“Автостат” мәғлүмәттәре буйынса, быйыл беренсе кварталда Рәсәй халҡы яңы еңел автомобиль һатып алыу өсөн 498 миллиард һум аҡса сарыф иткән. Был былтырғы ошо осорҙан 84 процентҡа юғарыраҡ.Бының 90 проценттан күберәге сит ил машинаһына тура килгән (450 миллиард һум). Ҡалған ун проценты (48 миллиард һум) үҙебеҙҙең машиналар өлөшөнә тура килә.
Рәсәй халҡы әүәлгесә “Kia” автомобилдәренә өҫтөнлөк бирә. Өс айҙа ошо марка өсөн 62,5 миллиард һум аҡса тотонолған (былтырғы ошо осорҙан 58 процентҡа күберәк). Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәйҙә һатып алынған барлыҡ танылған машиналар араһында, бары “LADA”нан ғына ҡалышып, Корея маркалары икенсе урынды биләй. Ә “Kia Riо” беҙҙең баҙарҙа — иң таралғаны.