Йәй көнө Өфө урамдарына йәнә видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ. Улар тиҙлекте тейешле талаптан арттырыусыларҙы, юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы теркәп барасаҡ. Әйткәндәй, баш ҡала урамдарындағы “видеокүҙҙәр” былтыр июль айында алынғайны.Бының сәбәбен Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов камераларҙы профилактикалау менән аңлата. Теүәл бер йылдан һуң ҡаланың төп магистраль юлдарында йәнә видеокүҙәтеүҙәр барлыҡҡа киләсәк.