. Был ҡағиҙә бер йыл элек ғәмәлгә ингәйне. Эксперттар өсмөйөштәге “Ш” хәрефе “энәле” тәгәрмәсле автомобилдең тормозға баҫҡандан һуң үткән юлын иҫәпләүҙе ярҙам итеү генә түгел, киреһенсә, тирә-яҡты ҡарауҙы сикләүе менән хәүеф тыуҙыра тигән ҡарашта.
Ул сағында ни өсөн теүәл бер йыл элек был билдәне уйлап сығарҙылар икән? Бер файҙаһыҙ билдәләрҙән кемдер миллиардлап аҡса эшләгән, тигән ҡарашта белгестәр. Шулай итеп, былтыр ҡыш буйы машиналарға тырышып йәбештергән өсмөйөштәрҙе алып ташларға мөмкин. Бының өсөн берәү ҙә штраф түләтмәйәсәк, сөнки ул үҙенең әһәмиәтен юғалтты.
Шуныһы аңлашылмай: ул сағында бындай билдәһеҙ машина менән йөрөргә ярамай тигән ҡарарҙы ни өсөн ҡабул иттеләр икән? Ҡуйып өлгөрмәгәндәрҙе һөҙөп алып, штраф сәпәргә лә күп һорап торманылар. Бөгөн килеп ҡараштары үҙгәргән, имеш, был тамға хәүефһеҙлеккә бер ниндәй йоғонто яһамай һәм хатта водителдәргә мәшәҡәт тыуҙыра.
Яңы ҡағиҙәгә аңлатмала “Ул тирә-яҡты күҙәтеү мөмкинлеген сикләй” тип яҙылған. Закон буйынса, “Ш” тамғаһын һатып алырға ла кәрәк булмаған. Күп водителдәр уны ғәҙәти принтерҙа баҫып сығарған.
Белгестәр билдәләүенсә, тәү ҡарауға әллә ни ҡыйбат тормаған ошо тамға менән ярайһы ғына аҡса эшләгәндәр. Былтыр Рәсәйҙә 42 миллион автомобиль иҫәпләнгән, ә интернет-магазиндарҙа был йәбештермә ҡағыҙға хаҡ 50 һумдан башланған, йәғни һәр машинаға “Ш” хәрефен йәбештерһәң, был 2 миллиард 100 миллион һумға төшә. Бары Мәскәүҙә генә биш миллион самаһы автомобиль бар, был 235 миллион һум тигән һүҙ. Тап шуға ла эксперттар “Ш” хәрефенә бәйле ҡағиҙә кемдеңдер аңралығы арҡаһында ҡабул ителмәгән тигән фекерҙә. Был – бәғзе берәүҙәрҙең коммерция ихтыяжынан.