Ғорурланырлыҡ йәштәребеҙ бар01.06.2018
Ғорурланырлыҡ йәштәребеҙ барБалала ватансылыҡ тойғоһон китаптар уҡып, кластан тыш дәрестәр үткәреп, туҡтауһыҙ лекциялар тыңлатып ҡына тәрбиәләп буламы икән? Ғөмүмән, хис-тойғоно һүҙ менән һеңдереү мөмкинме? Әллә был хис, рухи күтәрелеш күңелдән урғылырға, йөрәктән сығырға тейешме? Күптән түгел бер мәғлүмәткә юлыҡтым. Баҡтиһәң, хәҙер ҡайһы бер мәктәптәр тарих, мәҙәниәт дәрестәрен музейҙарҙа, тарихи урындарҙа үткәреүҙе хуп күрә икән. Бындай дәрестәр балаларға нығыраҡ тәьҫир итә, ти белгестәр.

Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, һеҙҙең ауыл эргәһенән генә ҡасандыр Блюхер отряды үтеп киткән һәм класығыҙ менән улар кискән йылға эргәһендә дәрес үткәрә­һе­геҙ... Йә булмаһа, Бөйөк Ватан һуғышына арналған теманы ошо йылдарҙың шаһиттары булған өләсәй-олатайҙарығыҙ менән бергәләп асаһығыҙ... Ҡыҙыҡмы? Партала китапҡа ҡапланып ултырғанға ҡарағанда, күпкә ҡыҙығыраҡ, минеңсә.
Ә бына Архангел районының Оҙондар һәм Валентиновка ауылдары уҡытыу­сылары был алымды күптән ҡуллана икән. Уңай сәбәбе лә сығып тора бит әле. Мәҫәлән, былтыр Оҙондарҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булып ҡалған һәм тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтҡан батырҙарға бағышлап обелиск асылған. Обелисктың да ниндәйе бит әле! Хәрби Дан обелискы Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең программаһы сиктәрендә ҡуйылған.
— Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Оҙондар ауылы халҡы М. Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Фронтҡа 163 кеше китә. Уларҙың 112-һе яу яландарында ятып ҡала. Бөгөнгө көндә һуғыштан иҫән ҡайтҡан ауылдаш­тарыбыҙ ҙа ҡалманы инде. Уның ҡарауы, мәңгелек тарих булып уларҙың исем-шәрифе уйылып яҙылған обелиск ҡайтты, — ти Оҙондар ауылы хакимиәте башлығы Гөлшат Юламанова.
Гөлшат Сәйфулла ҡыҙы һөйләүенсә, обелиск уҡыусылар өсөн үҙе бер тарихи күргәҙмәгә әүерелгән. Күптәр олатай­ҙарының исем-шәрифен күреп, шәжәрә­ләре менән ҡыҙыҡһына башлаған, төрлө тематик рефераттар әҙерләгән.
— Тарих, тормош һабаҡтары дәрестәре хәҙер күпселек обелиск янында үтә. Һәм был дөрөҫ тә. Обелиск эргәһендә балалар үҙҙәре лә нисектер яуаплыраҡ, ҡыйы­уыраҡ, батырыраҡ булып киткәндәй. Шаярмайҙар. Тарихтың ни тиклем тәрән булыуын күңелдәре менән тоялар, — ти уҡытыусылар.
Ошондай уҡ хис-тойғо Валентиновка ауылы балаларына ла хас. Бында ла күптән түгел Советтар Союзы Геройы, авиация маршалы Иван Пстыгоға бюст асылған. Ә уның исемендәге музей – ауылдаштары өсөн үҙе бер ҡомартҡы. Музей мөдире, тарих уҡытыусыһы Наталья Комзолованың Иван Иванович тураһында бирелеп китеп һөйләүен сәғәттәр буйы тыңлаһаң да ялҡырлыҡ түгел. Үҙ эшен шул тиклем дә яратып башҡарған кешеләр була бит! Ә музей, ысынлап та, бик бай. Бында Иван Пстыгоның шәхси әйберҙәрен дә, китаптарын да, орден-миҙалдарын да, хатта дошмандарға һауанан яуҙырған пуля гильзаларын да күрергә мөмкин. Валентиновка мәктәбе уҡыусыларының да тарих дәрестәре башлыса ошонда үтә. Бынан тыш, музейға күрше ауылдарҙан да балалар йыш килә икән. Ғөмүмән, Архангел районында ватансылыҡ тәрбиә­һенә, тарихҡа иғтибар көслө. Әле һуңғы ике йылда ғына Казанка, Үрге Ләмәз, Тәүәкәс, Карташевка, Яңы Шишмә, Ҡыҙғы ауылдарында һәйкәлдәр асылған. Тимәк, тарих онотолмай. Иң мөһиме – был тарихи ысынбарлыҡты белеп, ғорурланып, өлгө алып үҫкән йәштәр бар.

Архангел районы.


Вернуться назад