ОСАГО ҡыйбатланырмы?01.06.2018
ОСАГО ҡыйбатланырмы?Август аҙағында ОСАГО-ға хаҡтың артыуы, Үҙәк банк яңы тарифты иғлан итеүе ихтимал.

Мәғлүм булыуынса, бөгөн ОСАГО-ның хаҡы бер нисә факторға бәйле: база ставкаһы, водителдең стажы, теркәү урыны, аварияһыҙ йөрөү шарты... Бер коэффициент полистың хаҡын күтәрһә, икенсеһе кәметә.
Әлбиттә, Үҙәк банк түләү системаһын нигеҙҙән үҙгәртергә йыйынмай, әммә һәр факторҙың өлөшөн дөйөм суммала ҡабаттан иҫәпләүҙәре мөмкин. Бәлки, база ставкаһы үҙгәрер, полистың ҡыйбатланыуы төбәккә һәм башҡа сәбәптәргә бәйле булыуы ла бар.
– ­31 августан тарифтарҙың үҙгәреүе хаҡында әлегә бер нәмә лә билдәле түгел, – ти Рәсәй автостраховкалаусылар союзы президенты Игорь Юргенс. – Беҙ күптән полистың хаҡы һәр кемдең шәхесенә бәйле булырға тейеш тип барабыҙ. Мәҫәлән, шоферҙың юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе, аварияларға осрау-осрамауы, стажы. Тәртипле водителдәр өсөн ОСАГО арзанға төшөүе ихтимал. Ә башҡалар өсөн полис хаҡы 25 – 50 процентҡа артыуы мөмкин.


Вернуться назад