Профсоюздар байрамға көтә28.04.2012
Профсоюздар байрамға көтә1 Май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Профсоюз ойошмалары иһә уны хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө булараҡ билдәләй.
Майҙың беренсе көнөндә республикала митингтар үтә, концерттар ойошторола, хеҙмәт коллективтарында алдынғыларҙы тәбрикләү өсөн тантаналы йыйылыштар була. Быйыл да Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы был сараларҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Көндөҙгө cәғәт 12-лә рус дәүләт драма театры алдындағы майҙанда митинг ойошторола. Унда лайыҡлы эш хаҡы, эшһеҙлек, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр күтәреләсәк. Сара аҙағында “Беренсе Май. Эшсәндәр. Профсоюздар” тип аталған балалар һүрәттәре конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ, концерт күрһәтеләсәк. Был көндө Мәжит Ғафури исемендәге аттракциондар паркы бушлай эшләй.
Л. НУРЕТДИНОВА.


Әлеге мәлдә төбәктә 1,9 миллион кеше эш менән мәшғүл, шуларҙың 1003,4 меңе – ир-егет, 919,2 меңе – ҡатын-ҡыҙ. Хеҙмәт кешеләренең уртаса йәше 39 самаһы тәшкил итә. Былтыр Башҡортостанда рәсми эшһеҙҙәр һаны 160,5 мең кеше булған. Эшһеҙҙәрҙең күбеһенең һөнәри белеме бар.


Вернуться назад