Поездағы билетта – урындағы ваҡыт01.06.2018
Ошоғаса тимер юл поездарындағы билетта бары Мәскәү ваҡыты ғына күрһәтелә ине. Ошоға бәйле буталыу осраҡтары йыш күҙәтелде.

Тап шуға ла был ҡағиҙәне үҙгәртергә булдылар. Хәҙер билеттарҙа поездарҙың килеү һәм ҡуҙғалыу мәлен урындағы ваҡыт менән иғлан итәсәктәр. Шулай уҡ билетта ваҡыт буйынса айырма ла күрһәтеләсәк, мәҫәлән, + 2, +3 тип.
Кассаларҙа яңы билет өлгөләре барлыҡҡа килде лә инде. Яңы ҡағиҙә барлыҡ поездар өсөн 1 августан ғәмәлгә инәсәк.


Вернуться назад